Ezekiel 16
Йәрүсәлим – хыянатсыл ҡатын
1Миңә Раббы һүҙе булды: 2– Эй әҙәм улы, Йәрүсәлимгә уның ерәнгес ғәмәлдәрен белдереп һөйлә. 3Әйт, Раббы Хаким Йәрүсәлимгә былай ти: «Һинең тамырың, тыуған төйәгең – Ҡәнғән ере; атаң – әмөри, әсәң – хитти ҡыҙы. 4Тыуған көнөңдә һинең кендегеңде ҡырҡманылар, һыу менән йыуындырманылар, тоҙ менән ыуманылар һәм йүргәккә төрмәнеләр. 5Бер кем дә һине ҡыҙғанманы, һис кем йәлләп һиңә ошоларҙы эшләмәне. Һин тыуғанда, ерәнеп, һинән ваз кистеләр һәм ҡырға сығарып бырғанылар. 6Яныңдан уҙып барған сағымда ҡаныңа батып, тыбырсынып ятҡаныңды күрҙем дә, ҡан эсендәге һиңә: „Йәшә!“– тинем. Эйе, ҡанға батҡан һиңә әйттем: „Йәшә!“ 7Һине ҡырҙағы үлән кеүек үҫтерҙем. Үҫеп буйға еттең, күркәмләндең, түштәрең йомроланды, толомдарың оҙонайҙы. Әммә һин яланғас, шәрә инең. 8Ҡабат яныңдан үтеп барған саҡта һине күреп ҡалдым. Һинең һөйөү өсөн өлгөргәнеңде күреп, сабыуым менән яланғас тәнеңде ҡапланым. Ант итеп, һинең менән килешеү төҙөнөм, – тип белдерә Раббы Хаким. – Шунда һин Минеке булдың. 9Һине һыу менән йыуҙым, ҡандан таҙарттым, зәйтүн майы менән майланым. 10Өҫтөңә – сигеүле кейемдәр, аяғыңа зәңгәр күндән тегелгән ҡата кейҙерҙем, нәфис етен билбау менән билеңде быуҙым һәм һине затлы туҡымаға төрҙөм. 11Биҙәүестәр менән матурланым, беләгеңде – беләҙектәр, муйыныңды мунсаҡ менән биҙәнем. 12Танауыңа һәм ҡолаҡтарыңа алҡа таҡтым, башыңа гүзәл таж кейҙерҙем. 13Алтын-көмөш менән биҙәндең, кейемдәрең нәфис етендән, сигелгән затлы туҡыманан булды. Иң яҡшы бойҙай ононан бешерелгән икмәк, бал да май ашаның, иҫ киткес күркәм инең, батшабикәгә оҡшап ҡалдың. 14Гүзәллегең хаҡында ҡәүемдәр араһында дан таралды, сөнки Мин һиңә биргән күркәмлек гүзәллегеңде камил иткәйне, – тип белдерә Раббы Хаким. – 15Әммә һин гүзәллегеңә ышандың, шөһрәтең менән файҙаланып, фәхешлек юлына баҫтың, һәр үткенсе менән зина ҡылдың. 16Мин һиңә биргән кейемдәреңдең бер өлөшө менән табыныу ҡалҡыулыҡтарыңды биҙәп, уларҙың өҫтөндә быға тиклем булмағанса һәм киләсәктә лә булмаҫтай фәхешлек иттең. 17Һиңә Мин биргән алтын һәм көмөш биҙәнгестәрҙән ир-ат һындары яһаның һәм улар менән зина ҡылдың. 18Уларға нағышлы күлдәктәреңде кейҙерҙең, уларҙың алдына Минең зәйтүн майымды һәм хуш еҫле сайырымды ҡуйҙың. 19Мин һиңә биргән ашамлыҡтарҙы – һине туҡландырған иң яҡшы бойҙай онон, майҙы, балды – хуш еҫле төтәтеү ҡорбаны итеп алдарына ҡуйҙың. Тап шулай булды, – тип белдерә Раббы Хаким. – 20Минең өсөн тыуҙырған улдарыңды һәм ҡыҙҙарыңды алып, уларҙы боттарыңа ризыҡ итеп ҡорбан ҡылдың. Фәхешлегең генә етмәгән, 21һин, Минең балаларымды салып, утта боттарға ҡорбан иттең. 22Ошо әшәкелектәреңде эшләгәндә һәм зина ҡылғанда һин үҙеңдең йәш сағыңды – яланғас, шәп-шәрә, ҡаныңа батып, тыбырсынып ятҡан ваҡытыңды – иҫеңә төшөрмәнең. 