Ezekiel 1:26-28
26Баштары осондағы көмбәҙ өҫтөндә гүйә зәңгәр яҡуттан яһалған тәхет кеүек нәмә бар. Юғарыла, ул тәхет шикелле нәмәлә, кешегә оҡшаған берәү ултыра. 27Күрәм: уның биленән юғары өлөшө балҡып торған алтын кеүек, ә аҫҡы яғы утҡа оҡшаған. Ул тотошлай емелдәгән нурға сорналған. 28Әйләнә-тирәһендәге ул балҡыш – ямғырлы көндө болоттар араһында ҡалҡҡан йәйғор һымаҡ. Раббының шөһрәте шундай ине. Быны күреп, йөҙтүбән ергә ҡапландым һәм бер тауыш ишеттем.
Copyright information for
BakIBT2023