Ezekiel 10
Раббы шөһрәтенең ҡорамды ташлап китеүе
1Ҡараһам, кирубтарҙың баш осондағы көмбәҙ өҫтөндә гүйә зәңгәр яҡуттан яһалған тәхет кеүек нәмә пәйҙә булды. 2Раббы етен кейемле кешегә: – Кирубтар аҫтындағы түңәрәктәр араһына ин дә, кирубтар араһында баҙлап ятҡан ҡуҙҙы услап алып, ҡалаға һип, – тине. Ул кеше күҙ алдымда инеп китте. 3Ул ингән саҡта, кирубтар Раббы ҡорамының көньяғында тора ине. Эске ихатаны тотош болот ҡаплағайны. 4Раббының шөһрәте, кирубтар өҫтөнән күтәрелеп, ҡорамдың тупһаһына барып туҡтаны. Ҡорам – болот менән, ә ихата эсе Раббы шөһрәтенең балҡышы менән тулды. 5Кирубтарҙың ҡанат ҡағышы тышҡы ихатала ла ишетелә ине. Был тауыш сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Алла һөйләгәндәге тауышҡа оҡшағайны. 6Раббы етен кейемле кешегә: – Кирубтарҙың һәм түңәрәктәрҙең араһынан ут ал, – тип бойорғас, ул, килеп, тәгәрмәс янына баҫты. 7Кирубтарҙың береһе араларындағы утҡа ҡулын һуҙҙы ла, ҡуҙ алып, етен кейемленең усына һалды. Был кеше уны алып сыҡты. 8Кирубтарҙың ҡанаттары аҫтында кешенекенә оҡшаған ҡулдары бар ине. 9Ҡараһам, кирубтар янында дүрт тәгәрмәс күрҙем, һәр кирубҡа – берәр тәгәрмәс. Тәгәрмәстәр һары яҡут һымаҡ ялтырап тора. 10Дүртеһе лә оҡшаған, әйтерһең дә бер-береһенең эсенә индерелгән ике тәгәрмәс. 11Хәрәкәт иткәндә боролмайынса дүрт яҡҡа ла бара алалар. Кирубтың йөҙө ҡайһы яҡҡа йүнәлгән булһа, шунда баралар, йөрөгәндә уңға-һулға боролмайҙар. 12Кирубтарҙың бөтә тәне, арҡалары, ҡулдары, ҡанаттары һәм тәгәрмәстәре – дүрт тәгәрмәс тә – күҙ менән ҡапланғайны. 13Мин тәгәрмәстәрҙең «түңәрәктәр» тип аталғанын ишеттем. 14Һәр кирубтың дүрт йөҙө бар ине: беренсеһе – кируб йөҙө, икенсеһе – кеше йөҙө, өсөнсөһө – арыҫлан йөҙө һәм дүртенсе йөҙ бөркөт йөҙө ине. 15Кирубтар күтәрелде. Улар мин Кевар йылғаһы буйында күргән йән эйәләре ине. 16Кирубтар хәрәкәт иткәндә, эргәләрендәге тәгәрмәстәр ҙә ҡуҙғала. Кирубтар ерҙән күтәрелер өсөн ҡанаттарын ҡаҡһа, тәгәрмәстәр ҙә айырылмай, бергә күтәрелә. 17Кирубтар туҡтағанда, тәгәрмәстәр ҙә туҡтай, күтәрелгәндә, улар ҙа күтәрелә, сөнки йән эйәләренең рухы тәгәрмәстәрҙә ине. 18Раббының шөһрәте, ҡорамдың тупһаһынан китеп, кирубтарҙың өҫтөнә торҙо. 19Кирубтар ҡанаттарын ҡаҡты ла күҙ алдымда ерҙән күтәрелде, улар хәрәкәт иткәндә тәгәрмәстәр ҙә яндарында ине. Улар Раббы ҡорамының көнсығыштағы ҡапҡаһы алдында туҡтанылар. Исраил Аллаһының шөһрәте уларҙың өҫтөндә ине. 20Улар мин Кевар йылғаһы буйында Исраил Аллаһының аҫтында күргән йән эйәләре ине. Уларҙың кирубтар икәнен аңланым. 21Һәр береһенең дүрт йөҙө, дүрт ҡанаты, ҡанаттары аҫтында әҙәмдекенә оҡшаған ҡулдары бар ине. 22Йөҙҙәре мин Кевар йылғаһы буйында күргән йөҙҙәргә оҡшағайны. Һәр береһе туп-тура йөҙө ҡараған яҡҡа бара ине.
Copyright information for
BakIBT2023