Exodus 9:23-25
23– 24Муса ҡулындағы таяғын күккә күтәргәйне – Раббы күк күкрәтеп, боҙ ебәрҙе, ергә йәшен төшөрҙө. Ерҙә, әйтерһең дә, йәшенле ут ҡабынды, бөтә Мысыр бары тик ут менән боҙҙан торҙо; ундай көслө боҙҙо Мысыр халҡының бер ҡасан да күргәне юҡ ине. 25Бөтөн Мысыр ерендә боҙ-борсаҡ яланда ҡалған бар тереклекте – кешене лә, мал-тыуарҙы ла, үләнде лә – аяманы, хатта ағастарҙы һындырып бөттө.
Copyright information for
BakIBT2023