Ezekiel 45
Раббының Исраилдағы өлөшө
1Йәрәбә буйынса ерҙе биләмәләргә бүлгән саҡта, Раббыға саҙаҡа рәүешендә ерҙән өлөш итеп оҙонлоғо егерме биш мең, киңлеге егерме мең терһәк булған изге бер биләмә бүлеп бирегеҙ. Был биләмә тулыһынса изге һаналһын. 2Шул ерҙән Изге торлаҡ өсөн оҙонлоғо менән киңлеге биш йөҙ терһәк булған бер дүрткел урын бүлеп алынһын, уның тирә-яғында илле терһәккә тиң буш ер ҡалдырылһын. 3Был бүлемдән оҙонлоғо егерме биш мең терһәк, киңлеге ун мең терһәк үлсәп алынһын. Изге торлаҡ – иң мөҡәддәс урын – ошонда буласаҡ. 4Был илдең мөҡәддәс өлөшө булыр. Был ер Изге торлаҡта Раббы хозурында хеҙмәт иткән ҡаһиндарҙыҡы булыр. Ҡаһиндарҙың өйҙәре лә, Изге торлаҡ өсөн мөҡәддәс урын да ошонда булыр. 5Ҡорамда хеҙмәт иткән левиҙәргә милек итеп егерме биш мең терһәк оҙонлоҡта һәм ун мең терһәк киңлектә ер бирелер. Был ерҙәр улар йәшәйәсәк ҡалалар өсөн бирелһен. 6Раббыға тәғәйенләнгән изге ерҙең ҡаршыһында оҙонлоғо – егерме биш мең, киңлеге биш мең терһәк ерҙе ҡала өсөн ҡалдырығыҙ, ул бөтә Исраил халҡы өсөн буласаҡ. 7Изге биләмәгә төшкән өлөш менән ҡалаға төшкән өлөштөң ике яғындағы ерҙәр хакимға бирелһен. Был ерҙәр көнбайыштан – көнбайышҡа, көнсығыштан көнсығышҡа табан һуҙылыр һәм көнбайыш сиктән көнсығыш сиккә тиклем оҙонлоғо бер Исраил ырыуына төшкән биләмә тиклем булыр. 8Был ер Исраил иле хакимының биләмәһе булыр. Бынан ары хакимдарым Минең халҡыма золом ҡылмаҫ, Исраилдағы ырыуҙарға ҡалған ерҙе бүлеп бирер.Хаким тураһындағы ҡағиҙәләр
9Раббы Хаким былай ти: «Етер һеҙгә, Исраил хакимдары! Яуызлыҡ ҡылыуҙы һәм иҙеүҙе ташлағыҙ, ғәҙел хөкөм һәм хаҡлыҡ ҡылығыҙ. Халҡымды үҙ тупраҡтарынан ҡыҫырыҡлап сығарыуҙан туҡтағыҙ, – тип белдерә Раббы Хаким. – 10Дөрөҫ үлсәүҙәр менән үлсәгеҙ. Ҡулланған эфа ла, бат ▼▼ Эфа, бат – эфа – ашлыҡ, он үлсәү берәмеге, яҡынса 22 л; бат – шыйыҡлыҡ үлсәү берәмеге, 22 л.
та дөрөҫ булһын. 11Эфа менән бат бер үк үлсәмдә булһын. Бат – бер хомерҙың ▼▼ Хомер – ашлыҡ, он үлсәү берәмеге, 220 л.
ундан бер өлөшөн, эфа ла хомерҙың ундан бер өлөшөн тәшкил итһен. Икеһенең дә үлсәме хомерға ҡарата булһын. 12Бер шекел егерме гераға бәрәбәр булһын. Егерме шекел, егерме биш шекел, ун биш шекел ▼▼ Егерме шекел, егерме биш шекел, ун биш шекел – йәғни 60 шекел. Был рәүешле үлсәгәндә, күрәһең, 50 шекелгә тиң булған ҡәҙимге минаның ауырлығы үҙгәрәлер.
