‏ Ezekiel 31

Кедр ағасы менән сағыштырыу

1Һөргөнөбөҙҙөң ун беренсе йылында, өсөнсө айҙың беренсе көнөндә миңә Раббы һүҙе булды:

2– Эй әҙәм улы, Мысыр батшаһы фирғәүенгә һәм уның өйөр-өйөр халҡына әйт:

«Бөйөклөктә кем һиңә тиңләшер?
3Баҡ Ашшурға! Ливандағы кедр ағасына оҡшаш ине:
Суҡ япраҡлы ботаҡтары күләгәле,
Һомғол буйлы,
Башы болоттарға тейә ине.
4Һыу үҫтерҙе уны,
Тәрән һыуҙар уны бейегәйтте.
Йылғалар уратҡайны үҫкән урынын,
Арыҡтары һуғарҙы ҡырҙағы бар ағастарҙы.
5Шуға күрә бөтә ағастарҙан ҡалҡыу ине.
Һыу муллыҡҡа ботаҡтары оҙонайҙы, ҡуйыланды,
Тарбаҡланып үҫте.
6Ҡоштар ботағында оя ҡорҙо.
Аҫтында ҡырағай йәнлектәр балаланы,
Күп ҡәүемдәр күләгәһендә йәшәне.
7Һомғол буйы,
Оҙон ботаҡтары менән гүзәл ине,
Тамырҙары мул һыуҙарға төштө.
8Алла баҡсаһындағы кедр ағастары ла
Буйға уның менән ярышманы.
Ҡарағайҙар уның ботаҡтары,
Чинарҙар үҫентеләре менән тиңләшмәне.
Алла баҡсаһындағы һис бер ағас
Уның һымаҡ матур түгел ине.
9Суҡ ботаҡтар менән уны Мин биҙәнем,
Алла баҡсаһы Ғедәндәге бөтә ағастар унан көнләште.

10Шуға күрә Раббы Хаким былай ти: „Бейек булып үҫкәнгә, башы менән болоттарға тейгәнгә, бейеклеге арҡаһында тәкәбберләнгәнгә күрә, 11Мин уны халыҡтар хакимының ҡулына тапшырҙым. Был хаким уның яуызлығына күрә эш итте. Мин Үҙем иһә уны ситкә типтем.

12Яттар, ҡәүемдәрҙең иң рәхимһеҙҙәре, уны ҡырҡып ерҙә ҡалдырҙы. Ботаҡтары тауҙарға, бөтә үҙәндәргә барып төштө. Япраҡлы тәлгәштәре, һынып, уйһыуҙарға сәселде. Ер йөҙөндәге бөтә халыҡтар, күләгәһенән сығып, уны ташлап китте. 13Барлыҡ күк ҡоштары ҡолаған олонона килеп ҡунды, ботаҡтары араһына ҡырағай йәнлектәр ояланы. 14Һыу буйында үҫкән һис бер ағас бынан ары ул тиклем юғары күтәрелмәһен, остары болоттарға теймәһен! Һыуға туйған һис бер ағас ундай бейеклеккә ирешмәһен өсөн эшләнде был. Уларҙың барыһы ла, фани бәндәләр менән бергә, үлем соҡорона, түбәнге донъяға дусар ителгән“.

15Раббы Хаким былай ти: „Ул үлеләр донъяһына төшкән көндө Мин ер аҫты һыуҙарына, уны ҡыҙғанып, йәш түгергә ҡуштым; Мин даръяны бикләнем, уның ағымдарын быуҙым, һәм оло һыуҙар туҡтаны. Уның хаҡына Мин Ливан тауҙарын ҡараңғылыҡ менән сорнаным, һәм ҡырҙағы бөтә ағастар шиңде. 16Мин уны үлеләр донъяһына, үлем соҡорона төшкәндәр янына олаҡтырғанда, ул ауған тауышҡа ҡәүемдәрҙе ҡурҡып тетрәнергә мәжбүр иттем. Шунда Ғедән баҡсаһындағы бөтә ағастар, Ливандың иң һайланмыш, иң яҡшы һәм мул һыу эскән ағастары барыһы ла түбәнге донъяла тынысланып ҡалды. 17Уның күләгәһендә йәшәгәндәр, ҡәүемдәр араһында уға арҡа терәгәндәр ҙә уның менән бергә үлеләр донъяһына, ҡылыстан ҡырылғандар янына төштө.

18Шунан, Ғедән ағастарының ҡайһыһы затлылығы һәм мөһабәтлеге менән һиңә тиң ине? Әммә хәҙер, Ғедән ағастары менән һин дә түбәнге донъяға төшөрөләсәкһең! Сөннәтһеҙ халыҡтар араһында, ҡылыстан үткәрелгәндәр менән йәнәш ятасаҡһың. Фирғәүендең һәм уның өйөр-өйөр халҡының тәҡдире шулай“», – тип белдерә Раббы Хаким.

Copyright information for BakIBT2023