‏ Ezekiel 3

1Ул миңә:

– Эй әҙәм улы, әле үҙеңә бирелгәнде аша. Ошо төргәкте аша ла, барып, Исраил нәҫеленә һөйлә, – тине.

2Мин ауыҙымды астым да, Ул миңә төргәкте ашарға бирҙе. 3Шунан миңә:

– Эй әҙәм улы, Мин һиңә биргән төргәк китапты аша, уның менән ҡорһағыңды тултыр, – тине.

Мин ашаным. Ауыҙымда бал һымаҡ татлы булды.

4Ул миңә былай тине:

– Эй әҙәм улы, инде Исраил нәҫеленә бар, уларға Минең һүҙҙәремде һөйлә.
5Сөнки һин телмәре ят, теле аңлашылмаҫ халыҡҡа түгел, Исраил нәҫеленә ебәреләһең. 6Телмәрҙәре билдәһеҙ, теле аңлашылмаҫ, әйткәндәре төшөнмәҫлек булған күп халыҡтар араһына ебәрелмәйһең һин. Әгәр Мин һине улар янына ебәрһәм, улар һиңә, әлбиттә, ҡолаҡ һалған булыр ине. 7Әммә Исраил нәҫеленең һине тыңлағыһы килмәйәсәк, сөнки улар Мине тыңларға теләмәй. Бөтә Исраил нәҫеле тиҫкәре һәм башбаштаҡ. 8Ҡара, Мин һине лә улар кеүек арҡыры һәм башбаштаҡ итәсәкмен. 9Һинең маңлайыңды саҡматаштан да ҡатыраҡ булған таш һымаҡ итәм. Улар фетнәсел халыҡ булһа ла, һин уларҙан ҡурҡма, алдарында ҡаушап ҡалма.

10Ул тағы ла миңә былай тине:

– Эй әҙәм улы, Мин әйткән бөтә һүҙҙәрҙе күңелеңдә һаҡла һәм ҡолағыңа киртеп ҡуй.
11Инде һөргөндә йәшәгән яҡташтарың янына бар. Улар һине тыңлаһа ла, тыңламаһа ла: «Раббы Хаким былай тип әйтә!» – тиерһең.

12Шунан Рух мине өҫкә күтәрҙе. Мин артымда: «Раббының шөһрәте Үҙ урынында мөбәрәк булһын!» – тигән тетрәндергес мәғрур тауыш ишеттем. 13Йән эйәләренең бер-береһенә ҡағылған ҡанаттарының тауышын, эргәләрендәге тәгәрмәстәрҙең тыҡылдағанын, бөйөк бер тетрәүҙең геүләгәнен ишеттем мин. 14Рух мине күтәрҙе лә алып китте. Раббының көслө ҡулы өҫтөмдә булған хәлдә әсенеш һәм асыу менән киттем. 15Кевар йылғаһы буйында Тел-Авивта һөргөндә йәшәүселәр янына килдем. Шунда, улар йәшәгән ерҙә, ҡалдым да араларында ете көн буйы шаңҡып ултырҙым.

Раббының Зөлкифелде Исраилға күҙәтсе итеп ҡуйыуы

16Ете көн үткәс, миңә Раббы һүҙе булды:

17– Эй әҙәм улы, Мин һине Исраил нәҫеленә күҙәтсе итеп ҡуйҙым. Һин ауыҙымдан сыҡҡан һәр бер һүҙемде тыңлап, халҡыма әйтеп, уларҙы иҫкәртеп торорһоң. 18Мин яуыз кешегә: «Һин мотлаҡ үләсәкһең!» – тип әйтһәм, ә һин уны киҫәтмәһәң, ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн уны яман юлын ташларға өндәмәһәң, был яуыз кеше үҙ енәйәте арҡаһында үләсәк. Әммә уның ҡаны өсөн яуаплылыҡты Мин һинең өҫтөңә һаласаҡмын. 19Әгәр һин яуызды киҫәтһәң, ә ул яуызлығын ҡуйып, яман юлын ташламаһа, үҙ ғәйебе өсөн үлер. Һин иһә үҙ йәнеңде ҡотҡарып ҡалырһың.

20Әгәр тоғро кеше, тоғро юлынан тайпылып, яуызлыҡ эшләһә, Мин уның ҡаршыһына абыныу ташы ҡуйғас, ул үлер. Һин уны киҫәтмәгәнгә күрә, ул үҙ гонаһы өсөн үлер, эшләгән яҡшы ғәмәлдәре иҫәпкә алынмаҫ. Әммә уның ҡаны өсөн яуаплылыҡты Мин һинең өҫтөңә һаласаҡмын. 21Әммә һин гонаһ эшләмәһен өсөн тоғро кешене киҫәтһәң һәм ул гонаһ ҡылмаһа, мотлаҡ йәшәйәсәк, сөнки ул иҫкәртеүгә ҡолаҡ һалды. Һин иһә үҙ йәнеңде һаҡлап ҡалырһың.

22Унда Раббының ҡулы өҫтөмдә ине. Ул миңә:

– Тор, үҙәнгә бар. Мин һинең менән унда һөйләшермен, – тине.

23Мин, тороп, үҙәнгә сыҡтым. Ҡараһам, унда Кевар йылғаһында күргәндәге шөһрәт кеүек үк Раббының шөһрәте тора. Мин йөҙтүбән ергә ҡапландым. 24Шунда миңә рух иңде, мине аяғөҫтө баҫтырҙы.

– Ҡайт, өйөңә инеп биклән, – тине Раббы миңә. –
25Эй әҙәм улы, һиңә бау һалырҙар, бәйләрҙәр һәм һин кеше араһына сығып йөрөй алмаҫһың. 26Телеңде аңҡауыңа йәбештерермен һәм һин телһеҙ ҡалырһың, уларҙы фашлай алмаҫһың, сөнки был – фетнәсел нәҫел. 27Әммә Үҙем һинең менән һөйләшкәндә, ауыҙыңды асырмын. Уларға: «Раббы Хаким былай тип әйтә!» – тиерһең. Тыңлағандары тыңлаһын, тыңламағандары тыңламаһын, сөнки улар – фетнәсел халыҡ.

Copyright information for BakIBT2023