‏ Exodus 2:11-14

Мусаның Мидйәнгә ҡасыуы

11Байтаҡ йылдар үтте. Муса үҫеп егет булды. Ул бер ваҡыт ҡан-ҡәрҙәштәре янына килде, уларҙың ауыр эштән интегеүҙәрен күрҙе. Ҡараһа, бер мысыр кешеһе ғивриҙе туҡмап ята. 12Муса ян-яғына ҡарап алды ла, бер кем дә күренмәгәс, теге мысырҙы үлтереп, мәйетен ҡомға күмде.

13Иртәгәһенә Муса әлеге урынға ҡабат килде – ике ғивриҙең талашҡанын күрҙе.

– Ниңә ҡәрҙәшеңә һуғаһың? – тип һораны Муса йәберләүсенән.

14– Кем һине беҙҙең өҫтән түрә һәм хөкөмдар итеп ҡуйҙы? Әллә мине лә, теге мысыр кешеһен үлтергән шикелле, үлтерергә итәһеңме? – тине теге.

Муса ҡурҡыуға ҡалды: «Минең нимә эшләгәнем билдәле булғандыр, ахыры», – тип уйланы.

Copyright information for BakIBT2023