Ezekiel 35
Эдомға ҡаршы пәйғәмбәрлек
1Миңә Раббы һүҙе булды: 2– Эй әҙәм улы, йөҙөңдө Сеғир тауҙарына бор ҙа уға ҡаршы пәйғәмбәрлек ит. 3Әйт уға, Раббы Хаким былай ти: «Эй Сеғир тауҙары, Мин һиңә ҡаршымын! Һиңә ҡаршы ҡулымды күтәреп, һине харабаға һәм ташландыҡ ергә әйләндерәм. 4Ҡалаларыңды харабаға әйләндереп, һине кешеһеҙ ҡалдырасаҡмын. Шунда Минең Раббы икәнемде белерһең. 5Һин исраилдарға ғүмер баҡый дошман булдың, уларға бәлә килгәндә, яза сәғәте һуҡҡанда уларҙы ҡылысҡа бирҙең. 6Шуға күрә Үҙемдең барлығым менән ант итеп әйтәм, – тип белдерә Раббы Хаким, – һине ҡанға батырам. Ҡан һине эҙәрләйәсәк. Үҙеңдең ҡан түккәнеңә ытырғанмағаның өсөн, ҡан түгеү һине эҙәрләйәсәк. 7Сеғир тауҙарын бушлыҡтарҙың бушлығына әйләндерермен. Унда килгән-киткән ҡалмаҫ. 8Мин тауҙарыңды үлектәр менән тултырырмын, ҡалҡыулыҡтарыңда, үҙәндәреңдә, бөтә тарлауыҡтарыңда ҡылыстан ҡырылғандар аунап ятыр. 9Һине мәңгегә бушлыҡҡа әйләндерәм, ҡалаларыңда һис кем йәшәмәҫ. Шул сағында Минең Раббы икәнемде белерһегеҙ. 10Мин Раббының Йәһүҙә һәм Исраилда булғаныма ҡарамай, һин: „Был ике халыҡ, был ике ил минеке буласаҡ, мин уларға хужа буласаҡмын“, – тинең. 11Шуға күрә Раббы Хаким былай тип белдерә: Үҙемдең барлығым менән ант итеп әйтәм, уларҙы күрә алмауың арҡаһында ни тиклем көнләшкән һәм нәфрәтләнгән булһаң, Мин дә һинең менән шулай ҡыланасаҡмын. Һине хөкөм иткән ваҡытта халҡыма Үҙемде танытасаҡмын. 12Шул саҡта Исраил тауҙарын: „Буп-буш ҡалдылар, йоторға тип беҙгә бирелделәр!“– тип мыҫҡыл иткәндәреңде Мин Раббының ишеткәнен белерһең. 13Ауыҙығыҙ менән Миңә ҡаршы тәкәббер һөйләндегеҙ, Минең хаҡта хурлыҡлы һүҙҙәр әйттегеҙ. Мин быны ишеттем». 14Раббы Хаким былай ти: «Бөтә ер йөҙөн ҡыуандырып, һине ер менән тигеҙләйәсәкмен. 15Исраил халҡының биләмәһе бушап ҡалғанға нисек ҡыуанған булһаң, һинең менән дә шулай эшләйәсәкмен. Эй Сеғир тауҙары – бөтә Эдом иле – емереклеккә әйләнеп, буп-буш ҡаласаҡһығыҙ. Шунда Минең Раббы икәнемде беләсәктәр».
Copyright information for
BakIBT2023