23Эй, ҡайғы һиңә, ҡайғы! – тип белдерә Раббы Хаким. – Ҡылған ҡәбәхәтлектәрең етмәгәндәй, 24үҙеңә убалар ҡорҙоң, һәр майҙанда табыныу ҡалҡыулыҡтары төҙөнөң. 25Һәр юлдың сатында табыныу ҡалҡыулыҡтары яһап, үҙеңдең гүзәллегеңде нәжесләнең, һәр үткенсе алдында тарбаңлап яттың һәм фәхешлегеңде арттырҙың. 26Күршеләрең, енси дәрте ташып торған Мысыр улдары менән зина ҡылдың. Үҙеңдең тыйғыһыҙ аҙғынлығың менән Мине ярһыттың. 27Шунда Мин һиңә ҡаршы ҡулымды күтәрҙем. Ризығыңды кәметеп, һине дошмандарың булған пелешти ҡыҙҙары ихтыярына бирҙем. Хатта улар ҙа һинең әхлаҡһыҙ ҡылығыңдан оялды. 28Һин ашшурҙар менән дә зина ҡылдың, ләкин туйманың; уйнаш иттең, әммә ҡәнәғәтләнмәнең. 29Боҙоҡлоғоңдо сауҙагәрҙәр иле булған Халдей ерҙәренә тиклем йәйелдерҙең, тик бының менән дә ҡәнәғәтлек тапманың. 30Быларҙың барыһын да ҡылған сағыңда нәфсең шул тиклем аҙғын ине, – тип белдерә Раббы Хаким, – һин хаяһыҙ фәхишә һымаҡ ҡыландың! 31Һәр юлдың сатында фәхеш убалары ҡорҙоң, һәр майҙанға табыныу ҡалҡыулыҡтары өйҙөң. Хатта фәхишә кеүек тә булманың һин, сөнки түләү итеп бирелгән бүләктәрҙе кире ҡаҡтың. 32Зина ҡылған, ире урынына яттарҙы ҡабул иткән уйнашсы ҡатын булдың. 33Фәхишәләргә хаҡ түләйҙәр. Ә һин үҙең бөтә уйнаштарыңа бүләк тараттың. Фәхешлек итергә һәр яҡтан һиңә килһендәр өсөн үҙең ришүәт бирҙең. 34Фәхешлегеңдә башҡа ҡатындарға оҡшамағанһың, сөнки һис кем, уйнаш итергә өгөтләп, артыңдан баҫтырманы, һиңә бүләк бирмәнеләр, үҙең бүләк өләштең. Был йәһәттән һин башҡаларҙан шулай айырылып тораһың». 35Шуға күрә Раббы һүҙен тыңла, эй фәхишә! 36Раббы Хаким былай ти: «Аҙғынлыҡҡа бирелгәнең һәм фәхешлек иткәндә уйнаштарың алдында оятың асылған өсөн, бөтә ерәнгес боттарың һәм һин уларға биргән балаларыңдың ҡаны өсөн – 37шуларҙың барыһы өсөн, ләззәтләнгән бөтә уйнаштарыңды – һөйгәндәреңде лә, күрә алмағандарыңды ла – бергә йыям. Һәр тарафтан уларҙы туплап, алдарында шәрәлегеңде асам; улар һинең хурлыҡҡа ҡалыуыңды күрер. 38Мин һиңә зина ҡылған һәм кеше ҡаны ҡойған ҡатындарға биргән язаны бирәм – һине, көнсөллөгөмдән ярһып, үлемгә дусар итәм. 39Мин һине уйнаштарыңдың ҡулына тапшырам. Улар убаларыңды емерерҙәр, табыныу ҡалҡыулыҡтарыңды туҙҙырырҙар. Өҫтөңдәге кейемеңде йыртып бырғарҙар, биҙәнгестәреңде тартып алырҙар, һине яланғас, шәп-шәрә килеш ҡалдырырҙар. 40Ғәм халыҡты һиңә ҡаршы күтәрерҙәр, улар һине таш бәреп үлтерер һәм ҡылыс менән тураҡлап ташлар. 41Өйҙәреңде үртәрҙәр, һине бик күп ҡатындар алдында язаларҙар. Мин һинең фәхешлегеңә сик ҡуясаҡмын, башҡаса уйнаштарыңа бүләк өләшмәҫһең. 42Бары шул саҡта ғына һиңә булған асыуым ҡаныр һәм көнсөллөгөм баҫылыр, тынысланырмын һәм ярһыуым үтер. 43Йәш сағыңды иҫеңдә тотмаған һәм ҡылған эштәрең менән асыуымды килтергән өсөн, был ғәмәлдәреңдең әжерен башыңа төшөрәсәкмен, – тип белдерә Раббы Хаким. – Бөтә был әшәкелектәреңә өҫтәп, боҙоҡлоҡҡа ла бирелмәнеңме ни? 44Кешеләр һинең хаҡта һөйләгәндә „әсәһе ниндәй булһа, ҡыҙы ла шундай“тигән мәҡәлде иҫенә төшөрәсәк. 