йәмғеһе бер мина тәшкил итергә тейеш. Ҡорбандар һәм байрамдар
13Бына һеҙ килтерергә тейешле саҙаҡа: һәр хомер бойҙайҙан – эфаның алтынан бер өлөшө тиклем бойҙай, һәр хомер арпанан эфаның алтынан бер өлөшө тиклем арпа бирегеҙ. 14Зәйтүн майына килгәндә: һәр кор зәйтүн майынан баттың ундан бер өлөшөн бирегеҙ. Бер кор, хомер кеүек үк, ун бат тәшкил итә. 15Исраилдың мул һыулы утлауҙарындағы көтөүҙән ике йөҙ һарыҡтан бер һарыҡ алыныр. Халыҡты гонаһтарынан паклар өсөн уларҙы тотош яндырыу ҡорбаны, икмәк саҙаҡаһы һәм татыулыҡ ҡорбаны итеп килтерегеҙ, – тип белдерә Раббы Хаким. – 16Илдең барлыҡ халҡы был саҙаҡаны Исраил хакимына килтерергә тейеш. 17Ә хакимдың бурысы – Яңы ай байрамдарында, шәмбе көндәрендә, Исраил халҡының бөтә байрамдарында тотош яндырыу ҡорбандары, икмәк саҙаҡалары һәм түкмә ҡорбандар менән тәьмин итеү. Исраил халҡын гонаһтарынан паклау өсөн килтерелгән гонаһ ҡорбаны, икмәк саҙаҡаһы, тотош яндырыу ҡорбаны һәм татыулыҡ ҡорбаны менән тәьмин итеү – хакимдың эше». 18Раббы Хаким былай ти: «Беренсе айҙың беренсе көнөндә, кәмселекһеҙ бер үгеҙ башмаҡ ҡорбан итеп, Изге торлаҡты пакла. 19Ҡаһин, гонаһ ҡорбанының ҡанынан алып, ҡорамдың ишек яңаҡтарына, ҡорбан усағының сығып торған өлөшөнөң дүрт мөйөшөнә, эске ихатаның ҡапҡа бағаналарына һөртһөн. 20Яңылышлыҡ менән йәки белмәйенсә гонаһ ҡылғандар өсөн ай һайын, айҙың етенсе көнөндә лә шулай эшлә. Ҡорамды шулай паклаясаҡһығыҙ. 21Беренсе айҙың ун дүртенсе көнөндә һеҙҙең Ҡотҡарылыу байрамы булыр. Уны ете көн байрам итегеҙ, ошо ваҡыт дауамында сөсө икмәк ашағыҙ. 22Ул көндө хаким, үҙе һәм ил халҡы өсөн гонаһ ҡорбаны итеп, үгеҙ башмаҡ килтерһен. 23Байрам ваҡытында ете көн буйы ул һәр көн, Раббыға тотош яндырыу ҡорбаны булараҡ, кәмселекһеҙ ете үгеҙ башмаҡ менән ете һарыҡ тәкәһе, гонаһ ҡорбаны булараҡ, бер кәзә тәкәһе килтерһен. 24Икмәк саҙаҡаһы итеп, ул һәр үгеҙ башмаҡ һәм һарыҡ тәкәһе менән бергә берәр эфа ашлыҡ, һәр эфа өсөн бер һин зәйтүн майы килтерһен. 25Етенсе айҙың ун бишенсе көнөндә башланған һәм ете көн барған байрамда ▼▼ Һүҙ Ҡыуыш байрамы тураһында бара (ҡарағыҙ: «Левиҙәр», 23:33).
хаким гонаһ һәм тотош яндырыу ҡорбандарын, икмәк саҙаҡаһын һәм зәйтүн майын көн һайын килтереп торһон».
Copyright information for
BakIBT2023