‏ Ezekiel 2

Раббының Зөлкифелде саҡырыуы

1Ул миңә:

– Эй әҙәм улы, аяғыңа баҫ, Мин һинең менән һөйләшәсәкмен! – тине.

2Ул өндәшкән саҡта миңә рух иңде һәм аяғыма баҫтырҙы. Мин үҙем менән Һөйләшеүсене ишеттем.

3Ул миңә:

– Эй әҙәм улы, Мин һине Исраил халҡына, Миңә ҡаршы баш күтәргән фетнәсел халыҡҡа ебәрәм. Улар үҙҙәре лә, ата-бабалары ла ошо көнгә тиклем Миңә ҡаршы гонаһ ҡылып килә.
4Мин һине ебәргән был халыҡ бик тиҫкәре һәм ҡаты бәғерле. Һин уларға: «Раббы Хаким былай тип әйтә!» – тиерһең. 5Һине тыңларҙармы, юҡмы, сөнки улар фетнәсел нәҫел, әммә араларында пәйғәмбәр барлығын белеп торһондар. 6Һин иһә, эй әҙәм улы, уларҙың үҙҙәренән дә, һүҙҙәренән дә ҡурҡма! Улар һинең өсөн сәнскәк булһалар ҙа, үҙеңде саяндар араһында йәшәгән кеүек тойһаң да, уларҙың әйткәндәренән ҡурҡма, йөҙҙәрен күреп ҡаушама, сөнки улар – фетнәсел нәҫел. 7Тыңлайҙармы, юҡмы, сөнки улар фетнәсел – Минең әйткәндәремде еткер. 8Һин иһә, эй әҙәм улы, Минең әйткәндәремде тыңла! Был фетнәсел нәҫел кеүек тиҫкәре булма. Ауыҙыңды ас, һиңә биргәнемде аша!

9Ҡарағайным, үҙемә табан һуҙылған бер ҡул күрҙем. Унда төргәк китап бар ине. 10Ул алдымда төргәкте тағатты, уның ике яғы ла яҙыулы ине. Унда илау, һыҡтау һәм иңрәү һүҙҙәре яҙылғайны.

Copyright information for BakIBT2023