Ezekiel 30
Раббының Мысырҙы язалаясағы
1Миңә Раббы һүҙе булды: 2– Эй әҙәм улы, пәйғәмбәрлек итеп әйт, Раббы Хаким былай ти: «„Аһ ул көн!“– тип һыҡтағыҙ.3Сөнки ул көн яҡынлашты,
Раббының көнө яҡын!
Ул көн болотло буласаҡ,
Ҡәүемдәрҙең һәләкәт көнө.
4Мысыр өҫтөнә ҡылыс ябырыласаҡ.
Мысырҙа һәләк булғандар йығыла башлағас,
Уның байлыҡтары алып кителгәс,
Нигеҙҙәре емерелгәс,
Кушты ғазап солғаясаҡ.
5Куш, Пут һәм Луд,
Барлыҡ ят ҡәбиләләр,
Кув һәм килешеү төҙөшкән илдең кешеләре
Мысырҙар менән бергә ҡылыстан үткәреләсәк».
6Раббы былай ти:
«Мысырҙың таяныстары йығыласаҡ,
Тәкәббер ҡеүәте йөгөнәсәк;
Мигдолдан Асуанға тиклем барыһы
Ҡылыстан үткәреләсәк, – тип белдерә Раббы Хаким. –
7Мысыр иң хараба илгә әйләнәсәк,
Уның ҡалалары иң емерек
Ҡалалар араһында буласаҡ.
8Мин Мысырға ут төрткәс,
Уның бөтә терәүҙәре емерелгәс,
Минең Раббы икәнемде беләсәктәр.
9Ул көндө вайымһыҙ йәшәгән Куш халҡын ҡурҡытыр өсөн Мин кәмәләрҙә илселәремде ебәрәсәкмен. Мысыр өҫтөнә ҡаза килгән көндө улар дәһшәткә төшәсәк. Ана килә ул көн!» 10Раббы Хаким былай ти: «Бабил батшаһы Навуходоносор ҡулы менән
Мысырҙың өйөр-өйөр халҡын кәметәм.
11Навуходоносор һәм уның ҡәүемдәр араһында иң рәхимһеҙ булған халҡы был илде һәләк итер өсөн килтереләсәк. Улар, ҡылыстарын ҡындарынан сығарып, Мысыр ерен мәйет менән тултырасаҡ. 12Йылға-ҡултыҡтарын ҡоротам, ерен залим әҙәмдәргә тапшырам, илде, ундағы бөтә нәмәне яттар ҡулы менән вайран итәм. Мин, Раббы, әйттем быны». 13Раббы Хаким былай ти: «Мин бөтә боттарҙы емерәм, Нофтағы илаһ һындарын юҡҡа сығарам. Инде Мысырҙа хаким ҡалмаясаҡ, илгә дәһшәт һаласаҡмын. 14Мин Паҫросты ташландыҡ урынға әйләндерәм, Соған ҡалаһына ут төртәм, Но ҡалаһын хөкөм итәм. 15Нәфрәтемде Мысыр ҡәлғәһе Син өҫтөнә түгәм, Нолағы күмәк халыҡты ҡырам. 16Мысырға ут һалам. Син сикһеҙ ғазапҡа ҡалыр, Но ҡалаһының диуарын емерәсәктәр, Нофҡа көпә-көндөҙ дошман ябырыласаҡ. 17Он ҡалаһы һәм Пи-Бесеҫ егеттәре ҡылыстан үткәрелер; ҡатын-ҡыҙҙары әсирлеккә алып кителер. 18Мин Мысыр кейҙергән ҡалыпты ватҡан саҡта, Тахпанхеста көн яҡтыһы һүнер, шунда уның тәкәббер ҡеүәте тамам булыр, уны ҡара болот ҡаплап алыр, ҡыҙҙары әсирлеккә алып кителер. 19Мин Мысырҙы шулай хөкөм итәсәкмен, һәм улар Минең Раббы икәнемде белер». 20Һөргөндәге ун беренсе йылдың беренсе айында, айҙың етенсе көнөндә миңә Раббы һүҙе булды: 21– Эй әҙәм улы, бына Мин Мысыр батшаһы фирғәүендең ҡулын һындырҙым. Уңалһын, ҡылыс тоторлоҡ көсө булһын тип, һис кем тарафынан бәйләнмәне, шифалы бәйҙәр менән уралманы ул. 22Шуға күрә Раббы Хаким былай ти: «Бына Мин уны, Мысыр батшаһы фирғәүенде! Уның һау ҡулын да, һынғанын да иҙәсәкмен. Ҡулындағы ҡылысын төшөрәсәкмен. 23Мысыр халҡын ҡәүемдәр араһына таратасаҡмын, төрлө илдәргә һибәсәкмен. 24Бабил батшаһының ҡеүәтен арттырасаҡмын, ҡылысымды уға тотторасаҡмын. Ә фирғәүендең ҡулдарын һындырасаҡмын. Ул үлемесле яраланған килеш Бабил батшаһының ҡаршыһында ыңғырашасаҡ. 25Бабил батшаһының көсөн арттырасаҡмын, ә фирғәүендең ҡулы һәленеп төшәсәк. Ҡылысымды Бабил батшаһына тотторғас һәм ул уны Мысыр иленә йүнәлткәс, улар Минең Раббы булғанымды белер. 26Мысыр халҡын ҡәүемдәр араһына таратасаҡмын, төрлө илдәргә һибәсәкмен. Шунда улар Минең Раббы икәнемде белер».
Copyright information for
BakIBT2023