45Ире менән балаларын һанға һуҡмаған әсәңдең ҡыҙы һин, ирҙәре менән балаларын һанға һуҡмаған ҡыҙ туғандарыңдың туғаныһың. Әсәң – хитти ҡыҙы, ә атайың әмөри ине. 46Өлкән апайың – ҡыҙҙары менән һинән төньяҡта йәшәгән Самария, ә һеңлең – ҡыҙҙары менән һинән көньяҡта йәшәгән Содом. 47Әммә һин уларҙың ғына юлын ҡыуып, уларҙың ғына әшәкелектәрен ҡылып ҡалманың, был ғына һиңә аҙ тойолдо, һин уларға ҡарағанда ла аҙғыныраҡ булдың. 48Үҙемдең барлығым менән ант итеп әйтәм, – тип белдерә Раббы Хаким, – һеңлең Содом да, ҡыҙҙары ла һин ҡыҙҙарың менән ҡылғанды эшләмәне. 49Һеңлең Содомдың ғәйебе бына нимәнән ғибәрәт ине: үҙе лә, ҡыҙҙары ла тәкәббер булдылар, туйып шаштылар, эшһеҙлектән аҙҙылар, фәҡирҙәр менән мохтаждарға ярҙам ҡулы һуҙманылар. 50Улар эреләнде, Миңең хозурымда ерәнгес эштәр ҡылды, һәм Мин, быны күреп, уларҙы юҡ иттем. 51Самария һин ҡылған гонаһтарҙың яртыһын да эшләмәне. Әшәкелектә һин уларҙан арттырып ебәрҙең. Ҡылған ҡәбәхәтлектәрең алдында апайың менән һеңлең тоғрораҡ булып күренде. 52Һин хурлығыңды үҙең күтәр. Сөнки ҡыҙ туғандарыңды бер ни тиклем аҡланың. Ҡылған гонаһтарың уларҙыҡынан да ерәнгесерәк булғанға күрә, уларҙы тоғрораҡ итеп күрһәттең. Оятыңдан һин дә ҡыҙар, ҡыҙ туғандарыңды шул рәүешле аҡлап, мәсхәрәңде күтәр! 53Әммә, бер көн килеп, Мин Содом менән уның ҡыҙҙарын, Самария менән уның ҡыҙҙарын, улар менән бергә һине яңынан мул, имен тормошҡа ҡайтарырмын. 54Эшләгәндәрең өсөн оялһын, хурлығыңды үҙең күтәрһен һәм шуның менән улар өсөн йыуаныс булып торһон тип эшләйем Мин быны. 55Ҡыҙ туғандарың Содом һәм Самария менән ҡыҙҙары ла, ҡыҙҙарың менән һин дә элекке хәлегеҙгә ҡайтасаҡһығыҙ. 56– 57Яманатың фашланғанға тиклем, ғорур көндәреңдә һеңлең Содомдың исемен мыҫҡыллап телгә алманыңмы ни? Инде һин үҙең Эдом ҡыҙҙары һәм уның күршеләре, пелешти ҡыҙҙары, һиңә ерәнеп ҡараған бөтә әйләнә-тирәләгеләр алдында хурлыҡҡа ҡалдың. 58Үҙеңдең аҙғынлығың һәм әшәкелектәрең өсөн язаһын күтәрәсәкһең», – тип белдерә Раббы.Мәңгелек килешеү
59Раббы Хаким былай ти: «Һин, килешеүҙе боҙоп, антыңдан ваз кистең. Шуға күрә Мин дә һинең менән шулай итәсәкмен. 60Әммә Мин, һинең менән йәш сағыңда төҙөгән килешеүҙе иҫтә тотоп, һинең менән мәңгелек килешеүҙе тергеҙәсәкмен. 61Апайҙарыңды һәм һеңлеләреңде үҙ яныңа алғас, ҡыуған юлыңды иҫеңә төшөрөрһөң, һәм һиңә оят булыр. Һинең менән төҙөгән килешеүҙә булмаһалар ҙа, уларҙы, ҡыҙҙарың булһындар тип, һиңә бирермен. 62Һинең менән килешеүҙе нығытырмын, шунда Минең Раббы икәнемде белерһең. 63Ҡылған ғәмәлдәреңдең бөтәһен дә Мин ғәфү иткәндән һуң, һин быларҙың барыһын да хәтереңдә тоторһоң, оятыңдан ҡыҙарырһың һәм бынан ары хурлығыңдан ауыҙыңды асырға ла баҙнат итмәҫһең», – тип белдерә Раббы Хаким.
Copyright information for
BakIBT2023