Ezekiel 8
Раббы ҡорамында боттарға табыныу
1Был хәл һөргөндә йәшәүебеҙҙең алтынсы йылында, алтынсы айҙың бишенсе көнөндә булды. Өйөмдә ултыра инем. Йәһүҙә аҡһаҡалдары ла минең янда ине. Шул саҡ миңә Раббы Хакимдың ҡулы ҡағылды. 2Ҡараһам, кешегә оҡшаған берәүҙе күрҙем. Ҡиәфәте: билдән түбән яғы – ут һымаҡ, билдән юғары өлөшө ялҡынланып-ялтырап торған алтын һымаҡ ине. 3Ул, ҡулға оҡшаған бер нәмә һуҙып, башымдағы сәсемдән эләктереп алды. Рух мине ер менән күк араһына күтәрҙе лә Алланан иңгән күренмештә Йәрүсәлимгә, ҡорамдың эске ихатаһының төньяҡҡа ҡараған ҡапҡаһы төбөнә алып барҙы. Унда Алланың сикһеҙ ярһыуын ҡуҙғатҡан бот тора ине. 4Теге ваҡытта үҙәндә күргәндәге кеүек, алдымда Исраил Аллаһы шөһрәте ине. 5Алла миңә: – Эй әҙәм улы, төньяҡҡа ҡара, – тине. Мин төньяҡҡа ҡараным. Раббының сикһеҙ ярһыуын ҡуҙғатҡан теге бот ҡорбан усағы янындағы ҡапҡаның төньяғында, ингән ерҙә, тора ине. 6Раббы миңә: – Эй әҙәм улы, һин уларҙың нимә эшләгәндәрен күрәһеңме? Мине Изге торлағымдан алыҫлаштырыр өсөн Исраил халҡы бында күп әшәкелектәр ҡыла. Әле һин бынан да ерәнгесерәк нәмәләр күрерһең, – тине. 7Ул мине ихатаға инә торған ҡапҡа төбөнә алып килде. Ҡарағайным, диуарҙа бер тишек күрҙем. 8Ул миңә: – Эй әҙәм улы, диуарҙағы тишекте ҙурайт, – тине. Мин диуарҙағы тишекте ҙурайттым, шунда ниндәйҙер бер ишеккә тап булдым. 9Алла миңә: – Эскә ин дә улар бында ҡылған ерәнгес эштәрҙе күр, – тине. 10Мин эскә индем. Ҡараһам: диуарға һәр яҡлап төрлө һөйрәлеүселәрҙең, ерәнгес хайуандарҙың, Исраил йорто табынған бөтә боттарҙың һүрәттәре уйылған ине. 11Улар алдында Исраил аҡһаҡалдарынан етмеш кеше тора. Шафан улы Яазанъяһ та – улар араһында. Һәр береһенең ҡулында төтәҫләгес бар; хуш еҫле төтөн болот булып өҫкә күтәрелә. 12Раббы миңә: – Эй әҙәм улы, Исраил халҡының аҡһаҡалдары һәр береһе үҙҙәренең ҡараңғы бүлмәләрендә үҙҙәренең боттары алдында нимә эшләгәнен күрәһеңме? – тине. – Улар: «Раббы беҙҙе күрмәй. Раббы илде ташланы», – тиҙәр. 13Шунан Раббы миңә: – Әле уларҙың бынан да ерәнгесерәк эштәрен күрерһең, – тине. 14Ул мине Раббы ҡорамының төньяҡтағы ҡапҡаһына ингән урынға алып килде. Унда мин Таммуз ▼▼ Таммуз – бабилдарҙың уңыш илаһы.
өсөн илап ултырған ҡатындарҙы күрҙем. 15– Эй әҙәм улы, быны күрҙеңме? Әле бынан да ерәнгесерәк нәмәләр күрәсәкһең, – тине Ул. 16Ул мине Раббы ҡорамының эске ихатаһына алып инде. Ҡорамға ингән урында, айуан ▼▼ Айуан – ҡорамға ингән урында алғы бүлмә.
менән ҡорбан усағы араһында, егерме бишләп ир Раббы ҡорамына арҡаларын ҡуйғандар ҙа, йөҙҙәре менән көнсығышҡа боролоп, ҡояшҡа сәждә ҡылалар. 17Ул миңә былай тине: – Күрәһеңме, әҙәм улы? Йәһүҙә йортоноң бында эшләгән әшәкелектәре етмәгән, улар илде йәбер-золом менән тултырҙылар һәм Минең асыуымды арттыралар. Ҡара, нисек итеп ботаҡты танауҙарына килтерәләр ▼▼ …ботаҡты танауҙарына килтерәләр – боттарға табыныусыларҙың байрамдарындағы бер йола.
! 18Шуға күрә Мин дә уларға ҡарата асыу менән эш итәсәкмен, һис тә йәлләп тормаясаҡмын, мәрхәмәт күрһәтмәйәсәкмен. Инде Мине ни тиклем ҡысҡырып саҡырһалар ҙа, ҡолаҡ һалмаясаҡмын.
Copyright information for
BakIBT2023