‏ Esther 9

Йәһүдтәрҙең еңеүе

1Ун икенсе ай – адар айының ун өсөнсө көнөндә батша фарманы һәм бойороғон үтәр көн килеп етте. Был көндө дошмандары йәһүдтәрҙән өҫтөнлөк алырға өмөтләнгәйне лә, киреһенсә килеп сыҡты, йәһүдтәр, үҙҙәрен күрә алмағандар өҫтөнән еңеү ҡаҙанды. 2Был көндө йәһүдтәр үҙҙәренә ҡаршы золом ҡылырға ниәтләнгән кешеләргә һөжүм итер өсөн, Ахашверош батшаның барлыҡ өлкәләрендә үҙҙәре йәшәгән ҡалаларҙа йыйылды. Йәһүдтәргә бер кем дә ҡаршы тора алманы, сөнки барлыҡ халыҡтарҙы уларҙан ҡурҡыу тойғоһо солғап алғайны. 3Бөтә өлкәләрҙең түрәләре, батша һанаттары, өлкә башлыҡтары һәм батша хеҙмәткәрҙәре, Мордехайҙан ҡурҡып, йәһүдтәрҙе яҡлап сыҡты. 4Мордехай батша һарайында ҡеүәтле кешегә әйләнде, шөһрәте бөтә өлкәләргә таралды. Мордехайҙың абруйы торған һайын арта барҙы.

5Йәһүдтәр бөтә дошмандарын ҡылыстан үткәрҙе, үлтерҙе, ҡырып һалды. Үҙҙәренә нәфрәт тотҡандар менән нисек теләйҙәр, шулай эшләнеләр. 6Шушан ҡәлғәһендә йәһүдтәр биш йөҙ кешене үлтереп юҡ итте. 7 8 9 10Йәһүдтәрҙең ҡан дошманы Һаммедаҫанан тыуған Һамандың ун улын – Паршандаҫа, Далфон, Аспаҫа, Пораҫа, Адалъя, Аридаҫа, Пармашта, Арисай, Аридай һәм Уайзаҫаны үлтерҙеләр, әммә уларҙың мал-мөлкәтенә ҡул һуҙманылар.

11Ул көндө Шушан ҡәлғәһендә үлтерелгәндәрҙең һаны тураһында батшаға хәбәр ителде.

12Батша Эстер батшабикәгә:

– Шушан ҡәлғәһендә йәһүдтәр биш йөҙ кешене, шул иҫәптән Һамандың ун улын үлтереп юҡ иткән. Улар батшаның бүтән өлкәләрендә нимәләр ҡылды икән? Тағы ниндәй теләгең бар? Һорағаныңдың бөтәһен дә алырһың. Ниндәй үтенесең бар? Бөтәһе лә үтәлер, – тине.

13Эстер:

– Әгәр ҙә батша рәхим итеп рөхсәт бирһә, Шушандағы йәһүдтәргә иртәгә лә бөгөнгө бойороҡ буйынса эш итергә мөмкин булһын, ә Һамандың ун улының кәүҙәһе дар ағасына аҫып ҡуйылһын ине, – тип яуапланы.

14Батша был теләкте лә үтәргә бойорҙо. Шушанда йәнә фарман иғлан ителде. Һамандың ун улының кәүҙәһе дарға аҫып ҡуйылды. 15Шушанда йәшәгән йәһүдтәр адар айының ун дүртенсе көнөндә йәнә йыйылып, ҡалала тағы өс йөҙ кешене юҡ итте, ләкин уларҙың мал-мөлкәтенә ҡул һуҙманы.

16Батшаның өлкәләрендә йәшәгән ҡалған йәһүдтәр ҙә, үҙ ғүмерҙәрен һаҡлар һәм дошмандарынан арыныр өсөн, бергә йыйылып етмеш биш мең дошманын юҡ итте, ләкин уларҙың мал-мөлкәтенә ҡул һуҙманы. 17Был адар айының ун өсөнсө көнөндә булды, ә ун дүртендә улар ял итте – был көн мәжлес һәм ҡыуаныс көнө булды.

