Ezekiel 39
Гогтың еңеләсәге
1Ә һин, әҙәм улы, Гогҡа ҡаршы пәйғәмбәрлек итеп әйт, Раббы Хаким былай ти: «Эй һин, Мәшәх менән Тувалдың баш хакимы Гог, бына Мин һиңә ҡаршымын! 2Мин һине кире борасаҡмын, алыҫ төньяҡтан сығарып, Исраил тауҙарына килтерәсәкмен. 3Һул ҡулыңдағы йәйәңде бәреп төшөрөрмөн, уң ҡулыңдағы уҡтарҙы тартып алырмын. 4Һин бөтә сиреүең һәм эргәңдәге күмәк халыҡтар менән бергә Исраил тауҙарында һәләк буласаҡһың. Һәр төрлө йыртҡыс ҡоштарға һәм ҡырағай януарҙарға емтек итеп бирәсәкмен һине. 5Һин асыҡ ҡырҙа ятып ҡаласаҡһың. Быны Мин әйттем, – тип белдерә Раббы Хаким. – 6Магог иленә һәм диңгеҙ буйындағы ерҙәрҙә хәүефһеҙ йәшәүселәр өҫтөнә ут яуҙырасаҡмын. Шунда Минең Раббы икәнемде беләсәктәр. 7Халҡым Исраил араһында изге исемемде танытасаҡмын. Бынан ары изге исемемде хурларға бирмәйәсәкмен. Шунда ҡәүемдәр Минең Раббы, Исраилдың Изгеһе булғанымды беләсәктәр. 8Ул көн яҡынлашты! Мин әйткән ул көн мотлаҡ киләсәк, – тип белдерә Раббы Хаким. – 9Шул ваҡытта Исраил халҡы ҡалаларҙан сығып усаҡ яғыр, ҡоралдарҙы, ҙур һәм бәләкәй ҡалҡандарҙы, йәйәләрҙе һәм уҡтарҙы, суҡмарҙарҙы һәм һөңгөләрҙе яндырыр. Ете йыл буйы яндырасаҡтар уларҙы. 10Ҡырҙан утын ташымаҫтар, урман ҡырҡмаҫтар, сөнки яғыу өсөн тик ҡоралдарын файҙаланырҙар. Улар үҙҙәренең малдарын тартып алғандарҙың малдарын тартып алырҙар, үҙҙәрен талағандарҙы таларҙар, – тип белдерә Раббы Хаким. – 11Ул көндө Исраилда, диңгеҙҙән көнсығышта, Сәйәхәтселәр үҙәнендә Гогҡа бер ҡәбер урыны бирермен. Ул үтеп йөрөүселәрҙең юлына кәртә булып торор. Унда Гогты бөтөн өйөрө менән ерләрҙәр һәм Һамон-Гог үҙәне ▼▼ Һамон-Гог – йәғни «Гог өйөрөнөң үҙәне».
тип атарҙар. 12Исраил халҡы ете ай буйы уларҙы күмеп үҙ илен таҙартыр. 13Мәйеттәрҙе ерләүҙә бөтә ил халҡы ҡатнашыр һәм Мин шөһрәтемде танытҡан ошо көндә улар юғары абруйға ирешер, – тип белдерә Раббы Хаким. – 14Илде таҙартыу өсөн, ил буйлап йөрөп, ерҙә ятып ҡалған мәйеттәрҙе күмеү өсөн махсус кешеләр тәғәйенләнер. Эҙләнеү эштәрен ете ай үткәс башларҙар. 15Улар илде йөрөп сығыр һәм, кеше һөйәге күрһәләр, ерләүселәр уны Һамон-Гог үҙәненә күмгәнгә тиклем янына берәй билдә ҡуйыр. 16Унда Һамона ▼▼ Һамона – йәһүд телендә «өйөр» тигән мәғәнәлә.
тигән бер ҡала булыр. Улар илде шулай таҙартырҙар». 17Ә һиңә, эй әҙәм улы, Раббы Хаким былай ти: «Һәр төрлө ҡоштарға һәм ҡырағай януарҙарға әйт: „Йыйылығыҙ ҙа килегеҙ, һәр яҡлап һеҙҙең өсөн әҙерләгән ҡорбаныма, Исраил тауҙарындағы бөйөк ҡорбанға ағылығыҙ. Унда ит ашарһығыҙ, ҡан эсерһегеҙ. 18Башанда һимертелгән малдарҙың – һарыҡ тәкәләренең, бәрәстәрҙең, кәзә тәкәләренең һәм үгеҙҙәрҙең итен ашап, ҡанын эскән һымаҡ, батырҙарҙың итен ашарһығыҙ, ер хакимдарының ҡанын эсерһегеҙ. 19Мин һеҙҙең өсөн әҙерләгән ҡорбан ашында туйғансы май ашарһығыҙ, алҡынғансы ҡан эсерһегеҙ. 20Минең табынымда һеҙ ат һәм һыбайлыларҙы, ҡаһармандарҙы һәм һәр төрлө яугирҙәрҙе мул итеп ашап туйынырһығыҙ“, – тип белдерә Раббы Хаким. – 21Мин Үҙемдең шөһрәтемде ҡәүемдәр араһында танытасаҡмын. Барса ҡәүемдәр Мин ҡылған хөкөмдө һәм өҫтәренә һуҙған ҡулымды күрәсәк. 22Исраил нәҫеле, шул көндән башлап, Минең Раббы, уларҙың Аллаһы икәнемде белер. 23Шунда ҡәүемдәр Исраил нәҫеле үҙе ҡылған енәйәттәр арҡаһында һөргөнгә ебәрелгәнен аңлар. Улар Миңә хыянат иткәнгә күрә, Мин уларҙан йөҙ сөйөрҙөм, уларҙы дошмандары ҡулына бирҙем, һәм улар барыһы ла ҡылыстан ҡырылды. 24Уларға нәжесләнгәндәре һәм енәйәттәре өсөн шулай эшләнем – уларҙан йөҙөмдө йәшерҙем». Раббының исраилдарҙы үҙ ерҙәренә кире ҡайтарыуы
25Шуға күрә Раббы Хаким былай ти: «Инде Мин Яҡуп нәҫелен әүәлге мул, имен тормоштарына ирештерермен, Исраилдың бөтә халҡына мәрхәмәтемде ҡылырмын, Үҙемдең изге исемемде фиҙаҡәрҙәрсә яҡлармын. 26Үҙ ерҙәрендә имен-аман йәшәгәндә, уларҙы ҡурҡытҡан һис кем булмағанда үҙҙәренең хурлығын, Миңә ҡарата тоғро булмағандарын оноторҙар. 27Уларҙы ҡәүемдәр араһынан кире ҡайтарып, дошмандарының еренән йыйып алған ваҡытымда, күмәк ҡәүемдәр алдында улар аша Үҙемдең изгелегемде күрһәтермен. 28Шунда улар Минең Аллалары Раббы икәнемде белер. Гәрсә Мин уларҙы ҡәүемдәр араһына таратҡан булһам да, береһен дә ташламайынса үҙҙәренең тупраҡтарына кире ҡайтарырмын. 29Халҡым Исраил өҫтөнә Үҙемдең Рухымды яуҙырырмын, инде уларҙан йөҙ йәшермәм», – тип белдерә Раббы Хаким.
Copyright information for
BakIBT2023