Ezekiel 4
Йәрүсәлимдең ҡамауҙа ҡаласағы тураһында пәйғәмбәрлек
1Эй әҙәм улы, бер кирбес алып, уны алдыңа ҡуй ҙа өҫтөнә Йәрүсәлим ҡалаһын төшөр. 2Рәсемдәге ҡаланы ҡамап ал: нығытмалар төҙө, уба яһа, тупламдар ҡор, һәр тарафтан диуар емерә торған ҡоролмалар урынлаштыр. 3Шунан тимер таба ал. Уны үҙең менән ҡала араһына тимер диуар кеүек итеп ҡуй ҙа йөҙөңдө уға табан бор. Әйҙә, ҡала ҡамалышта булһын, уны һин ҡамалышта тотасаҡһың! Был Исраил нәҫеле өсөн билдә булыр. 4Шунан һулаҡай ҡабырғаңа ят, Исраил халҡының гонаһын йөкмә. Ошо яғыңда нисә көн ятаһың, шунса ваҡыт уларҙың гонаһтарын өҫтөңдә күтәрәсәкһең. 5Уларҙың гонаһ ҡылған йылдарының һанына күрә Мин һиңә көндәр билдәләнем. Һин өс йөҙ туҡһан көн буйы Исраил халҡының гонаһтарын өҫтөңдә күтәрәсәкһең. 6Билдәләнгән ваҡыт тулғандан һуң, уң яғыңа әйләнеп ят, Йәһүҙә халҡының гонаһтарын өҫтөңдә күтәр. Һинең өсөн ҡырҡ көн – һәр йыл өсөн берәр көн билдәләнем. 7Йөҙөңдө ҡамауҙағы Йәрүсәлимгә табан бор, еңеңде төр ҙә, ҡулыңды күтәреп, уға ҡаршы пәйғәмбәрлек ит. 8Бына, ҡамалыу көндәрең тамамланғанға тиклем бер ҡабырғаңдан икенсеһенә әйләнеп ята алмаһын тип, Мин һине бау менән бәйләп һалам. 9Бойҙай, арпа, ҡара борсаҡ, яҫмыҡ, тары, борай ал да бер һауытҡа һал. Һин уларҙан үҙеңә икмәк бешер. Бер ҡабырғаңда ятҡан өс йөҙ туҡһан көн буйы уны ашаясаҡһың. 10Бер көнлөк ризығың егерме шекел ▼▼ Егерме шекел – яҡынса 240 г.
булырға тейеш. Уны көн һайын бер генә ваҡытта ашарһың. 11Һыуҙы ла үлсәп кенә эс, бер һиндың алтынан бер өлөшө ▼▼ Бер һиндың алтынан бер өлөшө – яҡынса 1 л.
күләмендә бер үк ваҡытта эс. 12Ризығыңды арпа көлсәһе һымаҡ ашарһың. Уларҙы кеше күҙе алдында, әҙәм тиҙәге яғып, өҫтөндә бешер. 13Раббы былай тине: – Мин Исраил халҡын башҡа ҡәүемдәр араһына һөргөнгә ебәргәс, улар шулай хәрәм икмәк ашаясаҡ. 14Шунда мин: – Аһ, эй Раббы Хаким! – тип ялбарҙым. – Мин бер ваҡытта ла үҙемде бысратманым. Йәш сағымдан алып бөгөнгө көнгә тиклем үләкһә лә, йыртҡыс талап ташлаған итте лә ашаманым, ауыҙыма хәрәм ит ингәне юҡ! 15Ул миңә: – Ярай, – тине. – Икмәгеңде, әҙәмдеке урынына мал тиҙәге яғып, өҫтөндә бешерергә рөхсәт итәм. 16Йәнә Ул миңә: – Эй әҙәм улы, бына Мин Йәрүсәлимдәге ризыҡҡа сик ҡуям. Үлсәүле генә икмәкте хәүефләнеп ашарҙар, үлсәүле генә һыуҙы ҡурҡыу эсендә эсерҙәр, – тине. – 17Ризыҡ менән һыу наҡыҫлығы арҡаһында кешеләр бер-береһенә ҡото осоп ҡараясаҡ, гонаһтары эсендә ҡоро һөйәккә ҡалып үләсәк.
Copyright information for
BakIBT2023