‏ Ezekiel 47

Ҡорамдан ағып сыҡҡан шишмә

1Унан теге кеше мине яңынан ҡорамға инә торған урынға алып килде. Ҡараһам, ҡорамдың тупһаһы аҫтынан көнсығышҡа табан, ҡорам ҡараған яҡҡа, бер шишмә ағып сыға. Һыу, ҡорамдың уң яғынан, аҫтан ағып сығып, ҡорбан усағының көньяғынан үтә ине. 2Теге кеше мине төньяҡ ҡапҡаһы аша сығарҙы ла тышҡы яҡлап көнсығышҡа ҡарап торған тыш ҡапҡаһына алып килде. Ә һыу ҡапҡаның көньяғынан аға ине.

3Был кеше, ҡулына үлсәй торған бау тотоп, көнсығышҡа табан атланы. Мең терһәк үлсәне лә мине һыу аша алып сыҡты. Һыу шайтанашыҡ
Шайтанашыҡ – руссаһы: лодыжка.
тәңгәленән ине.
4Йәнә мең терһәк үлсәне лә мине һыу аша алып сыҡты. Һыу тубыҡҡа тиклем ине. Мең терһәк үлсәне лә һыу аша алып сыҡты. Һыу бил тәңгәленән ине. 5Йәнә меңде үлсәне. Бында инде мин үтә алмаҫлыҡ ағын ине. Һыу шул тиклем тәрәнәйҙе, кеше йөҙөрлөк булды, был ағымды кисеп сығырлыҡ түгел ине. 6Ул кеше минән:

– Әҙәм улы, күрәһеңме быны? – тип һораны.

Шунан мине ҡабат йылғаның ярына алып килде.
7Унда барғас, йылғаның ике ярында ла бик күп ағастар күрҙем. 8Ул кеше миңә былай тине:

– Был һыу көнсығыштағы ерҙәргә табан аға, унан Ғарава тигеҙлегенә төшә һәм Тоҙло диңгеҙгә ҡоя. Ул ҡушылғас, диңгеҙ һыуы сөсөгә әйләнә.
9Был ағым ҡушылған урындарҙа һәр төрлө йән эйәләре ҡайнашыр, балыҡ бик күп булыр, сөнки йылға һыуы тоҙло һыуҙарҙы сөсөләндерер: был йылға аҡҡан һәр ерҙә тормош ҡайнап торор. 10Ғейн-Гедиҙән алып Ғейн-Ғеглаимға тиклем яр буйында балыҡсылар торор, улар ауҙарын йәйеп киптерер. Төрлө балыҡтар Бөйөк диңгеҙҙәге кеүек үк бик күп булыр. 11Әммә һаҙлыҡтар һәм батҡыл урындар сөсөләнмәҫ, улар тоҙ сығарыу өсөн ҡалыр. 12Йылғаның ике ярында ла һәр төрлө емеш ағастары үҫер. Изге торлаҡтан ағып сыҡҡан һыу һуғарғанға күрә, уларҙың япраҡтары бер ваҡытта ла һулымаҫ, емештәре бөтмәҫ, ай һайын яңылары өлгөрөр. Емештәре ашарға, ә япраҡтары дауаға ҡулланылыр.

Илдең сиктәре

13Раббы Хаким былай ти:

– Бына ошо сиктәр буйынса һеҙ ерҙе, биләмә итеп, Исраилдың ун ике ырыуына бүлерһегеҙ. Йософҡа ике өлөш ер бирелһен.
14Был ерҙе һәр ырыуға тигеҙ итеп бүлегеҙ. Мин, ҡулымды күтәреп, ата-бабаларығыҙға бирергә ант иткәнгә күрә, был ер һеҙҙең биләмәгеҙ булыр.

15Илдең сиктәре былай буласаҡ: төньяҡта Бөйөк диңгеҙҙән Хеҫлон юлы менән Седадҡа, 16Хамаҫ, Бероҫа һәм Дамаск менән Хамаҫ сиктәре араһында булған Сивраимға, Хауран сигендәге Хасер-Һаттихонға тиклем һуҙылыр. 17Унан һуң ул, Хамаҫты төньяҡтараҡ ҡалдырып, диңгеҙҙән Дамасктың төньяҡ сигендәге Хасар-Ғенонға етер. Төньяҡ сик ошолай булыр.

18Көнсығышта илдең сиге, Хауран менән Дамаск араһынан башланып, Ғилғәд менән Исраил ерҙәре араһында Иордан йылғаһы буйлап барыр. Тоҙло диңгеҙгә, унан Тамар ҡалаһына тиклем етер. Был – көнсығыш сик.

19Көньяҡтан сик Тамарҙан Мерива-Ҡадеш һыуҙарына, Мысыр сигендәге йылға буйынса Бөйөк диңгеҙгә тиклем һуҙылыр. Был – көньяҡ сик.

20Көнбайышта Лево-Хамаҫ ҡаршыһындағы урынға тиклем илдең сиге Бөйөк диңгеҙ буйлап үтер. Был – көнбайыштағы сик.

21Ошо ерҙәрҙе Исраил ырыуҙары араһында биләмә итеп өлөштәргә бүлегеҙ. 22Һеҙ уны биләмәләргә йәрәбә буйынса үҙегеҙгә һәм, арағыҙҙа йәшәп, балалары тыуған килмешәктәргә бүлегеҙ. Был кешеләр һеҙҙең өсөн ерле исраилдар менән тигеҙ хисапланһын, Исраил ырыуҙары араһында һеҙҙең менән бергә уларҙың да өлөшө булһын. 23Килмешәктәр ҡайһы ырыуҙа йәшәһә, уларға шунда биләмәгә ер бирегеҙ, – тип белдерә Раббы Хаким.

Copyright information for BakIBT2023