‏ Ezekiel 38

Гогҡа ҡаршы пәйғәмбәрлек

1Миңә Раббы һүҙе булды:

2– Эй әҙәм улы, йөҙөңдө Магог илендәге булған Мәшәхтең һәм Тувалдың баш хакимы Гогҡа табан бор ҙа уға ҡаршы пәйғәмбәрлек ит. 3Әйт, Раббы Хаким былай ти: «Эй Мәшәх менән Тувалдың баш хакимы Гог, Мин һиңә ҡаршымын! 4Һине килгән юлыңдан кире борасаҡмын, теш ҡаҙналарыңа ырғаҡ кейҙерәсәкмен. Һине, бөтә ғәскәреңде, аттарыңды, һыбайлыларыңды, тотош ҡоралланған, эреле-ваҡлы ҡалҡандар тотҡан, ҡылыслы бөйөк сиреүеңде ҡыуып сығарасаҡмын. 5Улар менән бергә һәр береһе ҡалҡанлы, торҡалы фарсыларҙы, куштарҙы, путтарҙы; 6бөтә өйөрө менән Ғүмәрҙе, алыҫ төньяҡтан өйөрө менән Бейт-Тогарманы – һинең менән бик күп халыҡтарҙы ҡыуасаҡмын.

7Әҙерлән һәм ҡораллан! Эргәңдә тупланған бөтә өйөрөң менән бергә әҙерлән. Һин уларҙы башлап барырһың. 8Бик күп ваҡыттарҙан һуң һин саҡырылырһың. Йылдар уҙғас, һин һуғыштан арынып рәхәтлеккә сыҡҡан бер илгә һөжүм итәсәкһең. Ул илдең кешеләре, күмәк халыҡ араһынан йыйып алынып, оҙаҡ ваҡыт буш ятҡан Исраил тауҙарына кире ҡайтарылған һәм барыһы ла имен-аман тормош кисергән булыр. 9Әммә һин ғәрәсәт кеүек уларға ябырыласаҡһың. Һин, бөтә ғәскәрҙәрең һәм һинең менән булған бик күп халыҡтар илде болот һымаҡ ҡаплап аласаҡһығыҙ».

10Раббы Хаким былай ти: «Ул көндө башыңа бик күп уйҙар килер, һәм һин яуыз ниәт ҡороп 11әйтерһең: „Диуарҙар менән уратып алынмаған ауылдары булған илгә, бер хәүефһеҙ рәхәт йәшәгән кешеләргә ҡаршы барайым. Уларҙың диуарҙары ла, ҡапҡалары ла, арҡыры биктәре лә юҡ. 12Ҡәүемдәр араһынан йыйып алынған, емереклектәрҙе ҡабат торғоҙған, мал-тыуары һәм мөлкәте булған, донъя кендегендә йәшәгән был халыҡҡа ҡаршы ҡул һуҙып, талармын, табыш итеп алырмын“. 13Шева һәм Дедан, Таршиш сауҙагәрҙәре һәм барлыҡ бай, һүҙе үтә торған кешеләре
…бай, һүҙе үтә торған кешеләре – йәһүд телендә «йәш арыҫландары».
һинән: „Талар өсөн килдеңме? Яумал тупламаҡ, алтын-көмөш йыймаҡ, мал-мөлкәт тартып алмаҡ, мул табыш ҡулға төшөрмәк булып, был сиреүҙе йыйҙыңмы?“– тип һораясаҡ».

14Шуға күрә, эй әҙәм улы, пәйғәмбәрлек итеп, Гогҡа әйт, Раббы Хаким былай ти: «Минең халҡым Исраил хәүеф-хәтәрһеҙ йәшәгән көндө һин был турала беләсәкһең. 15Һин һәм һинең менән бергә бик күп халыҡтар, барыһы ла һыбайлы, олоғара өйөр, көслө ғәскәр үҙ төйәгеңдән – алыҫ төньяҡтан килерһегеҙ. 16Ерҙе ҡаплаған болот кеүек халҡым, Исраилдың өҫтөнә ябырылырһың. Эй Гог, киләсәк көндәрҙә һине Үҙ илемә килтерәсәкмен. Ҡәүемдәрҙең күҙ алдында һинең аша Үҙемдең мөҡәддәслегемде күрһәтеп, Үҙемде танытасаҡмын Мин».

17Раббы Хаким былай ти: «Боронғо замандарҙа уҡ ҡолдарым Исраил пәйғәмбәрҙәре аша һинең турала һөйләмәнемме ни Мин? Ул пәйғәмбәрҙәр оҙаҡ йылдар һине Исраил халҡына ҡаршы килтерәсәгем хаҡында пәйғәмбәрлек иттеләр. 18Әммә Гог Исраил тупрағына һөжүм иткән көндө, – тип белдерә Раббы Хаким, – асыуым дөрләп ҡабынасаҡ. 19Көнсөллөгөм һәм нәфрәтем утында белдерәм: ул көндө Исраил ерендә дәһшәтле ер тетрәү буласаҡ. 20Диңгеҙҙәге балыҡтар, күктәге ҡоштар, ҡырҙағы януарҙар һәм ерҙәге бөтә һөйрәлеүселәр, ер өҫтөндәге бөтә әҙәм Минең алдымда ҡалтырап торасаҡ. Тауҙар емерелер, ҡаялар ҡолар, бөтә диуарҙар ергә йығылыр. 21Бөтә тауҙарымда Гогҡа ҡаршы ҡылыс ебәрәсәкмен, – тип белдерә Раббы Хаким. – Һәр кем бер-береһенә ҡаршы ҡылыс күтәрәсәк. 22Мин уны өҫтөнә ҡырғын килтереп, ҡанын ҡойоп язалармын. Уға, ғәскәренә, уның менән бергә килгән күп халыҡтарға ҡойма ямғыр, таш һымаҡ боҙ, ут һәм көкөрт яуҙырырмын. 23Үҙемдең бөйөклөгөмдө һәм мөҡәддәслегемде күрһәтермен, бик күп ҡәүемдәрҙең күҙ алдында Үҙемде танытырмын. Шунда Минең Раббы икәнемде белерҙәр».

Copyright information for BakIBT2023