‏ Ezekiel 23

Апалы-һеңлеле фәхишә

1Миңә Раббы һүҙе булды:

2– Эй әҙәм улы, бер әсәнән тыуған ике ҡыҙ бар ине. 3Улар Мысырҙа фәхешлек иттеләр, йәш ваҡыттарынан фәхешлек юлына баҫтылар. Шунда уларҙың түштәрен тызынылар, ғиффәтле имсәктәрен һыйпанылар. 4Өлкәненең исеме – Оһола, һеңлеһенеке Оһолива ине. Улар Минеке булды, улдары һәм ҡыҙҙары тыуҙы. Оһола – Самария, ә Оһолива Йәрүсәлим ине.

5Оһола, Минеке була тороп та, фәхешлеген ташламаны, ашшурҙарға – һөйәрҙәренә – йән атты. 6Уларҙың барыһы ла зәңгәрҙән кейенгән түрәләр һәм башлыҡтар, сибәр егеттәр, ат менгән ғәскәриҙәр ине. 7Ашшурҙың аҫыл улдарының бөтәһенә фәхешләнеп үҙен бирҙе. Кемдәргә йән атҡан, шуларҙың барыһының да боттары менән үҙен нәжесләне. 8Ул Мысырҙа башлаған фәхешлеген ташламаны. Сөнки йәш сағынан уҡ уны түш аҫтына һалдылар, саф күкрәктәрен иҙҙеләр, аҙғынлыҡтарын уның өҫтөнә түктеләр. 9Шуға күрә уны үҙе йән атҡан уйнаштары – Ашшур улдарының ҡулына бирҙем. 10Улар Оһоланың оятын асты, улдарын һәм ҡыҙҙарын тартып алды, үҙен ҡылыстан үткәрҙе. Уны язаға дусар иттеләр, һәм уның ҡатындар араһында яманаты таралды.

11Һеңлеһе Оһолива быны күреп торҙо, әммә аҙғынлыҡта һәм боҙоҡлоҡта апаһынан да арттырып ебәрҙе. 12Ашшур улдарына, түрәләр һәм башлыҡтарға, баштан-аяҡ ҡоралланған, атҡа атланған яугирҙәргә, барса сибәр егеттәргә йән атты. 13Мин уның үҙен ни тиклем нәжесләгәнен, икеһенең дә ҡыуған юлы бер икәнен күрҙем. 14Ул аҙғынлығына тағы ла нығыраҡ батты. Диуарҙа төшөрөлгән ирҙәрҙең, ҡыҙыл буяу менән төшөрөлгән халдейҙарҙың һүрәттәрен, 15билдәренә билбау, баштарына күркәм сәллә кейгән, Халдей ерендә, Бабилда тыуып үҫкән ғәскәр башлыҡтарын хәтерләткән һүрәттәрҙе күрҙе ул. 16Оһолива ошо һүрәттәрҙе күрҙе лә, дәрте ташып, халдейҙар иленә илселәрен ебәрҙе. 17Бабилдар, Оһоливаның янына, уның һөйөү түшәгенә килеп, аҙғынлыҡтары менән нәжесләне. Оһолива улар менән нәжесләнде һәм уларҙан күңеле ҡайтты. 18Күҙ алдында уйнаш итеп, оятын асҡас, уның апаһынан күңелем ҡайтҡан кеүек, унан да ваз кистем. 19Ул иһә, йәш сағында Мысырҙа уйнаш иткәндәрен иҫенә төшөрөп, тағы ла нығыраҡ аҙа бирҙе. 20Ағзалары – ишәктеке, мәнейҙәре айғырҙыҡы кеүек булған һөйәрҙәрен көҫәне. 21Шулай итеп, һин, эй Оһолива, йәшлек йылдарыңдағы аҙғынлыҡтарыңды һағындың, ул заманда мысырҙар саф күкрәгеңде һәрмәгәнде, түшеңде тызығанды хәтереңә төшөрҙөң.

22Шуға күрә Раббы Хаким былай ти: «Күңелең екһенеп ташлаған һөйәрҙәреңде һиңә ҡаршы күтәрәсәкмен. Һәр яҡтан уларҙы һиңә ҡаршы килтерәсәкмен. 23Бабилдар менән бөтә халдейҙарҙы, Пеҡод, Шоағ һәм Ҡоағ халҡын, барлыҡ ашшурҙарҙы, матур егеттәрҙе – улар барыһы ла түрәләр, етәкселәр, ғәскәр башлыҡтары, мәшһүр әҙәмдәр, атлылар – һиңә ҡаршы күтәрәсәкмен. 24Улар, ҡоралланып, яу арбаларында һәм ылауҙарҙа күмәк халыҡ менән килер, эреле-ваҡлы ҡалҡандарын тотоп, торҡа кейеп һине уратып алыр. Һине уларға хөкөм итергә бирәсәкмен, улар һине үҙ ҡанундарына күрә язалаясаҡ. 25Көнсөллөгөмдө һиңә ҡаршы йүнәлтермен. Һиңә ярһып ташланырҙар: танауың менән ҡолаҡтарыңды ҡырҡып алырҙар, ә иҫән ҡалғандарың ҡылыстан ҡырылыр. Улдарыңды һәм ҡыҙҙарыңды әсиргә алырҙар, имен ҡалғандары утта янып үлер. 26Кейемдәреңде систерерҙәр, күркәм биҙәүестәреңде тартып алырҙар. 27Мысырҙан алып сыҡҡан аҙғынлығыңды һәм фәхешлегеңде туҡтатасаҡмын. Бүтән уларға күтәрелеп ҡарамаясаҡһың һәм Мысырҙы иҫеңә төшөрмәйәсәкһең».

