Exodus 25:17-20
17Һандыҡҡа саф алтындан гонаһтарҙан паклау ҡапҡасы ▼▼ Гонаһтан паклау ҡапҡасы – йәһүд телендә был һүҙ «ҡапҡас», «гонаһтан паклау урыны» тигәнде лә аңлата ала. Пакланыу көнөндә баш ҡаһин Иң мөҡәддәс урынға халыҡтың гонаһтары өсөн килтерелгән ҡорбан малының ҡанын алып ингән һәм шул ҡанды Килешеү һандығының ҡапҡасына һирпкән.
яһа. Уның буйы ике терһәк ярым, иңе терһәк ярым булһын. 18Ҡапҡастың ике осона, алтындан сүкеп, ике кируб эшлә. 19Кирубтарҙың береһе – бер, икенсеһе икенсе оста булһын һәм ҡапҡас менән бер бөтөндө тәшкил итһен. 20Кирубтарҙың ҡанаттары, өҫкә йәйелеп, һандыҡ ҡапҡасын ҡаплап торһон. Улар бер-береһенә йөҙҙәре менән ҡапма-ҡаршы торһон һәм ҡапҡас өҫтөнә ҡараһын.
Copyright information for
BakIBT2023