‏ Ezekiel 33

Алланың Зөлкифелде халыҡҡа күҙәтсе итеп ҡуйыуы

1Миңә Раббы һүҙе булды:

2– Эй әҙәм улы, үҙ халҡыңа һөйлә, әйт уларға: «Әгәр ҙә Мин берәй илгә ҡылыс ебәрһәм, ул ил халҡы, араларынан бер кешене алып, уны үҙҙәренә күҙәтсе итеп ҡуйыр. 3Күҙәтсе, ҡылыстың илгә яҡынлашҡанын күреп, халыҡты иҫкәртер өсөн борғо ҡысҡыртыр. 4Кем борғо тауышын ишетеп тә, һаҡланыу сараһын күрмәһә һәм ҡылыс килеп уның йәнен ҡыйһа, үлеме өсөн үҙе ғәйепле булыр. 5Ул борғо тауышын ишетте, әммә иҫкәртеүгә иғтибар бирмәне, шуға күрә үлемендә үҙе ғәйепле. Әгәр ул иҫкәртеүгә иғтибар иткән булһа, иҫән ҡалыр ине. 6Ә инде күҙәтсе ҡылыстың яҡынлашҡанын күрә тороп та борғо ҡысҡыртмаһа, ул халыҡты иҫкәртмәгән була. Ҡылыс килеп кешеләрҙең йәнен ҡыйһа, улар үҙҙәренең енәйәте өсөн үлтерелгән булыр, әммә уларҙың үлеме өсөн Мин күҙәтсене яуаплы итәсәкмен».

7– Мин һине, эй әҙәм улы, Исраил нәҫеленә күҙәтсе итеп ҡуйҙым. Һин, ауыҙымдан сыҡҡан һәр бер һүҙемде тыңлап, халҡыма әйтеп, уларҙы иҫкәртеп торорһоң. 8Мин яуыз кешегә: «Һин мотлаҡ үләсәкһең!» – тип әйтһәм, ә һин уны киҫәтмәһәң, уны яман юлын ташларға өндәмәһәң, был яуыз кеше үҙ енәйәте арҡаһында үләсәк, әммә уның ҡаны өсөн Мин яуаплылыҡты һинең өҫтөңә һаласаҡмын. 9Ә инде һин яуыз кешене киҫәтһәң, ул иһә, яуызлығын ҡуйып, яман юлын ташламаһа, үҙ ғәйебе өсөн үлер, ә һин үҙ йәнеңде ҡотҡарып ҡалырһың.

10Һин, эй әҙәм улы, Исраил халҡына былай тип әйт: «„Енәйәттәребеҙ һәм гонаһтарыбыҙ – өҫтөбөҙҙә, уларҙың ауырлығынан сүгәбеҙ. Был хәлдә нисек йәшәргә һуң беҙгә?“– тиһегеҙ». 11Уларға еткер: «Үҙемдең барлығым менән ант итеп әйтәм, – тип белдерә Раббы Хаким. – Мин яуыздың үлеменән түгел, яман юлын ташлап тере ҡалыуынан һөйөнөс табам. Яуыз юлығыҙҙан ҡайтығыҙ. Нимәгә һеҙгә үлергә, эй Исраил халҡы?»

12Ә һин, эй әҙәм улы, халҡыңа әйт: «Тоғро кеше енәйәт ҡылһа, уны тоғролоғо ҡотҡармаҫ. Яуыз кеше яманлығын ташлаһа, ҡылған яманлығы өсөн язаланмаҫ. Тоғро кеше Раббыға ҡаршы гонаһ ҡылһа, тоғролоғо язанан ҡотҡармаҫ. 13Тоғроға: „Мотлаҡ йәшәйәсәкһең“, – тиһәм, ә ул үҙенең хаҡлығына өмөтләнеп яуызлыҡ ҡылһа, эшләгән яҡшылыҡтарының береһе лә иҫәпкә алынмаҫ, һәм ул ҡылған гонаһы өсөн үлер. 14Яуыз кешегә: „Мотлаҡ үләсәкһең“, – тиһәм, әммә ул гонаһынан баш тартып ғәҙел һәм дөрөҫ ғәмәлдәр ҡылһа, 15аманат итеп алғанын кире бирһә, урлағаны өсөн түләһә, гонаһ ҡылмайынса, тормош ҡағиҙәләре буйынса йәшәһә, – мотлаҡ йәшәр, үлмәҫ. 16Эшләгән гонаһтарының береһе лә иҫкә алынмаҫ, ғәҙел һәм тоғро булғанды эшләй икән, мотлаҡ йәшәр».

