‏ Ezekiel 28

Тирҙың хакимына ҡаршы пәйғәмбәрлек

1Миңә Раббы һүҙе булды:

2– Эй әҙәм улы, Тирҙың хакимына әйт! Раббы Хаким былай ти:

«Һин тәкәбберләнеп киттең:
„Мин – алламын,
Диңгеҙҙәрҙең ҡуйынында
Алла тәхетендә ултырам“, – тинең.
Аҡылың менән үҙеңде
Аллаға тиңмен тип һанаһаң да,
Һин алла түгел, әҙәмһең.
3Эйе, Даниилдан аҡыллыраҡһың;
Һинән йәшерен бер ниндәй сер юҡ.
4Зирәклегең һәм зиһенең менән
Үҙеңә байлыҡ тупланың,
Хазина һаҡлағысыңды
Алтын-көмөш менән тултырҙың.
5Сауҙаға һәләтең менән
Зиннәттәреңде арттырҙың.
Әммә байлығың арҡаһында тәкәбберләндең.

6Шуға күрә Раббы Хаким былай ти:

Аҡылың менән үҙеңде
Аллаға тиңмен тип һанаған өсөн,
7Һиңә ҡаршы Мин яттарҙы,
Ҡәүемдәрҙең яуыздарын ебәрәм;
Күркәмлегеңә, аҡылыңа ҡаршы улар
Ҡылыстарын ҡындан һурасаҡ,
Гүзәллегеңде нәжесләйәсәк.
8Һине ҡәбергә төшөрәсәктәр,
Һин диңгеҙҙәр ҡуйынында
Ҡурҡыныс үлемдән һәләк буласаҡһың.
9Шул саҡ йәнеңде ҡыйыусы ҡаршыһында
„Мин – алла“тип әйтерһеңме?
Һине үлтергәндәрҙең ҡулында
Һин – алла түгел, әҙәмһең.
10Һин яттарҙың ҡулынан
Сөннәтһеҙҙәр әжәле менән үлерһең.
Мин, Раббы, әйттем быны», – тип белдерә Раббы Хаким.

Тир батшаһының ҡолаясағы тураһында

11Миңә Раббы һүҙе булды:

12– Эй әҙәм улы, Тир батшаһы тураһында һыҡтау йыры йырла. Әйт уға, Раббы Хаким былай ти:

«Һин камиллыҡтың мөһөрө,
Аҡылдың бөтөнлөгө,
Гүзәллектең тажы инең.
13Һин Ғедәндә – Алла баҡсаһында – инең;
Аҫыл таштар менән биҙәлгәйнең:
Ҡыҙыл яҡут, хризолит, алмас,
Һары яҡут, оникс, йәшмә,
Зәңгәр яҡут, фирүзә һәм зөбәржәт –
Барыһы ла алтын менән тирәсләнгән.
Улар яратылған көнөңдә үк әҙер ине.
14Һине, ҡанаттары йәйелгән кирубты,
Ҡурсалаусы итеп билдәләнем,
Алланың изге тауында булдың,
Янар таштар араһында гиҙҙең.
15Яратылған көнөңдән алып,
Яуызлығың табылғанға тиклем
Һин тоғро юлдан йөрөнөң.
16Сауҙаң арта барған һайын
Яуызлыҡҡа тулдың, гонаһ ҡылдың.
Шуға күрә нәжес әйбер кеүек
Һине Алла тауынан бырғаным,
Янар таштар араһынан ҡыуҙым
Эй һин, ҡурсалаусы кируб!
17Матурлығыңа маһайып эреләндең,
Балҡышыңдан юйылды аҡылың.
Шуға күрә һине ергә бәрҙем;
Батшалар алдында хур иттем.
18Һин үҙеңдең сикһеҙ гонаһтарың,
Сауҙаңдағы күп ғәҙелһеҙлегең менән
Изге урындарыңды нәжесләнең.
Мин эсеңдән ут сығарҙым –
Ул һине яндырып юҡ итте.
Барыһының күҙ алдында
Һине көлгә әйләндерҙем.
19Һине белгән бар халыҡтар
Һәләкәтеңә тетрәнде.
Ахырың ҡурҡыныс булды,
Һин мәңгегә юҡҡа сыҡтың».

Сидон ҡалаһына ҡаршы пәйғәмбәрлек

20Миңә Раббы һүҙе булды:

21– Эй әҙәм улы, йөҙөңдө Сидонға табан бор, уға ҡаршы пәйғәмбәрлек ит. 22Әйт, Раббы Хаким былай ти:

«Мин һиңә, эй Сидон, ҡаршы сығам!
Һинең эсеңдә дан ҡаҙанасаҡмын:
Һиндә йәшәгәндәрҙе язалағас,
Үҙемдең мөҡәддәслегемде танытҡас,
Раббы икәнемде беләсәктәр.
23Мин һиңә ҡырғын ебәрәсәкмен,
Урамдарыңда ҡан ағыҙасаҡмын.
Һәр яҡтан эҙәрләүсе ҡылыстан ҡырылғандар
Ҡала уртаһында йығыласаҡ.
Шунда Минең Раббы икәнемде бөтәһе лә беләсәктәр».

Алланың Исраил халҡына вәғәҙәһе

24– Бынан ары Исраил халҡының осло сәнскәк, энәле күгән һымаҡ яралаусы, уға ерәнеп ҡараусы күршеләре булмаясаҡ. Шунда улар Минең Раббы Хаким икәнемде беләсәктәр.

25Раббы Хаким былай ти: «Халыҡтар араһына һибеп таратҡан Исраил халҡын йыйып алып, ҡәүемдәрҙең күҙ алдында Үҙемдең мөҡәддәслегемде танытҡас, улар Мин ҡолом Яҡупҡа биргән ерҙәрендә йәшәйәсәк. 26Мин уларға ерәнеп ҡараған барлыҡ халыҡтарҙы хөкөм иткәндән һуң, унда хәүефһеҙ йәшәрҙәр, йорттар төҙөрҙәр, йөҙөм баҡсалары үҫтерерҙәр – имен-аман ғүмер итерҙәр. Шунда улар Минең Раббы, уларҙың Аллаһы икәнемде беләсәктәр».

Copyright information for BakIBT2023