‏ Ezekiel 5

1Ә һин, эй әҙәм улы, үткер ҡылыс ал да, сәс алыусының бәкеһе кеүек ҡулланып, башың менән һаҡалыңды ҡыр. Шунан үлсәгес ал, ҡырған сәс-һаҡалыңды өлөштәргә бүл. 2Ҡамау көндәре тамамланғас, уларