‏ Ezekiel 32

Фирғәүен өсөн һыҡтау

1Һөргөнөбөҙҙөң ун икенсе йылында, ун икенсе айҙың беренсе көнөндә миңә Раббы һүҙе булды:

2– Эй әҙәм улы, Мысыр батшаһы фирғәүен тураһында һыҡтау йыры йырла, әйт уға:

«Һин халыҡтар араһында – гүйә йәш арыҫлан;
Һин диңгеҙҙәге аждаһа кеүекһең:
Йылғаларыңды күбекләндерәһең,
Аяҡтарың менән һыуҙы болғандырып,
Йылғаларҙы бысратаһың.
3Раббы Хаким былай ти:
„Күп халыҡтар йыйынында
Өҫтөңә ауымды ырғытырмын,
Улар һине йәтмәм менән һөйрәп сығарасаҡ.
4Мин һине ергә алып бырғармын,
Асыҡ ҡырға ырғытып ҡуйырмын,
Күктә осҡан ҡоштарҙы өҫтөңә ҡундырырмын,
Ерҙәге бөтә ҡырағай йәнлектәргә
Һине ем итеп бирермен.
5Итеңде тауҙарға таратып ташлармын,
Үҙәндәрҙе мәйетең менән тултырырмын.
6Илде тауҙарға тиклем аҡҡан ҡаның менән һуғарырмын,
Йырындар ҙа ҡалдыҡтарың менән тулыр.
7Һине һүндереп, күкте ябырмын,
Йондоҙҙарҙы ҡараңғыға йәшерермен;
Ҡояшты болот менән ҡаплармын,
Ай ҙа яҡтылығын һипмәҫ.
8Баш осоңда нурын сәскән
Бөтә күк есемдәрен ҡаплармын,
Ереңде ҡараңғыға бырғармын, – тип белдерә Раббы Хаким. –
9Һинең һәләкәтең тураһында
Ҡәүемдәрҙең араһына,
Һин белмәгән илдәргә еткергәс,
Күптәрҙең күңеленә хәүеф һалырмын.
10Тәҡдирең менән күп халыҡтарҙың ҡотон алып,
Алдарында ҡылысымды уйнатҡанда,
Уларҙың батшалары, һинең турала уйлап,
Ҡурҡыуҙан сәстәре үрә торор.
Һин ҡолаған һәләкәт көнөндә улар
Сәғәт һайын үҙ йәндәре өсөн дер ҡалтырар“.

11Раббы Хаким былай ти:

„Бабил батшаһының ҡылысы өҫтөңә ябырылыр.
12Ҡәүемдәрҙең иң рәхимһеҙ яугирҙәре
Өйөр-өйөр халҡыңды ҡылыстан үткәрер.
Мысырҙың тәкәбберлеген һындырыр,
Бөтә ғәскәрен тар-мар итер.
13Мул һыулы йылғалар янында утлаған
Барлыҡ мал-тыуарын бөтөрөрмөн;
Бынан ары кеше аяғы ла, мал тояҡтары ла
Ошо һыуҙарҙы болғатып бысратмаҫ.
14Шул саҡ һыуҙарын тондорасаҡмын,
Йылғаларын майҙай тын ағыҙасаҡмын, – тип белдерә Раббы Хаким. –
15Мин Мысырҙы бушлыҡҡа әйләндергәс,
Илде уны тултырған бөтә нәмәнән мәхрүм иткәс,
Унда йәшәүселәрҙең бөтәһен һәләк иткәс,
Минең Раббы икәнемде белерҙәр.

16Мысыр өсөн йырланасаҡ һыҡтау йыры ошо. Ҡәүемдәрҙең ҡыҙҙары йырлаясаҡ уны. Мысыр һәм уның өйөр-өйөр халҡы хаҡында йырланасаҡ ул“», – тип белдерә Раббы Хаким.

Мысырҙарҙың үлем соҡорона төшәсәге

17Һөргөнөбөҙҙөң ун икенсе йылында, айҙың ун бишенсе көнөндә миңә Раббы һүҙе булды.

18– Эй әҙәм улы, Мысырҙың өйөр-өйөр халҡы өсөн ҡайғырып ила. Уны һәм ҡеүәтле ҡәүемдәрҙең ҡыҙҙарын үлем соҡорона төшкәндәр менән бергә түбәнге донъяға оҙат.

