Exodus 32:1-6
Алтын башмаҡ
1Мусаның һаман тауҙан әйләнеп ҡайтмауын күргәс, халыҡ Һарунды уратып алды ла: – Беҙгә үҙ артынан эйәртерлек илаһ эшлә, – тине, – сөнки беҙҙе Мысырҙан алып сыҡҡан әҙәм, теге Муса менән нимә булғанын белмәйбеҙ. 2Һарун уларға: – Ҡатындарығыҙҙың, ул һәм ҡыҙҙарығыҙҙың ҡолағынан алтын алҡаларын һалдырып алып килегеҙ, – тип бойорҙо. 3Кешеләр Һарунға алтын алҡаларын сисеп бирҙе. 4Һарун уларҙы иретте лә үгеҙ башмаҡ һыны ҡойҙо. Ә кешеләр: – Эй Исраил, бына һине Мысырҙан алып сыҡҡан аллаң! – тип ҡысҡырышты. 5Шунан Һарун үгеҙ һыны алдына ҡорбан усағы эшләне лә: – Иртәгә Раббы хөрмәтенә байрам булыр, – тип иғлан итте. 6Иртәгәһенә иртәнсәк халыҡ тотош яндырыу ҡорбаны һәм татыулыҡ ҡорбаны салды. Шунан ашарға-эсергә керештеләр, артабан инде күңел асырға тотондолар.
Copyright information for
BakIBT2023