‏ Ezekiel 36

Алланың Исраилға хәйер-фатихаһы

1– Эй әҙәм улы, Исраил тауҙарына пәйғәмбәрлек ит, әйт уларға: «Эй Исраил тауҙары, Раббы һүҙен тыңлағыҙ! 2Раббы Хаким былай ти: „Дошман һеҙҙең хаҡта: әһә, мәңгелек түбәләр беҙҙең мөлкәтебеҙ булды, тип әйтә“». 3Шуға күрә пәйғәмбәрлек итеп әйт, Раббы Хаким былай ти: «Һеҙҙе башҡа халыҡтарҙың мөлкәте булһын, уларҙың теленә ҡалһын, ғәйбәтенә тарыһын өсөн һәр яҡтан талаған һәм йолҡҡолаған өсөн, 4шуның өсөн, эй Исраил тауҙары, Раббы Хакимдың һүҙен тыңлағыҙ! Тирә-яҡтағы ҡәүемдәрҙең табышына, әҙәм мәсхәрәһенә әйләнгән тауҙарға, ҡалҡыулыҡтарға, тарлауыҡтарға һәм үҙәндәргә, буп-буш ҡалған емереклектәргә һәм ташландыҡ ҡалаларға 5Раббы Хаким былай ти: „Көнсөллөк утында янып, башҡа ҡәүемдәргә, барса Эдомға ҡаршы Үҙ һүҙемде белдерҙем. Улар, бөтә йөрәктән ҡыуанып, бөтә күңелдән мыҫҡыл итеп, илемә хужа булдылар һәм уның көтөүлектәрен талар өсөн үҙҙәренә яумал итеп алдылар“». 6Шул сәбәпле Исраил ере тураһында пәйғәмбәрлек ит һәм тауҙарға, ҡалҡыулыҡтарға, тарлауыҡтарға, үҙәндәргә әйт, Раббы Хаким былай ти: «Ҡәүемдәрҙең мыҫҡыл итеүҙәрен кисергәнегеҙ өсөн көнсөллөк утында янып, һүҙемде белдерәм. 7Шуға күрә, – ти Раббы Хаким, – ҡулымды күтәреп ант итәм: әйләнә-тирәгеҙҙәге ҡәүемдәр үҙҙәре мәсхәрәгә төшәсәк. 8Ә һеҙ, Исраил тауҙары, сәскә атасаҡһығыҙ һәм халҡым Исраилға емеш бирәсәкһегеҙ, сөнки халҡым Исраил тиҙҙән йортона ҡайтасаҡ. 9Сөнки Мин һеҙҙең яҡлымын, Мин һеҙҙең тарафҡа бороласаҡмын. Тупрағығыҙ эшкәртеләсәк һәм игеләсәк. 10Илегеҙҙә йәшәүселәрҙең, бөтә Исраил нәҫеленең һанын арттырасаҡмын. Ҡалаларҙа төйәкләнәсәктәр, емереклектәр ҡабаттан төҙөләсәк. 11Илегеҙҙә кешеләрҙе һәм мал-тыуарҙы ишәйтәсәкмен. Улар үрсер һәм күбәйер. Элекке ваҡыттарҙағы кеүек, илегеҙҙә бик күп кеше йәшәр. Мин һеҙгә әүәлгегә ҡарағанда ла күберәк игелек ҡылырмын. Шунда Минең Раббы икәнемде белерһегеҙ. 12Һеҙгә кешеләремде – халҡым Исраилды – килтерәсәкмен, һәм улар һиңә хужа буласаҡ, һин уларҙың биләмәһе буласаҡһың. Башҡаса уларҙы балаларынан мәхрүм итмәйәсәкһегеҙ».

13Раббы Хаким былай ти: «Һинең хаҡта: „Эй ил, кешеләр һине әҙәм ашаған һәм халҡын балаһыҙ ҡалдырған ил“, – тиҙәр. 14Әммә һин бынан һуң әҙәм ашамаясаҡһың, ҡәүемеңде балаларҙан мәхрүм итмәйәсәкһең, – тип белдерә Раббы Хаким. – 15Инде Мин һиңә ҡәүемдәрҙең хурлауын ишеттермәм, ят халыҡтарҙың мәсхәрәһенә дусар булмаҫһың. Халҡыңды башҡаса абындырырға юл ҡуймаясаҡмын», – тип белдерә Раббы Хаким.

