‏ Ezekiel 39:17-20

17Ә һиңә, эй әҙәм улы, Раббы Хаким былай ти: «Һәр төрлө ҡоштарға һәм ҡырағай януарҙарға әйт: „Йыйылығыҙ ҙа килегеҙ, һәр яҡлап һеҙҙең өсөн әҙерләгән ҡорбаныма, Исраил тауҙарындағы бөйөк ҡорбанға ағылығыҙ. Унда ит ашарһығыҙ, ҡан эсерһегеҙ. 18Башанда һимертелгән малдарҙың – һарыҡ тәкәләренең, бәрәстәрҙең, кәзә тәкәләренең һәм үгеҙҙәрҙең итен ашап, ҡанын эскән һымаҡ, батырҙарҙың итен ашарһығыҙ, ер хакимдарының ҡанын эсерһегеҙ. 19Мин һеҙҙең өсөн әҙерләгән ҡорбан ашында туйғансы май ашарһығыҙ, алҡынғансы ҡан эсерһегеҙ. 20Минең табынымда һеҙ ат һәм һыбайлыларҙы, ҡаһармандарҙы һәм һәр төрлө яугирҙәрҙе мул итеп ашап туйынырһығыҙ“, – тип белдерә Раббы Хаким. –

Copyright information for BakIBT2023