Ezekiel 14
Раббының ботҡа табыныусыларҙы язалаясағы
1Исраил аҡһаҡалдарынан бер нисә кеше килеп ҡаршыма ултырҙы. 2Шул саҡ миңә Раббы һүҙе булды: 3– Эй әҙәм улы, был бәндәләр боттарына күңел бирҙе һәм үҙҙәренең енәйәтен алдарына абыныу ташы итеп ҡуйҙы. Ошонан һуң уларға Миңә һорау бирергә рөхсәт итәйемме инде? 4Шуға күрә улар менән һөйләш, уларға әйт, Раббы Хаким былай ти: «Исраил нәҫеленән кем боттарына күңел бирһә һәм гонаһын алдына абыныу ташы итеп ҡуйһа, шунан пәйғәмбәргә мөрәжәғәт итһә, Мин Раббы уға боттарының күплегенә күрә яуап ҡайтарырмын. 5Үҙенең боттары арҡаһында Миңә сит-ят булып киткән Исраил халҡы йөрәге менән аңлаһын өсөн эшләйем Мин быны». 6Шуға күрә Исраил халҡына әйт, Раббы Хаким былай ти: «Тәүбәгә килегеҙ, боттарығыҙҙан баш тартығыҙ, бөтә ерәнгес эштәрегеҙҙе ташлағыҙ. 7Әгәр Исраил нәҫеленән йәки Исраил ерендә йәшәгән килмешәктәрҙән кем дә булһа Минән ситләшһә, боттарына күңел һалып, үҙенең ҡаршыһына гонаһын абыныу ташы итеп ҡуйһа, шунан, пәйғәмбәргә килеп, Минән кәңәш һораһа, Мин, Раббы, ул әҙәмгә яуапты Үҙем бирермен. 8Мин ул кешегә ҡаршы боролормон, уны башҡаларға һабаҡ һәм ғибрәт итермен, халҡым араһынан ҡыуырмын. Шунда Минең Раббы икәнемде белерһегеҙ. 9Әгәр был пәйғәмбәр яңылыш пәйғәмбәрлек итә икән, уны Мин Раббы яңылыштырған булам. Мин уға ҡаршы ҡулымды күтәрермен, уны халҡым Исраил араһынан юҡ итермен. 10Улар икеһе лә – һорашҡан кеше лә, пәйғәмбәр ҙә ғәйепле булып, бер үк язаны алыр. 11Мин быны Исраил халҡы бүтән Минең юлымдан тайпылмаһын, енәйәттәре менән үҙҙәрен нәжесләмәһен өсөн эшләйем. Шунда улар Минең халҡым булыр, Мин уларҙың Аллаһы булырмын», – тип белдерә Раббы Хаким. 12Миңә Раббы һүҙе булды: 13– Эй әҙәм улы, әгәр ҙә берәй ил, Миңә булған тоғролоғон онотоп, гонаһ ҡылһа, Мин, уға ҡаршы ҡулымды күтәреп, ризыҡҡа сик ҡуйһам, уға аслыҡ ебәрһәм һәм кешеләрен, мал-тыуарын һәләк итә башлаһам, 14араларында ошо өс кеше: Нух, Даниил һәм Әйүп булһа, хатта улар ҙа тәҡүәлектәре менән тик үҙ йәндәрен генә һаҡлап ҡала алыр ине, – тип белдерә Раббы Хаким. – 15Әгәр ҙә Мин был илгә ҡырағай хайуандар ебәрһәм һәм улар уны кешеһеҙ ҡалдырһа, ил бушлыҡҡа әйләнһә, йыртҡыстар арҡаһында бер кем үтеп-һүтеп йөрөмәҫ хәлгә төшһә, 16ошо өс кеше унда булһа, – тип белдерә Раббы Хаким, – Үҙемдең барлығым менән ант итеп әйтәм, улдарын да, ҡыҙҙарын да ҡотҡара алмаҫтар, бары тик үҙ йәндәрен генә ҡотҡарырҙар, ил иһә бушлыҡҡа әйләнер ине. 17Йәки Мин был илгә ҡылыс ебәрһәм һәм: «Ҡылыс, ил буйлап үт!» – тип бойорһам, кешеләрҙе һәм мал-тыуарҙы ҡыра башлаһам, 18ошо өс кеше унда булһа, – тип белдерә Раббы Хаким, – Үҙемдең барлығым менән ант итеп әйтәм, улдарын да, ҡыҙҙарын да ҡотҡара алмаҫтар, бары үҙ йәндәрен генә ҡотҡарырҙар ине. 19Йәки был илгә ҡырғын ебәрһәм һәм ҡан ҡойҙорғос асыуымды яуҙырһам, кешеләрҙе һәм мал-тыуарҙы юҡ итһәм, 20Нух, Даниил һәм Әйүп унда булһа, – тип белдерә Раббы Хаким, – Үҙемдең барлығым менән ант итеп әйтәм, хатта улар ҙа улдарын да, ҡыҙҙарын да ҡотҡара алмаҫтар, тәҡүәлектәре менән бары үҙ йәндәрен генә ҡотҡара алырҙар ине. 21Раббы Хаким былай ти: «Бына Мин Йәрүсәлимгә кешеләрен һәм мал-тыуарҙы юҡ итер өсөн дүрт ҡаты язамды: ҡылыс, аслыҡ, йыртҡыс януарҙар һәм үләт ебәрәм. 22Әммә унда иҫән ҡалғандар булыр. Тере ҡалған улдар һәм ҡыҙҙарҙы ҡаланан алып сығырҙар, һәм улар һеҙҙең янға килер. Шунда һеҙ уларҙың ҡыуған юлдарын һәм ҡылған ғәмәлдәрен күрерһегеҙ һәм, Мин Йәрүсәлимгә ебәргән бәләнең, уға ебәргән бөтә нәмәнең сәбәбен аңлап, йыуаныс табырһығыҙ. 23Уларҙың ҡыуған юлдарын һәм ҡылған ғәмәлдәрен күргәс, Минең ундағы эштәремдең бушҡа ғына булмағанын аңлап тынысланырһығыҙ», – тип белдерә Раббы Хаким.
Copyright information for
BakIBT2023