Исраил халҡының яңы тормошо

16Миңә Раббы һүҙе булды:

17– Эй әҙәм улы, Исраил нәҫеле үҙ тупрағында йәшәгән саҡта тотҡан юлдары һәм ҡылған ғәмәлдәре менән уны нәжесләне. Уларҙың бындай ҡылығы Минең өсөн ҡатын-ҡыҙҙың күрем ваҡытындағы нәжесе кеүек булды. 18Уларға асыуымды түктем, сөнки илдә ҡан ҡойҙолар һәм уны боттары менән нәжесләнеләр. 19Уларҙы ҡәүемдәр араһына тараттым, төрлө илдәргә сәселделәр. Тотҡан юлдары һәм ҡылған ғәмәлдәренә күрә хөкөм иттем уларҙы. 20Барған һәр бер ерҙәрендә ҡәүемдәр араһында изге исемемде бысраттылар. Сөнки улар тураһында: «Был – Раббының халҡы, әммә улар Уның иленән ҡыуылып сыҡты», – тинеләр. 21Шуға күрә Исраил халҡы үҙҙәре барған ҡәүемдәр араһында бысратҡан изге исемем өсөн ҡайғырҙым.

22Шуға күрә Исраил халҡына әйт, Раббы Хаким былай ти: «Эй Исраил нәҫеле, быны һеҙҙең өсөн түгел, барған ҡәүемдәр араһында һеҙ бысратҡан изге исемем хаҡына эшләрмен. 23Һеҙ ҡәүемдәр араһында хурлаған бөйөк исемемдең мөҡәддәс икәнлеген күрһәтермен. Ҡәүемдәрҙең күҙ алдында һеҙҙең аша изгелегемде ғәмәл ҡылғас, улар Минең Раббы икәнемде белер, – тип белдерә Раббы Хаким. – 24Мин һеҙҙе ҡәүемдәр араһынан аласаҡмын, бөтә илдәрҙән йыйып, илегеҙгә кире ҡайтарасаҡмын. 25Өҫтөгөҙгә саф һыу һирпермен, бөтә әшәкелектәрегеҙҙән таҙарынырһығыҙ. Бөтә боттарығыҙҙан арындырырмын һеҙҙе. 26Һеҙгә яңы йөрәк бирермен, булмышығыҙға яңы рух иңдерермен. Тәнегеҙҙән таш йөрәкте сығарып, һеҙгә тере йөрәк бирермен. 27Үҙ Рухымды булмышығыҙға иңдерермен, Минең ҡағиҙәләрем буйынса йәшәрһегеҙ, ҡанундарымды үтәрһегеҙ һәм уларҙы тормошҡа ашырырһығыҙ. 28Ул заманда Мин аталарығыҙға биргән ерҙә йәшәрһегеҙ. Һеҙ – Минең халҡым, Мин һеҙҙең Аллағыҙ булырмын. 29Һеҙҙе бөтә әшәкелектәрегеҙҙән, нәжестән ҡотҡарырмын. Бойҙайға бойороҡ бирермен һәм уңышығыҙҙы арттырырмын, башҡаса һеҙгә аслыҡ күрһәтмәм. 30Аслыҡ арҡаһында һеҙҙе ҡәүемдәр араһында оятҡа ҡалдырмаҫ өсөн, ағастарҙың емешен, баҫыуҙарҙың уңышын мул итермен. 31Шул саҡ яман юлдарығыҙҙы, боҙоҡ ғәмәлдәрегеҙҙе иҫегеҙгә төшөрөрһөгөҙ, енәйәттәрегеҙ һәм әшәкелектәрегеҙ өсөн үҙегеҙҙән үҙегеҙ ерәнерһегеҙ. 32Белеп тороғоҙ, быны һеҙҙең хаҡығыҙға эшләмәйем, – тип белдерә Раббы Хаким. – Тотҡан юлдарығыҙ өсөн оялығыҙ, йөҙөгөҙ ҡыҙарһын, эй Исраил халҡы!»

33Раббы Хаким былай ти: «Һеҙҙе барлыҡ енәйәттәрегеҙҙән таҙартҡан көндө ҡалаларығыҙҙы төйәкләндерермен, емереклектәр ҡайтанан төҙөлөр. 34Үткән-һүткәндең күҙ алдында сүл кеүек буп-буш ятҡан тупраҡ эшкәртелер. 35„Ташландыҡ ятҡан был ерҙәр Ғедән баҡсаһындай булды! Харабаға әйләнгән, бушап ҡалған, емерелгән ҡалалар әле нығытылды, унда кешеләр йәшәй башланы“, – тип әйтерҙәр. 36Шул саҡ тирә-яғығыҙҙа ҡалған ҡәүемдәр Мин Раббының емерелгәнде торғоҙғанымды, ташландыҡ ерҙәрҙе ҡайтанан баҡсаға әйләндергәнемде белер. Мин, Раббы, әйттем быны һәм әйткәнемде бойомға ашырасаҡмын».

37Раббы Хаким былай ти: «Мин, тағы ла халҡым Исраилдың үтенесенә ҡолаҡ һалып, уларҙы ҡуй көтөүе кеүек күбәйтермен. 38Байрамдарҙа Йәрүсәлимдә ҡорбанға килтерелгән һарыҡтар ни тиклем күп булһа, әле бушап ҡалған ҡалалар ҙа шул тиклем кеше менән тулы буласаҡ. Шунда Минең Раббы икәнемде белерҙәр».

Copyright information for BakIBT2023