‏ Exodus 24:7-8

7Шунан халыҡҡа Килешеү китабына яҙылғандарҙы уҡып ишеттерҙе. Барыһы ла:

– Беҙ Раббы һүҙенән сыҡмабыҙ, Уға буйһонорбоҙ, – тип ышандырҙы.

8Муса ҡорбан ҡанын халыҡҡа һирпте лә:

– Раббы һеҙҙең менән төҙөгән килешеүҙе раҫлаусы ҡан был. Уның һүҙҙәре – килешеү шарттары, – тине.

Copyright information for BakIBT2023