‏ Ezekiel 1

Беренсе күренмеш:

Раббы тәхете

1Утыҙынсы йылда, дүртенсе айҙың бишенсе көнөндә, Кевар йылғаһы буйында, һөргөндә йәшәүселәр араһында булған сағымда, күк ҡабағы асылды ла миңә Алланан күренмештәр булды.

2Йеһояхин батшаның һөргөндәге бишенсе йылында, айҙың бишенсе көнөндә 3Халдей илендә, Кевар йылғаһы буйында Бузи улы Зөлкифел ҡаһинға Раббы һүҙе булды. Раббының ҡулы уның өҫтөндә ине.

4Ҡараһам, бына, төньяҡтан дауыллы ел килә: балҡыш уратып алған олоғара болот эсендә ут ялтлай. Уттың уртаһы балҡып торған алтын һымаҡ ине. 5Ут эсендә дүрт йән эйәһе күрҙем. Уларҙың күренеше былай: ҡиәфәттәре менән әҙәмгә оҡшағандар, 6ләкин һәр береһенең дүрт йөҙө, дүрт ҡанаты бар. 7Аяҡтары төҙ, аяҡ остары башмаҡ тояғы һымаҡ. Улар ялтыратылған баҡыр кеүек йылҡылдап тора. 8Ҡанаттары аҫтында дүрт яҡтан кешенеке һымаҡ ҡулдары бар.

Дүртеһенең дә йөҙҙәре һәм ҡанаттары былай:
9ҡанаттары бер-береһенә тейеп тора. Йөрөгәндә был йән эйәләре боролмай, йөҙҙәре ҡайһы яҡҡа ҡарай, шул яҡҡа бара.

10Йән эйәләренең йөҙҙәренә килгәндә, улар дүрт төрлө: алғы яҡта – кеше йөҙө, уң яҡта – арыҫлан, һул яҡта – үгеҙ һәм арт яҡта бөркөт йөҙө ине. 11Йөҙҙәре шулай ине. Ҡанаттары юғарыға табан асылған. Һәр йән эйәһенең ике ҡанаты эргәһендәге йән эйәләренең ҡанатына тейеп тора, ә ҡалған ике ҡанат менән кәүҙәләрен ҡаплағандар. 12Һәр береһе йөҙө ҡараған яҡҡа бара. Рух уларҙы ҡайҙа йүнәлтһә, улар боролмайынса шунда бара.

13Был йән эйәләренең ҡиәфәте утлы ҡуҙға оҡшаған. Ялпылдап янған ялҡын кеүек нәмә улар араһында тегеләй-былай йөрөп тора. Был ялҡындан туҡтауһыҙ йәшен ялтлай һәм балҡыш тарала. 14Был мәхлүктәр йәшен йәшнәгән кеүек тегендә-бында етеҙ хәрәкәт итә.

15Йән эйәләренә ҡарап торғанымда һәр береһенең янында ерҙә берәр тәгәрмәс күрҙем. 16Тәгәрмәстәрҙең күренеше һәм төҙөлөшө былай: улар һары яҡут һымаҡ ялтырап тора һәм дүртеһе лә бер төрлө. Төҙөлөштәре менән бер-береһенең эсенә индерелгән ике тәгәрмәс кеүек ине. 17Хәрәкәт иткәндә боролмайынса дүрт яҡҡа ла бара алалар. 18Тәгәрмәстәренең туғыны бейек һәм ҡурҡыныс. Дүртеһенең дә туғыны бик күп күҙҙәр менән ҡапланған.

19Йән эйәләре хәрәкәт иткәндә эргәләрендәге тәгәрмәстәр ҙә ҡуҙғала. Йән эйәләре ерҙән күтәрелгәндә, тәгәрмәстәр ҙә күтәрелә. 20Рух уларҙы ҡайҙа йүнәлтһә, йән эйәләре шул яҡҡа бара. Тәгәрмәстәр ҙә улар менән бергә ҡалҡа, сөнки йән эйәләренең рухы тәгәрмәстәрҙә ине. 21Йән эйәләре йөрөгәндә, тәгәрмәстәр ҙә бара. Йән эйәләре туҡтағанда, былар ҙа туҡтай. Йән эйәләре ерҙән күтәрелгәндә, тәгәрмәстәр күтәрелә, сөнки йән эйәләренең рухы тәгәрмәстәрҙә ине.

22Йән эйәләренең баш осонда көмбәҙгә оҡшаған, гәлсәр кеүек емелдәп торған хайран ҡалдырғыс бер нәмә йәйелгәйне. 23Көмбәҙҙең аҫтында һәр йән эйәһе ҡанаттарын янындағыларға табан йәйгән, ә ҡалған ике ҡанаттары кәүҙәләрен ҡаплай. 24Йән эйәләре хәрәкәт иткәндә ҡанаттарының тауышын ишеттем. Ул ташҡын һыуҙарҙың шаулауы, сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенең тауышы, оло ғәскәрҙең ҡаты шау-шыуына оҡшағайны. Туҡтаған саҡта улар ҡанаттарын һәлендерә ине. 25Йән эйәләре ҡанат ҡағыуҙан туҡтағанда, баштары осондағы көмбәҙҙән бер тауыш ишетелә.

26Баштары осондағы көмбәҙ өҫтөндә гүйә зәңгәр яҡуттан яһалған тәхет кеүек нәмә бар. Юғарыла, ул тәхет шикелле нәмәлә, кешегә оҡшаған берәү ултыра. 27Күрәм: уның биленән юғары өлөшө балҡып торған алтын кеүек, ә аҫҡы яғы утҡа оҡшаған. Ул тотошлай емелдәгән нурға сорналған. 28Әйләнә-тирәһендәге ул балҡыш – ямғырлы көндө болоттар араһында ҡалҡҡан йәйғор һымаҡ.

Раббының шөһрәте шундай ине. Быны күреп, йөҙтүбән ергә ҡапландым һәм бер тауыш ишеттем.

Copyright information for BakIBT2023