Ezekiel 19
Исраил хакимдары өсөн һыҡтау
1– Ә һин Исраил хакимдары өсөн һыҡтау йырлап әйт: 2«Нимә ине һинең әсәң?Арыҫландар араһында бер инә арыҫлан!
Ул йәш арыҫландар араһында ятыр,
Балаларын үҫтерер ине.
3Балаларының береһен ҙурайтҡайны,
Ул йәш арыҫланға әйләнде,
Ҡорбанын йыртҡысларға өйрәнде –
Кешеләр ашаны.
4Ҡәүемдәр уның хаҡында ишеттеләр;
Арыҫланды үҙҙәре ҡаҙған соҡорға төшөрҙөләр.
Моронона ырғаҡ ҡаҙап
Уны Мысырға һөйрәкләнеләр.
5Инә арыҫлан, уны көтөп, өмөтөн юйғас,
Балаһының икенсеһен алды,
Уны йәш арыҫлан итеп үҫтерҙе.
6Был бала йәш арыҫландар араһында йөрөнө,
Ул да йәш арыҫлан булды.
Табышын йыртҡысларға өйрәнде –
Кешеләр ашаны.
7Уларҙың ҡәлғәләрен емерҙе,
Ҡалаларын харабаға әйләндерҙе;
Илдә йәшәгән барыһы
Уның ырылдауынан ҡурҡыуға төштө.
8Шул саҡ тирә-яҡ ерҙәрҙең кешеләре
Уға ҡаршы күтәрелде.
Өҫтөнә ау ташланы,
Уны тоҙаҡтарына төшөрҙө.
9Уны, ырғаҡ менән эләктереп,
Ситлеккә ултырттылар,
Бабил батшаһына килтерҙеләр;
Тауышы Исраил тауҙарында
Башҡаса ишетелмәһен тип,
Уны бик аҫтында тоттолар.
10Һинең әсәң һыу буйындағы баҡсала
Үҫкән бер йөҙөм ағасы һымаҡ ине.
Мул һыуҙарҙан тәлгәше суҡ булды,
Емеше уңды.
11Ботағы батшаға хакимлыҡ таяғы
Яһарлыҡ кимәлдә көслө ине.
Ҡуйы япраҡтары араһында
Олоно болоттарға олғашты.
Бейеклеге, суҡлығы менән айырылып торҙо.
12Әммә уны, асыу менән
Йолҡоп сығарып, ергә аттылар.
Шәреҡ еле уны ҡоротто,
Емештәре йолҡоп алынды,
Көслө ботаҡтары һулыны,
Уларҙы ут ялманы.
13Инде сүлгә,
Һыуһыҙ ҡоро ергә күсерелде.
14Олононан ут сыҡты ла
Емештәрен ялмап алды,
Хакимлыҡ таяғы булырлыҡ
Көслө ботағы ҡалманы».
Был – һыҡтау йыры, ул һыҡтау йыры булып ҡаласаҡ.
Copyright information for
BakIBT2023