18Шушанда йәшәгән йәһүдтәр ун өсөнсө һәм ун дүртенсе көндә йыйылды, ә ун бишенсеһендә ял итте – был көн уларҙың мәжлес һәм ҡыуаныс көнө булды.

19Бына шуға күрә лә ауыл-ҡалаларҙа йәшәүселәр адар айының ун дүртенсе көнөн байрам көнө итеп билдәләй. Был көндө улар шатланышып мәжлес йыя, бер-береһенә күстәнәс ебәрешә.

Пурим байрамы

20Мордехай был хәлдәр тураһында яҙып, Ахашверош батшаның яҡындағы һәм алыҫтағы бөтә өлкәләрендә йәшәгән барлыҡ йәһүдтәргә хат ебәрҙе. 21Унда йәһүдтәргә адар айының ун дүртенсе һәм ун бишенсе көндәрен йыл һайын билдәләргә бойоролдо. 22Сөнки ошо көндәрҙә йәһүдтәр дошмандарынан арынды, ошо айҙа ҡайғы – шатлыҡҡа, ә хәсрәт байрамға әйләнде. Мордехай: «Был көндәр мәжлес һәм ҡыуаныс көндәре булһын, бер-берегеҙгә күстәнәс ебәрешеп, фәҡирҙәргә бүләк таратығыҙ», – тип яҙғайны.

23Шул саҡтан алып йәһүдтәр, Мордехайҙың яҙғанын ҡабул итеп, үҙҙәре башлағанды йолаға әйләндерҙе. 24Сөнки Агаг нәҫеленән Һаммедаҫа улы Һаман, йәһүдтәрҙе ҡырып бөтөрөргә ниәтләнеп, уларҙы еңер һәм юҡ итер өсөн, «пур», йәғни йәрәбә һалғайны. 25Ләкин Эстер батша янына кергәс, тегеһе фарман сығарҙы һәм Һамандың йәһүдтәргә ҡаршы яуыз уйы үҙ башына төштө: Һаманды улдары менән бергә дар ағасына аҫып ҡуйҙылар. 26Шуға ла был көндәр «пур» һүҙенән Пурим тип атала.

Шулай итеп, йәһүдтәр Мордехайҙың хатында яҙылғандарҙы, үҙ күҙҙәре менән күргәндәрҙе һәм үҙҙәре менән булған хәлдәрҙе иҫтә тотоп,
27үҙҙәре киләсәк быуындар һәм уларға ҡушылған бөтә кешеләр өсөн шундай йола урынлаштырҙы һәм был ике көндө, яҙып ҡуйылғанса, йыл һайын тәғәйен ваҡытта билдәләргә ҡарар итте. 28Был көндәрҙе бөтә өлкәләрҙә, һәр бер ҡалала һәр ғаилә хәтерҙә тоторға һәм байрам итергә, Пурим көндәре йәһүдтәр араһында ғәмәлдән сыҡмаҫҡа, был көндәр тураһында иҫтәлек киләсәк быуындар хәтерендә лә һаҡланырға тейеш булды.

29Авихаил ҡыҙы Эстер батшабикә, йәһүд Мордехай менән бергә, үҙҙәренең яҙма бойороғо аша Пуримды байрам итеү тураһында ошо икенсе хатты раҫланы. 30Мордехай Ахашверош батшалығының йөҙ ҙә егерме ете өлкәһендә йәшәгән барлыҡ йәһүдтәргә тыныслыҡ һәм именлек теләктәре менән тулы хаттар ебәрҙе. 31Йәһүдтәр үҙҙәре һәм тоҡомдары өсөн ураҙа тотоу һәм ҡайғы көндәрен билдәләп ҡуйған һымаҡ, йәһүд Мордехай менән Эстер батшабикә уларға яҙғанса, Пурим көндәре лә тәғәйен ваҡытта үткәрелергә тейеш ине.

32Пурим байрамы тураһындағы ҡағиҙәләр, Эстерҙың бойороғо менән раҫланып, китапҡа яҙып ҡуйылды.

Copyright information for BakIBT2023