‏ Ezekiel 37

Кипкән һөйәктәр тураһында пәйғәмбәрлек

1Раббының ҡулы өҫтөмдә ине. Раббы Рухы мине тышҡа алып сыҡты ла һөйәк тулы бер үҙән уртаһына килтереп баҫтырҙы. 2Ул мине һөйәктәр тирәһендә йөрөтә башланы – был үҙәндә улар бик күп ине һәм барыһы ла кибеп бөткәйне. 3Раббы минән:

– Эй әҙәм улы, был һөйәктәр терелә аламы? – тип һораны.

– Йә Раббы Хаким, быны Һин генә беләһең, – тинем.

4Шунан Ул миңә:

– Был һөйәктәргә пәйғәмбәрлек ит, – тине. – Әйт уларға: «Эй ҡоро һөйәктәр, Раббы һүҙен тыңлағыҙ!
5Раббы Хаким был һөйәктәргә әйтә: „Бына, Мин һеҙгә һулыш
Һулыш – йәһүд телендә был һүҙ «рух», «ел» һәм «йән» мәғәнәләренә лә эйә (ошо бүлектең 6, 8, 9, 10, 14-се аяттарында ла бар).
индерермен дә һеҙ йәнләнерһегеҙ.
6Мин һеҙгә һеңер тартырмын, ит ҡундырырмын, тире менән ҡаплармын. Эсегеҙгә һулыш индерермен, һәм һеҙ йәнләнерһегеҙ. Шунда Минең Раббы икәнемде белерһегеҙ“».

7Миңә нисек бойоролған булһа, шулай пәйғәмбәрлек иттем. Пәйғәмбәрлек иткән сағымда тауыш ҡупты, һөйәктәр хәрәкәткә килде һәм бер-береһенә тоташа башланы. 8Күрәм: уларға һеңер үҫте, ит үрҙе, тире ҡапланы, әммә йәндәре юҡ ине. 9Шунда Ул миңә былай тине:

– Эй әҙәм улы, һулышҡа өндәш, пәйғәмбәрлек итеп әйт, Раббы Хаким былай ти: «Эй һулыш, дүрт тарафтан ел менән кил! Был үлтерелгән әҙәмдәргә өр ҙә, улар терелер!»

10Ул миңә нисек ҡушһа, шулай пәйғәмбәрлек иттем – уларға һулыш инде һәм улар терелеп тороп баҫты. Улар сикһеҙ күмәк ине.

11Шунда Ул миңә былай тине:

– Эй әҙәм улы, бөтә Исраил халҡы – ошо һөйәктәр ул. Ҡара, улар: «Һөйәктәребеҙ кибеп бөттө, өмөтөбөҙ үлде, киләсәгебеҙ юҡ», – тиҙәр.
12Шуға күрә пәйғәмбәрлек итеп әйт, Раббы Хаким былай ти: «Эй халҡым Минең, ҡәберҙәрегеҙҙе асып, һеҙҙе унан сығарырмын һәм Исраил еренә кире ҡайтарырмын. 13Эй халҡым, ҡәберҙәрегеҙҙе асып, һеҙҙе унан сығарғас, Минең Раббы икәнемде белерһегеҙ. 14Мин һеҙгә рухымды һалырмын, һәм һеҙ терелерһегеҙ. Һеҙҙе үҙ ерегеҙҙә төйәкләндерермен. Шул ваҡытта Минең Раббы икәнемде белерһегеҙ. Мин, Раббы, әйттем быны һәм әйткәнемде бойомға ашырасаҡмын. Раббы шулай тип белдерә».

Ике таяҡтың берләшеүе

15Миңә Раббы һүҙе булды:

16– Эй әҙәм улы, бер таяҡ ал да уның өҫтөнә «Йәһүҙә һәм уға теләктәш булған исраилдар» тип яҙ. Шунан икенсе бер таяҡ ал, уның өҫтөнә «Йософ һәм уға теләктәш булған бөтә Исраил халҡы» тип яҙ. Был – Әфраим таяғы. 17Уларҙың остарын бергә ҡуш, ҡулыңда бер таяҡтай булһын. 18Халҡыңдан ҡайһы берәүҙәр: «Бының нимә аңлатҡанын әйтмәҫһеңме?» – тип һораһа, 19уларға әйт, Раббы Хаким былай ти: «Бына, Мин, Йософ һәм уға теләктәш булған Исраил ырыуҙарының әле Әфраимдың ҡулындағы таяғын алып, уны Йәһүҙәнең таяғы менән берләштерәм. Улар Минең ҡулымда бер бөтөн буласаҡ».

20Үҙең яҙған ошо ике таяҡты уларҙың күҙ алдында ҡулыңда тотоп, 21уларға әйт, Раббы Хаким былай ти: «Бына, Мин, һәр яҡҡа таралған халҡым Исраилды үҙҙәре киткән ҡәүемдәр араһынан йыйып алып, үҙ ерҙәренә кире ҡайтарасаҡмын. 22Уларҙы был илдә, Исраил тауҙарында, бер халыҡ итәм, улар өҫтөнән бер батша буласаҡ. Башҡаса улар бер ҡасан да ике халыҡ булмаҫ, ике батшалыҡҡа бүленмәҫ. 23Артабан боттары, ерәнгес нәмәләре һәм енәйәттәре менән үҙҙәрен нәжесләмәҫтәр. Уларҙы йәшәгән һәм гонаһ эшләгән барлыҡ ерҙәрҙән ҡотҡарып таҙарындырырмын. Улар Минең халҡым булыр, Мин уларҙың Аллаһы булырмын.

24Ҡолом Дауыт уларҙың батшаһы булыр, уларҙың барыһына бер көтөүсе булыр. Улар Минең ҡанун-ҡағиҙәләрем буйынса йәшәр, Минең бойороҡтарымды еренә еткереп үтәр. 25Улар Мин ҡолом Яҡупҡа биргән, ата-бабаларығыҙ йәшәгән ерҙә үҙҙәре лә, балалары ла, балаларының балалары ла мәңге йәшәр, ҡолом Дауыт уларға мәңге хаким булыр. 26Мин улар менән именлек килешеүе төҙөшөрмөн. Был улар менән мәңгелек килешеү булыр. Мин уларҙы үҙ ерҙәрендә төйәкләндерермен, күбәйтермен, Үҙемдең Изге торлағымды мәңгелеккә уларҙың араһына ҡуйырмын. 27Минең торлағым улар араһында булыр. Мин уларҙың Аллаһы булырмын, улар Минең халҡым булыр. 28Изге торлағым мәңгелеккә улар араһына урынлашҡас, ҡәүемдәр Исраилды изге ҡылыусының Мин, Раббы, икәнен белер».

Copyright information for BakIBT2023