Ezekiel 24
Тутыҡҡан ҡаҙан
1Һөргөнөбөҙҙөң туғыҙынсы йылында, унынсы айҙың унынсы көнөндә миңә Раббы һүҙе булды: 2– Эй әҙәм улы, был көндө, бына ошо көндө яҙып ҡуй – Бабил батшаһы тап ошо көндө Йәрүсәлимде ҡамауға алды. 3Был фетнәсел халыҡҡа мәҫәл һөйлә. Әйт уларға, Раббы Хаким былай ти: «Ҡаҙан аҫ.Ҡаҙан аҫ та һыу ҡой.
4Ит һал, иң һәйбәт өлөшөн:
Бото менән ҡалаҡ һөйәген,
Бай һөйәктәрен тултыр.
5Һарыҡтарҙың иң һимеҙен һайла.
Ҡаҙан аҫтына ут тоҡандыр;
Һөйәктәре таралғансы ҡайнат».
6Шуға күрә Раббы Хаким былай ти: «Ҡан түккән ҡалаға ҡайғы!
Тутыҡҡан һәм тутығы бөтмәгән ҡаҙанға һәләкәт!
Йәрәбә ташлап тормай итенән бушат,
Сығарып ырғыт киҫәк-киҫәк.
7Ҡала эсендә ҡан ҡойолдо;
Яланғас ҡая өҫтөнә түкте ҡанды,
Туҙан менән булһа ла ҡапланырлыҡ урынға ла түкмәне.
8Мин дә асыуымды тоҡандырыр,
Үс алыр өсөн
Уның ҡанын яланғас ҡаяға түктем,
Әйҙә, күренеп торһон».
9Шуға күрә Раббы Хаким былай ти:
«Ҡан түккән ҡалаға ҡайғы!
Мин дә усаҡ өсөн утын йыясаҡмын.
10Утын өҫтә, ут тоҡандыр,
Итте яҡшы итеп бешер.
Ҡаҙанда ҡуйырғансы,
Һөйәктәр көйөп бөткәнсе ҡайнат.
11Шунан буш ҡаҙанды ҡуҙға ултырт.
Янһын, баҡыры ҡыҙһын.
Бөтөн әшәкеһе көйөп бөтһөн;
Юшҡыны юҡ булһын.
12Бөтә тырышлыҡтар бушҡа сыҡты.
Ҡаҙандың юшҡыны таҙарманы.
Хатта ут та бөтөрә алманы.
13Әхлаҡһыҙлығың һине нәжесләне,
Ни тиклем таҙартмайым, һаман нәжесһең.
Асыуым түгелеп баҫылмайынса,
Һис таҙарына алмаясаҡһың.
14Мин, Раббы, әйттем быны.
Әйткәнемде бойомға ашырыр ваҡыт етте,
Эшләрмен, кире уйламам;
Йәлләмәм, ҡыҙғанып тормам.
Ҡыуған юлыңа, ҡылған ғәмәлдәреңә күрә хөкөм ителерһең», –
тип белдерә Раббы Хаким.
Зөлкифелдең ҡатынының үлеме
15Миңә Раббы һүҙе булды: 16– Эй әҙәм улы, бер ауырыу ебәреп, күҙҙәреңдең ҡыуанысын тартып аласаҡмын. Әммә һыҡтама, илама, күҙҙәреңдең йәше түгелмәһен. 17Эсеңдән генә һыҡта, үлгән кешең өсөн матәм йолаһын үткәрмә. Сәлләң менән ҡатаңды кей, йөҙөңдөң аҫҡы өлөшөн ҡаплама, йыназа икмәге ашама. 18Мин иртәнсәк халыҡ менән һөйләштем, ә кискеһен минең ҡатыным үлде. Иртәгәһенә, миңә нисек бойоролған булһа, шулай эшләнем. 19Халыҡ минән: – Ниңә былай эшләгәнеңдең мәғәнәһен беҙгә аңлатып бирә алмаҫһыңмы? – тип һораны. 20– Миңә Раббы һүҙе булды, – тип яуап бирҙем. – 21Исраил халҡына әйтергә ҡушып, Раббы Хаким былай ти: «Ғорурлығығыҙҙы һәм көсөгөҙҙө, күҙҙәрегеҙҙең ҡыуанысы, күңелегеҙҙең йыуанысы булған Изге торлағымды нәжесләйәсәкмен. Һеҙ ҡалала ҡалдырған улдарығыҙ менән ҡыҙҙарығыҙ ҡылыстан үткәреләсәк. 22Шунда әле Зөлкифел нимә эшләһә, һеҙ ҙә шуны эшләйәсәкһегеҙ: йөҙөгөҙҙөң аҫҡы өлөшөн ҡапламаясаҡһығыҙ, йыназа икмәген ашамаясаҡһығыҙ. 23Сәлләгеҙ – башығыҙҙа, ҡатағыҙ аяғығыҙҙа булыр. Йәш түкмәҫһегеҙ, иламаҫһығыҙ, бер-берегеҙ алдында ыңғырашып, ғәйебегеҙ арҡаһында һулырһығыҙ. 24Зөлкифел һеҙҙең өсөн билдә буласаҡ: ул нимә эшләй, һеҙ ҙә шуны эшләйәсәкһегеҙ. Ошолар бойомға ашҡас, Минең Раббы Хаким икәнемде белерһегеҙ». 25Ә һиңә килгәндә, эй әҙәм улы, уларҙың һыйынысын, һөйөнөсөн һәм данын, күҙҙәренең ҡыуанысын, күңелдәренең йыуанысын, улдарын һәм ҡыҙҙарын тартып алған көнөмдә, 26шул көндө һинең яныңа ҡасып ҡотолған берәү килер. Ул булған ваҡиғаларҙы һиңә һөйләп бирер. 27Ана шул ҡасҡын янында телең асылыр. Һин уның менән һөйләшерһең, башҡаса өнһөҙ ҡалмаҫһың. Һин улар өсөн билдә булырһың. Шунда улар Минең Раббы икәнемде белер.
Copyright information for
BakIBT2023