Ezekiel 17
Бөркөт менән йөҙөм ағасы тураһында ҡисса
1Миңә Раббы һүҙе булды: 2– Эй әҙәм улы, Исраил нәҫеленә бер йомаҡ әйт һәм бер хикмәтле һүҙ һөйләп бир. 3Уларға әйт, Раббы Хаким былай ти: «Оҙон ҡауырһынлы, ҡабарынҡы мамыҡлы, ҙур ҡанатлы олоғара сыбар бер бөркөт Ливанға осоп килде. Бер кедр ағасының осон эләктерҙе лә 4уның иң өҫкө ботағын һындырып алды. Шунан уны алыш-биреш итеүселәр иленә алып китте, сауҙагәрҙәр ҡалаһына алып барып ултыртты. 5Ошо ерҙең орлоғон алып, уңдырышлы тупраҡҡа сәсте, уны тал ботағы һымаҡ ағын һыу буйына ултыртты. 6Ул тамырланды, тәпәшәк кенә, әммә ҡуйы йөҙөм ағасы булып үрелеп үҫте. Тәлгәштәре бөркөткә табан тартылды, тамырҙары иһә аҫта ине. Шулай итеп, үрсем биргән, ботаҡ йәйгән бер йөҙөм үҫентеһе булды. 7Йәнә бер оҙон ҡанатлы, ҡабарынҡы мамыҡлы ҙур бөркөт бар ине. Бына йөҙөм үҫентеһе үҙенең тамырҙарын был бөркөт яғына һуҙҙы, һуғарһын тип, ботаҡтары менән ултырған урынынан уға үрелде. 8Әммә ул былай ҙа, тәлгәшләнһен, емеш бирһен, күркәм бер йөҙөм ағасы булһын өсөн, ағыр һыу буйҙарындағы уңдырышлы тупраҡҡа ултыртылғайны бит инде». 9Һин әйт, Раббы Хаким былай ти: «Был йөҙөм имен генә үҫеп китерме? Ҡороһон тип, бөркөт уның тамырҙарын йолҡмаҫмы, емештәрен өҙмәҫме? Уның ботаҡтарындағы йәшел япраҡтары ҡорор. Тамырынан тартып алып бырғар өсөн көслө ҡул да, күп халыҡ та кәрәк булмаҫ. 10Бына, ул ултыртылған, әммә имен генә үҫә алырмы? Көнсығыш еле ҡағылыу менән ҡороп ҡалмаҫмы? Әллә үҫеп сыҡҡан урынында һулып ҡалырмы?» 11Миңә Раббы һүҙе булды: 12– Был фетнәсел халыҡҡа әйт: «Ошоларҙың нимә аңлатҡанын белмәйһегеҙме ни?» Уларға әйт: «Ана, Бабил батшаһы Йәрүсәлимгә килде, уның батшаһы менән түрәләрен әсир итеп, Бабилға, үҙенә алып китте. 13Шунан батша тоҡомонан булған берәүҙе алып, уның менән килешеү төҙөнө һәм ант иттерҙе. Илдең арҙаҡлы кешеләрен дә тотҡонға алды. 14Батшалыҡ күндәм булһын, күтәрелмәһен, килешеүҙе һаҡлап, ныҡ торһон өсөн шулай эшләне. 15Әммә ул кеше Бабил батшаһына ҡаршы баш күтәрҙе, үҙенә аттар һәм ҙур ғәскәр ебәрһен өсөн Мысырға илселәр ебәрҙе. Уңыш ҡаҙанырмы ул? Ошоларҙы эшләгән кеше ҡотолормо? Төҙөгән килешеүҙе боҙҙо – ҡотола алырмы? 16Үҙемдең барлығым менән ант итеп әйтәм, – тип белдерә Раббы Хаким, – ул Бабилда үлеп ҡаласаҡ. Ул илдең батшаһы уны тәхеткә ултыртты, ә ул, биргән антынан ваз кисеп, уның менән төҙөшкән килешеүҙе боҙҙо. 17Бабилдар бик күптәрҙе ҡырыр өсөн тупраҡтан ҡамау убалары өйгәндә, ҡаланы уратып нығытмалар төҙөгәндә, фирғәүен ҡеүәтле ғәскәре һәм күп һанлы яугирҙәре менән һуғышта уға ярҙамсы булмаясаҡ. 18Төҙөгән килешеүен боҙоп, ул антынан ваз кисте. Тоғро булырға вәғәҙә биргәйне, ә үҙе ошоларҙың барыһын да эшләне, шуға күрә ул ҡасып ҡотола алмаясаҡ». 19Шуға күрә Раббы Хаким былай ти: «Үҙемдең барлығым менән ант итеп әйтәм, Миңә биргән антынан ваз кискән, килешеүемде боҙған өсөн Мин был ғәмәлдәренең әжерен башына төшөрәсәкмен. 20Уның өҫтөнә ауымды ырғытырмын, тоҙағыма ҡаптырып, Бабилға килтерермен, Миңә хыянат иткән өсөн уға шунда хөкөм ҡылырмын. 21Уның ҡасҡан бөтә яугирҙәре ҡылыстан ҡырылыр, иҫән ҡалғандары донъяның һәр тарафына таратылыр. Шул ваҡытта ошоларҙы Мин Раббы әйткәнен белерһегеҙ».Кедр ағасы тураһында ҡисса
22Раббы Хаким былай ти: «Мин кедр ағасының иң башынанБер ботаҡ алып үҫтерәсәкмен.
Иң юғары ботаҡтарынан иң нәфисен алып,
Бөйөк һәм мөһабәт тауға ултыртасаҡмын.
23Исраилдың бейек тауына ултыртырмын уны.
Ботаҡланыр, емешләнер,
Мәғрур кедр ағасы булыр,
Аҫтына төрлө ҡоштар һыйыныр,
Ботаҡтарының күләгәһендә оя ҡорор.
24Ҡырҙағы бөтә ағастар
Бейек ағасты тәпәшәйткән,
Тәпәште бейегәйткән,
Йәшел ағасты ҡоротҡан,
Ҡоро ағасты сәскә аттырған
Мин Раббы икәнде аңлар.
Мин, Раббы, әйттем быны һәм
Әйткәнемде бойомға ашырасаҡмын».
Copyright information for
BakIBT2023