‏ Ezekiel 7

Исраилға һәләкәт яҡынлашыуы

1Миңә Раббы һүҙе булды:

2– Эй әҙәм улы, Раббы Хаким Исраил тупрағына былай тип белдерә:

«Ахыры етте!
Илдең дүрт тарафының да ахыры етте.
3Эй Исраил, инде һинең көнөң бөттө!
Һиңә асыуымды түгәм.
Тотҡан юлың өсөн һиңә хөкөм ҡылам,
Бөтә әшәкелектәрең өсөн язалайым.
4Мин һине йәлләп тормам, шәфҡәт күрһәтмәм.
Тотҡан юлдарыңа күрә язалармын,
Ерәнгес эштәреңдең әжерен аласаҡһың.
Шунда Минең Раббы икәнемде белерһегеҙ».

5Раббы Хаким былай ти: «Бына, бәлә артынан бәлә! Дәһшәтле бәлә килә. 6Көнөң бөттө! Еттең ахырыңа! Бына ул һиңә яҡыная. 7Ҡаза килеп етте, эй был илдә йәшәүселәр! Ваҡыт етте! Тауҙарҙа һөйөнөс ауаздары түгел, ҡурҡыу тауыштары хөкөм һөргән көн килде! 8Оҙаҡламай ярһыуымды өҫтөңә түңкәрәсәкмен, асыуымды бушатасаҡмын. Ҡылғандарыңа күрә хөкөм итеп, әшәкелектәреңдең ҡоһорон ҡайтарасаҡмын. 9Һине һис тә йәлләп тормаясаҡмын, мәрхәмәт күрһәтмәйәсәкмен. Тотҡан юлдарыңа күрә язалаясаҡмын, ерәнгес эштәреңдең әжерен аласаҡһың. Шунда һине язалаусының Мин Раббы икәнен белерһегеҙ.

10Бына ул көн етте! Килде ул һәләкәт! Хөкөм таяғы сәскә атты, тәкәбберлек сәскәләнде. 11Золом яуызлыҡ таяғына әүерелде. Уларҙан бер нәмә лә ҡалмаясаҡ: бихисап кешеләре лә, байлыҡтары ла, өҫтөнлөктәре лә юҡҡа сығасаҡ.

12Шул ваҡыт етте! Ул көн яҡынлашты! Һатып алған – һөйөнмәһен, һатҡан – көйөнмәһен, сөнки бөтә был өйөрҙөң өҫтөнә асыуым түгеләсәк. 13Хатта тере ҡалған осраҡта ла, һатыусы һатҡан еренә кире ҡайтмаясаҡ, сөнки был өйөр тураһында Алланан иңгән был күренмеш үҙгәртелмәйәсәк. Енәйәттәре арҡаһында уларҙың береһе лә йәндәрен һаҡлап ҡала алмаясаҡ. 14Борғолар ҡысҡыртылды, бөтә нәмә лә әҙерләнде. Әммә бер кем дә һуғышҡа китмәйәсәк, сөнки асыуым бөтә был өйөр өҫтөнә ябырыла.

15Тышта – ҡылыс, эстә – аслыҡ менән ҡырғын. Ҡырҙағылар ҡылыстан үлер, ҡалалағылар аслыҡтан һәм ҡырғындан ҡырылыр. 16Иҫән ҡалғандар үҙәндәге күгәрсендәр кеүек тауҙарға ҡасыр, һәр береһе үҙ гонаһы өсөн һыҡрар. 17Ҡулдары һәленеп төшөр, теҙҙәре быуынһыҙланыр. 18Ҡайғы кейеменә уранырҙар, ҡурҡыуға ҡалырҙар, йөҙҙәренә оялыу яғылыр, баштары ҡырылыр. 19Көмөштәрен урамға сығарып ташларҙар, алтындары нәжес әйбер һымаҡ булыр. Раббының асыуы түгелгән көндә уларҙы алтын менән көмөш ҡотҡара алмаҫ, тамағын туйҙырмаҫ, ҡорһаҡтарын тултырмаҫ, алтын менән көмөш уларҙы гонаһҡа һөйрәкләгән абыныу ташы булды. 20Биҙәүестәренең гүзәллегенә ғорурландылар, уларҙан ерәнгес боттарының һындарын эшләнеләр. Шуға күрә лә ул әйберҙәрҙе кешеләр өсөн нәжес нәмәгә әйләндерәм. 21Мин быларҙың барыһын да табыш малы итеп – ят ҡәүемдәргә, яумал итеп донъялағы яуыз әҙәмдәрҙең ҡулына бирәм дә уларҙы нәжесләйәсәктәр. 22Мин был халыҡтан ситкә бороласаҡмын. Минең ғәзиз урыным нәжесләнер, эсенә талаусылар инеп нәжесләр уны.

23Үҙегеҙгә сынйыр әҙерләгеҙ, сөнки ил – ҡанлы енәйәттәр, ҡала яуызлыҡ менән тулды. 24Йорттарын тартып алһындар өсөн ҡәүемдәрҙең иң яһилдарын килтерәсәкмен. Мин көслөләрҙең тәкәбберлегенә сик ҡуясаҡмын, уларҙың изге урындары нәжесләнәсәк.

25Дәһшәт килгәс, улар именлек эҙләр, ләкин таба алмаҫ. 26Бәлә өҫтөнә – бәлә, яман хәбәр артынан яман хәбәр килер. Пәйғәмбәрҙәрҙән Раббының күренмештәрен һорап ялбарырҙар; ҡаһин ҡанун өйрәтмәҫ, аҡһаҡалдар кәңәш бирмәҫ. 27Батша ҡайғыға батыр, хакимдар сараһыҙлыҡҡа төшөр, ил халҡының ҡурҡыштан ҡулдары ҡалтырар. Уларҙы тотҡан юлдарына күрә язалаясаҡмын, үҙҙәренең хөкөмө менән хөкөм итәсәкмен. Шунда Минең Раббы икәнемде белерҙәр».

Copyright information for BakIBT2023