Ezekiel 6
Исраил тауҙарында боттарға табыныусылар
1Миңә Раббы һүҙе булды: 2– Эй әҙәм улы, йөҙөңдө Исраил тауҙарына табан бор ҙа уларға ҡаршы пәйғәмбәрлек итеп әйт: 3«Эй Исраил тауҙары, Раббы Хакимдың һүҙен тыңлағыҙ! Раббы Хаким тауҙарға, ҡалҡыулыҡтарға, тарлауыҡтарға һәм үҙәндәргә былай ти: „Бына, Мин өҫтөгөҙгә ҡылыс ебәрәм, табыныу ҡалҡыулыҡтарығыҙҙы юҡҡа сығарам. 4Ҡорбан усаҡтарығыҙ емерелер, хуш еҫ ҡорбандары төтәткән усаҡтарығыҙ ватылыр. Үлтерелгәндәрегеҙҙең мәйеттәрен боттарығыҙ алдына ырғытасаҡмын. 5Исраилдарҙың мәйеттәрен боттары алдына ташлаясаҡмын, һөйәктәрегеҙҙе ҡорбан усаҡтарығыҙ тирәһенә һибеп һаласаҡмын. 6Һеҙ йәшәгән бөтә урындарҙа ҡалалар харабаға әйләнер, табыныу ҡалҡыулыҡтары емерелер, шунлыҡтан ҡорбан усаҡтарығыҙ боҙолор, боттарығыҙ ватылыр һәм юҡ ителер, хуш еҫ төтәтә торған усаҡтарығыҙ ҡыйратылыр, үҙ ҡулдарығыҙ менән эшләгән бөтә нәмәләрегеҙ юҡҡа сығыр. 7Арағыҙҙа йәндәре ҡыйылғандар ергә ҡолар. Шунда Минең Раббы икәнемде белерһегеҙ. 8Әммә Мин ҡайһы берәүҙәрегеҙҙе иҫән ҡалдырасаҡмын. Төрлө илдәр, ҡәүемдәр араһына һибелгән ҡайһы берҙәрегеҙ ҡылыстан ҡотолор. 9Иҫән ҡалғандарығыҙ үҙҙәрен әсирлеккә алған халыҡтар араһында йәшәгәндә Мине иҫтәренә төшөрөр. Минән ситкә боролған фәхеш йөрәктәренең, боттарға текләгән аҙғын күҙҙәренең Мине ҡайғыға һалғанын аңлар. Шул саҡ улар ҡылған яуызлыҡтары, әшәкелектәре өсөн үҙҙәренән үҙҙәре ерәнерҙәр һәм 10Минең Раббы икәнемде белерҙәр. Уларға был ҡазаны килтерәсәкмен тип юҡҡа ғына әйтмәнем Мин“». 11Раббы Хаким былай ти: «Ҡулыңды ҡулға һуғып, аяҡ тибеп әйт: „Бөтә яман һәм ерәнгес эштәре арҡаһында Исраил халҡына – ҡайғы!“Улар ҡылыстан, аслыҡтан һәм ҡырғындан һәләк буласаҡ. 12Алыҫтағылар ҡырғындан ҡырылыр, яҡындағылар ҡылыстан йығылыр, ҡотолоп ҡалғандар аслыҡтан үлер. Уларға булған асыуымды шулай сығарасаҡмын. 13Уларҙың үлектәре боттары араһында, ҡорбан усаҡтары тирәһендә, һәр бер табыныу ҡалҡыулығында, тау түбәләрендә, суҡ япраҡлы һәр ағас, тарбаҡлы һәр имән аҫтында, боттарына арнап хуш еҫ төтәткән һәр урында аунап ятыр. Шунда Минең Раббы икәнемде белерһегеҙ. 14Мин уларға ҡаршы ҡулымды күтәрәм, сүлдән Ривлаға тиклем улар йәшәгән бөтә урындарҙа илде харабаға һәм ташландыҡ ергә әйләндерәм. Шунда улар Минең Раббы икәнемде белерҙәр».
Copyright information for
BakIBT2023