Ezekiel 11
Йәрүсәлимдең хөкөм ителеүе
1Рух, мине күтәреп, Раббы ҡорамының көнсығышҡа ҡараған ҡапҡаһы янына алып килде. Ҡапҡа ауыҙында егерме биш кеше тора ине. Мин улар араһында халыҡ башлыҡтары Ғаззур улы Яазанъяһ менән Бенаяһ улы Пелатъяһты күрҙем. 2Раббы миңә: – Эй әҙәм улы, былар – яуыз эштәр ниәтләгән һәм ҡалаға насар кәңәш биргән кешеләр, – тине. – 3Улар: «Йорттар һалыр мәлдәр тиҙ булмай әле. Был ҡала – ҡаҙан, ә беҙ – ит», – тиҙәр. 4Шуға күрә уларға ҡаршы пәйғәмбәрлек ит, эй әҙәм улы, пәйғәмбәрлек ит. 5Шунда миңә Раббының Рухы иңде һәм: – Әйт, Раббы былай ти: «Эй Исраил халҡы! Мин һеҙҙең ниҙәр һөйләгәнегеҙҙе лә, башығыҙҙа нимә барлығын да беләм, – тине. – 6Был ҡалала күптәрҙе үлтерҙегеҙ, ҡала урамдарын мәйеттәр менән тултырҙығыҙ». 7Шуға күрә Раббы Хаким былай ти: «Был ҡала – ысынлап та ҡаҙан һымаҡ. Әммә ит – һеҙ үлтереп уға һалған кешеләрҙең мәйеттәре. Мин һеҙҙе ҡаланан ҡыуып сығарасаҡмын. 8Һеҙ ҡылыстан ҡурҡаһығыҙ – Мин һеҙгә ҡылыс ебәрәм, – тип белдерә Раббы Хаким. – 9Һеҙҙе ҡаланан ҡыуып сығарып, яттар ҡулына бирәм, һеҙҙең өҫтән хөкөм ҡылам. 10Һеҙ ҡылыстан ҡырылырһығыҙ. Мин һеҙҙе Исраилдың сиктәрендә язалаясаҡмын. Шунда Минең Раббы икәнемде белерһегеҙ. 11Был ҡала һеҙҙең өсөн ҡаҙан булмаҫ, ә һеҙ унда ит булмаҫһығыҙ. Һеҙҙе Исраилдың сиктәрендә язалаясаҡмын. 12Шунда Минең Раббы икәнемде белерһегеҙ, сөнки һеҙ ҡағиҙәләремде үтәмәнегеҙ, ҡанундарымды һаҡламанығыҙ, әйләнә-тирәгеҙҙәге ҡәүемдәрҙең йолалары буйынса йәшәнегеҙ». 13Мин пәйғәмбәрлек иткән мәлдә Бенаяһ улы Пелатъяһ йығылып үлде. Мин йөҙтүбән ергә ҡапланып: – Эй Раббы Хаким! Һин иҫән ҡалған исраилдарҙың бөтәһен дә юҡ итеп бөтөрһөң микән ни? – тип ҡысҡырҙым. 14Миңә Раббы һүҙе булды: 15– Эй әҙәм улы, һинең ҡәрҙәштәрең, ҡан туғандарың һәм бөтә исраилдар тураһында Йәрүсәлимдә йәшәүселәр: «Улар Раббынан алыҫ, был ер биләмә итеп беҙгә бирелде», – тиҙәр. 16Шуға күрә әйт, Раббы Хаким былай ти: «Мин халҡымды алыҫтағы ҡәүемдәр араһына һипһәм дә, төрлө илдәргә таратһам да, барған урындарында уларға Мин Үҙем ваҡытлыса Изге торлаҡ булдым». 17Шуға күрә әйт, Раббы Хаким былай ти: «Мин һеҙҙе халыҡтар араһынан йыйып алырмын да Үҙем һибеп таратҡан ерҙәрҙән кире ҡайтарырмын. Исраил тупрағын яңынан һеҙгә бирермен». 18Улар әйләнеп ҡайтыр ҙа был ерҙәге бөтә әшәкелектәрҙе һәм ерәнгес боттарҙы тамырынан юҡ итер. 19Мин уларға башҡа төрлө йөрәк бирермен, булмыштарына яңы рух һалырмын. Тәндәренән таш йөрәктәрен алып ташлап, уларға тере йөрәк бирермен. 20Улар Минең ҡанундарым буйынса йәшәр, ҡағиҙәләремде тотор. Шул саҡта улар Минең халҡым булыр, Мин уларҙың Аллаһы булырмын. 21Күңелдәре менән әшәке һәм ерәнгес боттарға береккәндәргә килгәндә инде, Мин уларҙың ғәмәлдәренең әжерен баштарына төшөрәсәкмен, – тип белдерә Раббы Хаким.Раббы шөһрәтенең Йәрүсәлимде ташлап китеүе
22Кирубтар, ҡанаттарын йәйеп, эргәләрендәге тәгәрмәстәр менән бергә юғарыға күтәрелде. Исраил Аллаһының шөһрәте уларҙың өҫтөндә ине. 23Раббының шөһрәте ҡала уртаһынан күтәрелде лә ҡаланың көнсығышындағы тау өҫтөнә барып туҡтаны. 24Алланың Рухынан килгән күренмештә рух мине күтәреп алды ла халдейҙар еренә, һөргөндәгеләр янына, алып килде. Шунан мин күргән күренмеш юҡҡа сыҡты. 25Мин һөргөндәгеләргә Раббы күрһәткәндәрҙең барыһын да һөйләп бирҙем.
Copyright information for
BakIBT2023