‏ Ezekiel 15

Йөҙөм ағасы тураһында ҡисса

1Миңә Раббы һүҙе булды:

2– Эй әҙәм улы, йөҙөм ағасының олоно урмандағы башҡа ағастарҙың ботағынан ни яғы менән яҡшыраҡ? 3Уны берәй нәмә яһар өсөн ҡулланалармы? Исмаһам, берәй әйберҙе элеп ҡуйыр өсөн ҡаҙаҡ яһарға эшкинерме? 4Бына ул яндырыр өсөн утҡа ташланыр. Ут уның остарын яндырып, уртаһын көйҙөргәндән һуң ул берәй эшкә ярармы? 5Бөтөн сағында бер нәмәгә лә эшкинмәгәнде, көйгән килеш ул берәй нәмәгә яраҡлымы?

6Шуға күрә Раббы Хаким былай ти: «Урмандағы ағастар араһынан йөҙөм олонон утҡа ташлаған кеүек Йәрүсәлимдә йәшәүселәр менән дә шулай эшләйәсәкмен. 7Мин уларға ҡаршы боролормон. Улар уттан ҡасып ҡотолһалар, ялҡынға барып юлығырҙар. Мин уларға ҡаршы сыҡҡас, Минең Раббы икәнемде белерһегеҙ. 8Халҡым Миңә хыянат иткән өсөн, Мин был илде бушлыҡҡа әйләндерермен», – тип белдерә Раббы Хаким.

Copyright information for BakIBT2023