28Раббы Хаким былай ти: «Һине үҙең күрә алмаған, күңелең екһенгән бәндәләр ҡулына бирермен. 29Һинең менән аяуһыҙ мөғәмәлә итәсәктәр, көс һалып тапҡан малыңды тартып аласаҡтар, үҙеңде яланғас, шәп-шәрә ҡалдырасаҡтар. Оятың, аҙғынлығыңдың хурлығы һәм фәхешлегең асыласаҡ. 30Былар барыһы ла һиңә фәхешлегеңдә башҡа ҡәүемдәр артынан эйәргәнең һәм уларҙың боттары менән үҙеңде нәжесләгәнең өсөн эшләнәсәк. 31Һин апайыңдың юлын ҡыуҙың, шуға күрә Мин ҡулыңа уның яза туҫтағын тотторам».

32Раббы Хаким былай ти:

«Апайыңдың туҫтағынан эсәсәкһең,
Ул тәрән дә, ҙур ҙа.
Көләсәктәр һинән, мыҫҡыл итәсәктәр,
Ул туп-тулы туҫтаҡ.
33Иҫерерһең, хәсрәткә батырһың –
Апайың Самария туҫтағы,
Дәһшәт һәм һәләкәт туҫтағы ул.
34Уны төп күтәрә эсәсәкһең.
Уның ярсыҡтарын кимерәсәкһең,
Күкрәгеңә яра һаласаҡһың.
Быны Мин әйттем», – тип белдерә Раббы Хаким.

35Шуға күрә Раббы Хаким былай ти: «Һин Мине оноттоң, Миңә артың менән боролдоң, шуға күрә әхлаҡһыҙлығыңдың һәм фәхешлегеңдең язаһын күр».

36Раббы миңә былай тине:

– Эй әҙәм улы, Оһола менән Оһоливаны хөкөм ҡыласаҡһыңмы? Улайһа уларға ерәнгес эштәрен иғлан ит.
37Сөнки улар зина ҡылдылар, уларҙың ҡулында – ҡан. Улар боттары менән зина ҡылдылар. Хатта Минең өсөн тыуҙырған балаларын, ризыҡ итеп, боттарына һондолар. 38Бынан тыш, улар Миңә тағы нимә эшләне: шул уҡ көндө Минең Изге торлағымды нәжесләне, шәмбеләремде боҙҙо. 39Балаларын боттарына ҡорбан итеп килтергән көндө улар Изге торлағыма инделәр һәм уны нәжесләнеләр. Бына нимә эшләнеләр улар Минең йортомда! 40Өҫтәүенә, алыҫта йәшәгән ирҙәрҙе саҡырып, илселәр ебәрҙеләр.

Һин, Оһолива, уларҙың килеүенә йыуынып, күҙҙәреңә һөрмә тартып, биҙәүестәреңде тағып ҡаршы алдың.
41Өҫтәл янына ҡуйылған матур диванға ултырып, уның янындағы өҫтәлгә Минең хуш еҫле һумала-майҙарымды, зәйтүн майымды ҡуйҙың.

42Тирә яҡта кәйеф-сафа ҡороусы ирҙәрҙең тауыштары яңғырап торҙо, сүлдән улар янына эскеселәр менән бергә күмәк кеше килеп, апалы-һеңлеле был икәүгә беләҙектәр таҡты, баштарына матур таж кейҙерҙе.

43Шунда Мин: «Был ҡатын фәхешлек ҡылып хәлдән тайған булһа ла, һаман уның менән уйнаш итәләрме?» – тинем. 44Фәхишә янына ингән кеүек уның янына инделәр. Фәхишәгә барған һымаҡ был ике әхлаҡһыҙ ҡатынға, Оһола менән Оһоливаға, йөрөнөләр. 45Әммә тәҡүә кешеләр уларҙы хөкөм итәсәк. Зина иткән, ҡан түккән ҡатындарға бирелә торған яза менән хөкөм итәсәктәр уларҙы. Сөнки был ике ҡатын зина ҡылды, уларҙың ҡулдары ҡанлы.

46Шуға күрә Раббы Хаким былай ти: «Өҫтәренә бер өйөр әҙәм ебәр ҙә уларҙы дәһшәткә һәм талауға дусар ит. 47Был өйөр уларҙы таш менән бәргесләһен, ҡылыс менән сапҡылаһын, улдарын һәм ҡыҙҙарын үлтерһен, йорттарына ут төртһөн.

48Был илдәге әхлаҡһыҙлыҡҡа шул рәүешле сик ҡуйырмын. Бөтә ҡатын-ҡыҙҙар һабаҡ алыр һәм һеҙҙең кеүек аҙғынлыҡ менән шөғөлләнмәҫ. 49Әхлаҡһыҙлығығыҙға күрә яза бирелер, боттарға табынып гонаһ ҡылғанығыҙҙың әжерен алырһығыҙ. Шунда Минең Раббы Хаким икәнемде белерһегеҙ».

Copyright information for BakIBT2023