‏ Ezekiel 29

Мысырға ҡаршы пәйғәмбәрлек

1Һөргөнөбөҙҙөң унынсы йылында, унынсы айҙың ун икенсе көнөндә миңә Раббы һүҙе булды:

2– Эй әҙәм улы, йөҙөңдө Мысыр батшаһы фирғәүенгә табан бор, уға һәм бөтә Мысыр халҡына ҡаршы пәйғәмбәрлек ит. 3Уларға һөйлә, әйт, Раббы Хаким былай ти: «Эй йылға-ҡултыҡтарың эсендә ятҡан олоғара аждаһа, Мысыр батшаһы фирғәүен, Мин һиңә ҡаршымын. Һин: „Нил йылғаһы минеке, уны үҙем өсөн яһаным“, – тип әйтәһең. 4Әммә Мин теш ҡаҙналарыңа ырғаҡ кейҙерәсәкмен. Йылға-ҡултыҡтарыңдағы балыҡтарҙы тәңкәләреңә йәбештерәсәкмен. Тәңкәләреңә йәбешкән балыҡтарың менән бергә һине йылғанан һөйрәп сығарасаҡмын. 5Һине лә, йылғаңдағы барлыҡ балыҡтарҙы ла сүлгә олаҡтырырмын. Һин асыҡ яланда ятырһың һәм һине алып ерләгән кеше булмаҫ. Мин һине, ем итеп, ҡырағай йәнлектәргә, һауалағы ҡоштарға бирәсәкмен. 6Шул саҡ Мысырҙа йәшәгән һәр кем Минең Раббы икәнемде белер.

Һин халҡым Исраил өсөн ҡамыш терәү генә булдың.
7Улар ҡулдары менән һиңә тотонғас, ярылдың да яурындарына сәнселдең. Улар һиңә таянғайны, һынып, уларҙы аяҡтан йыҡтың».

8Шуға күрә Раббы Хаким былай ти: «Мин һинең өҫтөңә ҡылыс ебәрәсәкмен, кешеләреңде һәм малдарыңды ҡырасаҡмын. 9Мысыр бер кешеһеҙ бушлыҡҡа әйләнер. Шунда Минең Раббы икәнемде белерҙәр.

Һин: „Нил минеке, уны мин яһаным“, – тинең.
10Шуға күрә ҡара, һиңә һәм йылға-ҡултыҡтарыңа ҡаршымын. Мысыр ерен Мигдолдан Асуанға, Куштың сигенә тиклем ташландыҡ ергә әйләндерәсәкмен. 11Ул ергә кеше аяҡ баҫмаҫ, мал-тыуар йөрөмәҫ. Ҡырҡ йыл буйы унда һис кем йәшәмәҫ. 12Мысыр ерен харабаға әйләнгән илдәр араһында иң кешеһеҙ итәсәкмен. Ҡалаларын йән эйәһеҙ ҡалған ҡалалар араһында ҡырҡ йыл буйы буп-буш торғоҙасаҡмын. Мысыр халҡын ҡәүемдәр араһына таратасаҡмын, төрлө илдәргә һибәсәкмен».

13Раббы Хаким былай ти: «Ҡырҡ йыл үткәндән һуң уларҙы таралған ҡәүемдәр араһынан йыйып алырмын. 14Уларҙы әүәлге тормоштарына ирештереп, тыуған ерҙәре Паҫросҡа кире ҡайтарырмын. Шунда улар көсһөҙ генә бер батшалыҡ булыр. 15Ул бөтә батшалыҡтарҙан да көсһөҙөрәк булыр һәм бүтән бер ҡасан да башҡа ҡәүемдәрҙән өҫтөн була алмаҫ. Башҡа халыҡтар өҫтөнән хакимлыҡ итмәһендәр өсөн Мин уларҙы шулай зәғифләндерермен. 16Халҡым Исраил инде бер ҡасан да үҙ өмөтөн Мысырға бағламаҫ. Мысыр уларға үҙҙәренең Мысырҙан ярҙам һорап ғәйепкә тарыуҙарын хәтерләтеп торор. Шунда улар Минең Раббы Хаким икәнемде белер».

17Һөргөнөбөҙҙөң егерме етенсе йылында, беренсе айҙың беренсе көнөндә миңә Раббы һүҙе булды:

18– Эй әҙәм улы, Бабил батшаһы Навуходоносор үҙенең ғәскәрен Тир ҡалаһын ҡамағанда ауыр эш менән ныҡ йонсотто. Яугирҙәренең сәстәре ҡойолоп бөттө, ауыр йөк ташыуҙан яурындары иҙелде. Әммә күргән михнәттәренә ҡарамаҫтан, үҙенә лә, ғәскәренә лә Тирҙан файҙа булманы. 19Шуға күрә Раббы Хаким былай ти: «Бына, Мин Мысырҙы Бабил батшаһы Навуходоносорға бирәм. Әйҙә, уның байлығын талаһын, талап алғандарын ғәскәренә яумал итеп таратһын. 20Хеҙмәтенә яуап итеп, Мысырҙы уға бирәм, сөнки ул да, ғәскәре лә Минең өсөн эшләне, – тип белдерә Раббы Хаким. – 21Ул көндә Мин Исраил халҡын көслө итәм һәм уларҙың араһында һинең телеңде асам. Шунда улар Минең Раббы икәнемде белер».

Copyright information for BakIBT2023