Ezekiel 25
Ғаммон халҡына ҡаршы пәйғәмбәрлек
1Миңә Раббы һүҙе булды: 2– Эй әҙәм улы, йөҙөңдө Ғаммон халҡына табан бор, уларға ҡаршы пәйғәмбәрлек ит. 3Ғаммон халҡына әйт: «Раббы Хакимдың һүҙен тыңлағыҙ! Раббы Хаким былай ти: Изге торлағым нәжесләнгәндә, Исраил иле тар-мар ителгәндә, Йәһүҙә халҡы һөргөнгә оҙатылғанда: „Әһә, яҡшы булды!“– тигәйнегеҙ. 4Шуға күрә Мин һине биләмә итеп көнсығыш халыҡтарына бирәм; арағыҙҙа сатырҙарын ҡороп, һинең ереңә төйәкләнерҙәр, емештәреңде ашарҙар, һөтөңдө эсерҙәр. 5Рабба ҡалаһы дөйәләр өсөн көтөүлек булыр, Ғаммон ерен ваҡ мал аҙбары итермен. Шунда Минең Раббы икәнемде белерһегеҙ». 6Раббы Хаким былай ти: «Исраилды мыҫҡыл итеп, бар күңелдән ҡыуана-ҡыуана ҡул сапҡаның һәм аяҡ тыпырҙатҡаның өсөн, 7Мин дә һиңә ҡаршы ҡулымды күтәрәм, һине ҡәүемдәргә таларға бирәм. Һине халыҡтар иҫәбенән юҡ итәсәкмен, илдәр араһынан юйып ташлаясаҡмын, һәләк ҡыласаҡмын. Шунда Минең Раббы икәнемде белерһең».Моавҡа ҡаршы пәйғәмбәрлек
8Раббы Хаким былай ти: «Моав менән Сеғир халҡы: „Ҡарағыҙ, Йәһүҙә нәҫеленең башҡа ҡәүемдәрҙән бер айырмаһы ла юҡ!“– тигән өсөн 9Моавтың бер сигенән икенсе сигенә тиклем бөтә ҡалаларын, илдең күрке булған Бейт-Йешимоҫ, Бәғел-Меғон, Ҡиръяҫаимдан башлап, һаҡлауһыҙ ҡалдырасаҡмын. 10Моавты ғаммондар менән бергә көнсығыш халыҡтарына биләмә итеп бирәсәкмен. Шулай итеп, Ғаммон халҡы ҡәүемдәр иҫәбендә башҡаса иҫкә алынмаҫ. 11Моавты хөкөм итәсәкмен. Шунда Минең Раббы икәнемде белерҙәр».Эдомға ҡаршы пәйғәмбәрлек
12Раббы Хаким былай ти: «Эдом, Йәһүҙә халҡынан үс алып, ҙур ғәйеп эшләне. 13Шуға күрә, – ти Раббы Хаким, – Мин дә ҡулымды Эдомға ҡаршы күтәрәсәкмен, кешеләрен дә, малдарын да юҡ итәсәкмен, илде бушлыҡҡа әйләндерәсәкмен. Темандан алып Деданға тиклем эдомдар ҡылыстан ҡырыласаҡ. 14Эдомдан үсемде халҡым Исраилдың ҡулы менән аласаҡмын. Улар Эдомда Минең асыуым һәм нәфрәтем буйынса эш итәсәктәр. Эдом халҡы Минең үс ҡандырыуымды аңлаясаҡ», – тип белдерә Раббы Хаким.Пелештиҙәргә ҡаршы пәйғәмбәрлек
15Раббы Хаким былай ти: «Пелештиҙәрҙең үсе аяуһыҙ. Йөрәктәре нәфрәт менән тулы булғанға күрә, улар үс алдылар, сикһеҙ дошманлыҡ менән юҡ итергә маташтылар. 16Шуға күрә, – ти Раббы Хаким, – пелештиҙәргә ҡаршы ҡулымды күтәрәм, керетиҙәрҙе юҡ итәм, диңгеҙ буйында йәшәгәндәренең иҫән ҡалғандарын һәләк ҡылам. 17Ҡот осҡос язалар менән уларҙан үсемде алам. Үсемде алғас, улар Минең Раббы икәнемде белер».
Copyright information for
BakIBT2023