‏ Ezekiel 43

Раббы шөһрәтенең ҡорамға ҡайтыуы

1Теге кеше мине көнсығышҡа ҡараған ҡапҡа янына алып килде. 2Ҡараһам, көнсығыш яҡтан Исраил Аллаһының шөһрәте килә. Уның килеүенең тауышы ташҡын һыуҙарҙың шаулауы кеүек ине. Ер йөҙө Уның шөһрәтенән балҡып китте. 3Был күренмеш Алла ҡаланы һәләк итергә килгән ваҡытта һәм Кевар йылғаһы буйында иңгән күренмештәргә оҡшаш ине. Мин йөҙтүбән ергә ҡапландым. 4Раббының шөһрәте көнсығыш ҡапҡа аша ҡорамға инде. 5Рух мине, аяҡҡа баҫтырып, эске ихатаға алып керҙе. Бына Раббының шөһрәте ҡорамды тултырҙы.

6Теге кеше янымда тора ине, шул саҡ ҡорам эсенән үҙемә өндәшкәнде ишеттем. 7Ул миңә былай тине:

– Эй әҙәм улы, был – Минең тәхетемдең урыны, аяҡ табандарым тейгән, халҡым Исраил араһында Мин мәңге йәшәйәсәк урын. Бынан ары Исраил халҡы – улар үҙҙәре лә, батшалары ла – фәхешлектәре һәм батшаларҙы ерләү йолаһы
…батшаларҙы ерләү йолаһы… – батшаларҙы һарайҙа (ҡорам эргәһендә) ерләү йәки үлгән батшаларға ғибәҙәт ҡылыу күҙҙә тотола (43:9-сы аятта ла шул уҡ мәғәнә).
менән Минең изге исемемде нәжесләмәҫ.
8Улар, Минең менән үҙҙәре араһында бер генә диуар ҡалдырып, тупһаларын – Минең тупһама, ишек яңаҡтарын Минең ишек яңаҡтарына терәп ҡуйҙылар, ерәнгес ҡылыҡтары менән Минең изге исемемде нәжесләнеләр. Шуға күрә Мин, асыуым ҡабарып, уларҙы һәләк иттем. 9Ә хәҙер улар аҙғынлыҡтарын, батшаларының мәйеттәрен Минең күҙ алдымдан алып китһен – шул саҡта Мин улар араһында мәңге йәшәрмен.

10Эй әҙәм улы, һин, барып, Исраил халҡына был ҡорамды тасуирлап бир, улар ҡорамдың һыҙмаһы менән танышһындар. Ҡылған гонаһтарынан оялһындар. 11Әгәр ҡылған ғәмәлдәренән оялһалар, уларға ҡорамдың күренешен, урынлашыуын, инеү-сығыу урындарын, бөтә рәүешен, ҡағиҙә-ҡанундарын аңлатып бир. Уларҙың күҙ алдында бер урынға яҙ, уның бөтә рәүеш-күренешен, ҡағиҙәләрен һаҡлаһындар һәм шулар буйынса эш итһендәр. 12Бына ҡорамға ҡағылышлы ҡанун: тау түбәһе һәм тирә-яҡтағы бөтә урын – изгеләрҙән изге буласаҡ. Ҡорамдың ҡануны бына шул!

Ҡорбан усағы

13Терһәк менән үлсәгәндә (уның оҙонлоғо ғәҙәти терһәк һәм бер ус аяһынан ғибәрәт) ҡорбан усағының ҙурлығы былай: улағының тәрәнлеге һәм киңлеге – бер терһәк; ситтәре буйлап бер ҡарыш киңлектәге ҡыҫаһы бар. Ҡорбан усағының бейеклеге иһә түбәндәгесә: 14усаҡтың ерҙәге улағынан алып аҫҡы һикәлтәһенә тиклем – ике терһәк, ә һикәлтәнең киңлеге – бер терһәк, аҫҡы һикәлтәнән алып өҫкө һикәлтәгә тиклем – дүрт терһәк, өҫкө һикәлтәнең иңе – бер терһәк. 15Усаҡтың ҡорбан яғылған өҫкө бүлеменең бейеклеге – дүрт терһәк, дүрт мөйөшөнән дүрт мөгөҙ ҡалҡып тора. 16Ҡорбан усағының өҫкө өлөшө дүрт мөйөшлө булып, уның иңе-буйы – ун икешәр терһәк. 17Ҡорбан усағының өҫкө һикәлтәһе лә дүрт мөйөшлө: уның оҙонлоғо һәм киңлеге – ун дүртәр терһәк; ҡыҫаһының киңлеге – ярты терһәк, ә улағының тәрәнлеге – бер терһәк. Ҡорбан усағына менә торған баҫҡыс – көнсығыш яҡтан.

18Теге кеше миңә әйтте:

– Эй әҙәм улы, Раббы Хаким былай ти: «Ҡорбан усағын яһағандан һуң, унда тотош яндырыу ҡорбаны килтереү һәм ҡан һирпеү ҡағиҙәләре бына былай:
19Минең хозурымда фәҡәт Садоҡ тоҡомонан булған леви ҡаһиндары ғына хеҙмәт итер. Һин уларға гонаһ ҡорбаны өсөн бер үгеҙ башмаҡ бир, – тип белдерә Раббы Хаким. – 20Башмаҡтың бер аҙ ҡанын алып, ҡорбан усағының дүрт мөгөҙөнә, һикәлтәһенең дүрт мөйөшөнә, өҫкө һикәлтәнең дүрт мөйөшөнә, ҡорбан усағын уратып алған ҡыҫаға һөртөп сыҡ һәм шул рәүешле ҡорбан усағын таҙарт һәм пак ҡыл. 21Гонаһ ҡорбаны өсөн тәғәйенләнгән башмаҡты ал да ҡорам ихатаһынан тышта, билдәле бер ерҙә, изге урындан ситтә яндыр.

22Икенсе көндө гонаһ ҡорбаны булараҡ кәмселекһеҙ кәзә тәкәһе килтер. Ҡорбан усағын үгеҙ башмаҡ ҡаны менән нисек таҙартҡан булһаң, тәкәнең ҡаны менән дә шулай таҙарт. 23Таҙартҡандан һуң, эре мал көтөүенән кәмселекһеҙ бер үгеҙ башмаҡ һәм ваҡ малдан бер һарыҡ тәкәһе килтер. 24Уларҙы Раббы хозурына килтер. Ҡаһиндар, уларға тоҙ һибеп, Раббыға тотош яндырыу ҡорбаны булараҡ тәҡдим итһен.

25Ете көн буйы көн дә гонаһ ҡорбаны булараҡ бер кәзә тәкәһе килтер. Шулай уҡ эре мал көтөүенән берәр үгеҙ башмаҡ һәм һарыҡ көтөүенән берәр һарыҡ тәкәһе алып кил. Уларҙың барыһы ла кәмселекһеҙ булһын. 26Ете көн буйы ҡаһиндар ҡорбан усағын паклаһын һәм таҙартып бағышлаһын. 27Ете көн үткәндән һуң, һигеҙенсе һәм артабанғы көндәрҙә, ҡаһиндар ҡорбан усағында тотош яндырыу һәм татыулыҡ ҡорбандарығыҙҙы тәҡдим итер. Шул саҡ Мин һеҙҙән ҡәнәғәт буласаҡмын», – тип белдерә Раббы Хаким.

Copyright information for BakIBT2023