Ezekiel 34
Исраил башлыҡтарына мөрәжәғәт
1Миңә Раббы һүҙе булды: 2– Эй әҙәм улы, Исраилдың көтөүселәренә ҡаршы пәйғәмбәрлек ит һәм уларға, был көтөүселәргә, әйт, Раббы Хаким былай ти: «Бары тик үҙ-үҙҙәрен ҡайғыртҡан Исраил көтөүселәренең башына бәлә! Көтөүселәр ҡуйҙарын көтөргә тейеш түгелме ни? 3Эс майы менән туйынаһығыҙ, йөндән кейенәһегеҙ, ҡуйҙарҙың иң һимеҙен һуяһығыҙ, ә малдарҙы ҡайғыртмайһығыҙ. 4Хәлһеҙҙәренә көс бирмәйһегеҙ, сирлеләрен дауаламайһығыҙ, йәрәхәтлеләренең яраһын бәйләмәйһегеҙ. Аҙашҡанын тапмайһығыҙ, юғалғанын эҙләмәйһегеҙ. Киреһенсә, уларға көс һәм аяуһыҙлыҡ менән идара итәһегеҙ. 5Улар көтөүселәре булмағанға күрә таралышты, шул арҡала ҡырағай хайуандарға ем булды. 6Көтөүем бөтә тауҙарға, бейек ҡалҡыулыҡтарға, бөтә ер йөҙөнә таралды. Уларҙы юллаусы ла, эҙләүсе лә юҡ». 7Шуға күрә, эй көтөүселәр, Раббы һүҙен тыңлағыҙ: 8«Үҙемдең барлығым менән ант итеп әйтәм, – тип белдерә Раббы Хаким. – Көтөүсе булмағанлыҡтан, ҡуйҙарым табышҡа әйләнде, һарыҡтарым ҡырағай януарҙарға емтек булды. Көтөүселәрем ҡуйҙарымды ҡараманы, бары үҙ-үҙҙәрен ҡайғыртты». 9Шуға күрә, эй көтөүселәр, Раббы һүҙен тыңлағыҙ: 10Раббы Хаким былай ти: «Мин ул көтөүселәргә ҡаршымын! Мин уларҙан көтөүем өсөн яуап талап итәсәкмен. Һарыҡтарымды башҡаса уларҙан көттөрмәйәсәкмен. Бүтәнсә улар үҙ-үҙҙәрен генә ҡайғыртмаҫ. Ҡуйҙарымды уларҙың ауыҙынан ҡотҡарам, башҡаса уларға ем булмаҫтар». 11Раббы Хаким былай ти: «Инде ҡуйҙарымды Үҙем эҙләрмен, Үҙем ҡарармын. 12Таралған көтөүе араһында һарыҡтарын барлаған көтөүсе кеүек, Мин дә ҡуйҙарымды эҙләрмен. Болотло, ҡараңғы көндә таралған бөтә ерҙәрҙән уларҙы йыйып алырмын. 13Уларҙы халыҡтар араһынан сығарырмын, илдәрҙән йыйып алырмын, үҙҙәренең йорттарына кире ҡайтарырмын. Уларҙы Исраил тауҙарында, тарлауыҡтарҙа, илдең бөтә төйәктәрендә көтөрмөн. 14Уларҙы иң яҡшы болондарҙа көтөрмөн, утлауҙары Исраил тауҙарының битләүҙәрендә булыр. Улар яҡшы урындарҙа ял итер, Исраил тауҙарында үләнгә мул көтөүлектәрҙә утлар. 15Ҡуйҙарымды Үҙем көтәсәкмен, уларҙы һыулауҙа Үҙем ятҡырасаҡмын, – тип белдерә Раббы Хаким. – 16Юғалғанын табырмын, аҙашҡанын ҡайтарырмын, яралыһының йәрәхәтен бәйләрмен, хәлһеҙенә көс бирермен. Әммә һимереп шашҡандарын юҡ итәсәкмен. Мин ҡуйҙарымды ғәҙел көтәсәкмен». 17«Һеҙ, эй Минең көтөүем, – Раббы Хаким шулай ти, – һарыҡ менән һарыҡ араһында, һарыҡ тәкәләре менән кәзә тәкәләре араһында Үҙем хөкөм йөрөтәсәкмен. 18Яҡшы көтөүлектә утлауығыҙ аҙмы ни һеҙгә? Утлауығыҙҙың ҡалғанын тояҡтарығыҙ менән тапап йөрөйһөгөҙ. Таҙа һыуҙы эсәһегеҙ, ә ҡалғанын тояҡтарығыҙ менән болғандыраһығыҙ. – 19Минең ҡуйҙарым һеҙҙең тояҡтарығыҙ тапағанды ашарға, тояҡтарығыҙ болғандырған һыуҙы эсергә тейешме ни?» 20Шуға күрә Раббы Хаким уларға былай ти: «Һимеҙ һарыҡ менән ябыҡ һарыҡ араһында Мин Үҙем хөкөм йөрөтәсәкмен. 21Бөтә хәлһеҙ ҡуйҙарҙы төрткөләп сығарғанға тиклем ҡабырғағыҙ һәм яурынығыҙ менән этеп, мөгөҙҙәрегеҙ менән төкөгәнегеҙ өсөн 22Мин көтөүемде ҡотҡарырмын, башҡаса улар табыш булмаҫ. Ҡуй менән ҡуй араһында Үҙем хөкөм йөрөтөрмөн. 23Уларҙы көтөргә бер генә көтөүсене, ҡолом Дауытты ҡуясаҡмын. Уларҙы көтөр, көтөүселәре ул булыр. 24Мин Раббы уларҙың Аллаһы буласаҡмын. Ҡолом Дауыт уларҙың араһында хаким буласаҡ. Мин Раббы әйттем быларҙы. 25Улар менән именлек килешеүе төҙөрмөн, илдән йыртҡыс йәнлектәрҙе юҡ итермен. Далаларҙа хәүефһеҙ йәшәһендәр, урмандарҙа ҡурҡыуһыҙ йоҡлаһындар. 26Уларҙың үҙҙәренә лә, әйләнә-тирәләге ҡалҡыулыҡтарыма ла бәрәкәт күндерермен. Ямғырҙарҙы ваҡытында яуҙырырмын, улар хәйер-фатиха ямғырҙары булыр. 27Ҡырҙағы ағастар – емеш, тупраҡ мул уңыш бирер. Халыҡ үҙ илендә хәүефһеҙ йәшәр. Муйындарындағы ҡалыпты ватып, уларҙы ҡол иткәндәрҙең ҡулынан ҡотҡарғас, Минең Раббы икәнемде белерҙәр. 28Бүтәнсә улар ҡәүемдәргә – яумал, ҡырҙағы йәнлектәргә емтек булмаҫ. Хәүефһеҙ йәшәрҙәр, уларҙы бер кем ҡурҡытмаҫ. 29Аслыҡтан һәләк булмаһындар өсөн Мин уларға уңдырышлылығы менән дан аласаҡ ерҙәр бирермен, һәм улар башҡаса бүтән ҡәүемдәрҙең мәсхәрәһенә ҡалмаҫ. 30Шул саҡ Минең уларҙың Аллаһы Раббы булғанымды, улар, Исраил нәҫеле – Минең халҡым икәнен беләсәктәр, – тип белдерә Раббы Хаким. – 31Минең ҡуйҙарым, Минең көтөүлегемдең һарыҡтары – һеҙ кешеләрһегеҙ, ә Мин – һеҙҙең Аллағыҙ», – тип белдерә Раббы Хаким.
Copyright information for
BakIBT2023