17Әммә һинең халҡың: «Раббы Хакимдың юлы дөрөҫ түгел», – ти. Ә бит уларҙың үҙҙәренең юлы дөрөҫ түгел. 18Тоғро кеше, хаҡ юлын ташлап енәйәт ҡылһа, ҡылған гонаһы арҡаһында үләсәк. 19Яуыз кеше, яман эштәренән баш тартып, ғәҙел һәм тоғро булғанды ҡылһа, ҡылған яҡшылыҡтары өсөн йәшәйәсәк. 20Әммә һеҙ: «Раббы Хакимдың юлы дөрөҫ түгел», – тиһегеҙ. Мин һәр берегеҙҙе ҡылған ғәмәлдәренә күрә хөкөм итәсәкмен, эй Исраил нәҫеле!

Йәрүсәлимдең тар-мар ителеүе тураһында хәбәр

21Һөргөнөбөҙҙөң ун икенсе йылында, унынсы айҙың бишенсе көнөндә Йәрүсәлимдән ҡасып ҡотолған берәү миңә килеп: «Ҡала тар-мар ителде!» – тине. 22Бынан бер көн элек, кискеһен, ул ҡасҡын яныма килгәнгә тиклем, Раббының ҡулы өҫтөмдә ине. Иртәнсәк ул кеше яныма килмәҫтән алда Раббы телемде асты. Телем асылды, инде телһеҙ түгел инем.

23Шунда миңә Раббы һүҙе булды:

24– Эй әҙәм улы, Исраилдың харабалары араһында йәшәүселәр: «Ибраһим, яңғыҙ була тороп та, был ергә хужа булған. Беҙ иһә күмәкбеҙ, әлбиттә, был ер беҙгә биләмә итеп бирелгән», – тиҙәр. 25Шуға күрә әйт уларға, Раббы Хаким былай ти: «Итте ҡаны менән ашайһығыҙ, боттарығыҙға табынаһығыҙ, ҡан түгәһегеҙ. Шунан һуң да ерҙе биләмә итеп алырға өмөтләнәһегеҙме? 26Ҡылысығыҙға арҡаланаһығыҙ, ерәнгес эштәр ҡылаһығыҙ, бер-берегеҙҙең ҡатынын нәжесләйһегеҙ. Шунан һуң да был ерҙе биләмә итеп алмаҡсыһығыҙмы?»

27Уларға әйт, Раббы Хаким былай ти: «Үҙемдең барлығым менән ант итеп әйтәм, ошо харабалар араһында йәшәүселәр ҡылыстан йығыласаҡ, асыҡ яландағыларҙы януарҙарға емтек итеп бирәсәкмен, ҡәлғәләрҙә һәм мәмерйәләрҙә йәшәгәндәр үләттән ҡырыласаҡ. 28Илде харабаға һәм ташландыҡ ергә әйләндерәм, тәкәббер ҡеүәтен юҡҡа сығарам, Исраил тауҙары бушап ҡаласаҡ, уларҙан һис кем йөрөмәйәсәк. 29Ҡылған барлыҡ әшәкелектәре өсөн илде бушлыҡтарҙың бушлығына әүерелдергәндән һуң, улар Минең Раббы икәнемде белер».

30Ә һиңә килгәндә, эй әҙәм улы, халҡың диуар эргәләрендә, өйҙәренең ишеге төбөндә һинең хаҡта һөйләшер. Бер-береһенә, ағай-энеһенә: «Әйҙәгеҙ, барып тыңлайыҡ, Раббынан ниндәй һүҙ килгән икән?» – тиер. 31Һәр ваҡыттағы һымаҡ халыҡ һинең яныңа килер, Минең халҡым булараҡ ҡаршыңа ултырыр, һүҙҙәреңде тыңлар, әммә әйтелгәндәрҙе үтәмәҫ. Телдәре менән ихласлыҡтарын күрһәтерҙәр, әммә күңелдәре хаҡһыҙ табыш артынан ынтылыр. 32Һин улар өсөн уйын ҡоралында оҫта уйнаған, матур тауышлы һөйөү йырсыһы кеүекһең. Һүҙҙәреңде тыңлайҙар, әммә әйткәндәреңде үтәмәйҙәр. 33Ләкин былар барыһы ла бойомға ашҡас – ә ул мотлаҡ ашасаҡ – араларында пәйғәмбәр булғанын белерҙәр.

Copyright information for BakIBT2023