19Уларға былай тип әйт:

«Һин кемдән матурыраҡ һуң?
Төш тә сөннәтһеҙҙәр янына ят!»

20Мысыр халҡы ҡылыстан үткәрелгәндәр араһына йығылыр. Бына ҡылыс әҙер – Мысырҙы үҙенең өйөр-өйөр халҡы менән унда һөйрәп алып китегеҙ! 21Ҡаһарман башлыҡтар үлеләр донъяһынан Мысыр һәм уға терәк булғандар тураһында: «Улар төштө, ҡылыс менән үлтерелгән сөннәтһеҙҙәр инде бында ята», – тип әйтер.

22Ашшур ҙа бөтә ғәскәре менән унда. Ҡылыстан тураҡланған яугирҙәрҙең ҡәберҙәре менән уратып алынған ул. 23Уларҙың ҡәберҙәре – үлем соҡороноң иң төбөндә, Ашшурҙың ҡәберенең эргә-тирәһендә. Тереләр донъяһына ҡурҡыу һалғандарҙың һәр береһе һәләк булған, ҡылыстан үткәрелгән.

24Ғелам да шунда, өйөр-өйөр халҡы менән үҙ ҡәберенең әйләнәһендә тора. Һәр береһе ҡылыстан үткәрелгән, үлгән һәм сөннәтһеҙ килеш түбәнге донъяға ингән. Тереләр донъяһына ҡурҡыу һала торғайнылар, инде, мәсхәрәгә ҡалып, үлем соҡорона ингәндәр менән бергәләр. 25Ғелам өсөн үлтерелгәндәр араһында бер түшәк әҙерләнде. Өйөр-өйөр халҡы ҡәберенең әйләнә-тирәһендә ята. Ҡылыстан һәләк булған был сөннәтһеҙҙәр ҡасандыр тереләр донъяһына ҡурҡыу һала торғайны, инде мәсхәрә эсендә үлем соҡорона инделәр, уларҙы үлтерелгәндәр араһына һалдылар.

26Мәшәх менән Тувал өйөр-өйөр халҡы менән үҙҙәренең ҡәберҙәре әйләнәһендә тора. Был сөннәтһеҙҙәрҙең барыһы ла ҡылыстан үткәрелгән. Ә бит улар ҡасандыр тереләр донъяһына ҡурҡыу һалалар ине. 27Улар үлеләр донъяһына һуғыш ҡоралдары менән ингән, ҡылыстары баштары аҫтына һалынған, ҡалҡандары һөйәктәрен ҡаплаған, боронғо замандарҙа һәләк булған яугирҙәр менән бергә ятмай. Ә бит был яугирҙәр ҡасандыр тереләр донъяһында дәһшәт һала торғайны.

28Һин дә, эй фирғәүен, ҡырылырһың, ҡылыстан үткәрелгәндәр менән бергә сөннәтһеҙҙәр араһына йығылырһың.

29Эдом – унда, уның батшалары, түрәләре – унда. Улар, ғәйрәтле булыуҙарына ҡарамаҫтан, ҡылыс менән үлтерелгәндәр янына ҡуйылдылар, үлем соҡорона төшкәндәрҙең, сөннәтһеҙҙәрҙең эргәһендә яталар.

30Бөтә төньяҡ хакимдары, бөтә Сидон халҡы – унда. Улар, ҡасандыр бөйөк ҡеүәте менән ҡурҡыуға һалып торһа ла, ҡылыс менән үлтерелгәндәр янына төштөләр. Сөннәтһеҙ килеш ҡылыстан үлтерелгәндәр менән бергә мәсхәрәгә ҡалып, үлем соҡорона ингәндәр янында яталар.

31Фирғәүен уларҙы күрер ҙә үҙенең бөтә ғәскәре, үҙе һәм өйөр-өйөр халҡы ҡылыстан һәләк булғанға бик үк әсенмәҫ, – тип белдерә Раббы Хаким. – 32Мин тереләр донъяһына ҡурҡыу һаласаҡмын, фирғәүен һәм күп һанлы халҡы ҡылыстан үткәрелгәндәр менән бергә сөннәтһеҙҙәр янына ятасаҡ, – тип белдерә Раббы Хаким.

Copyright information for BakIBT2023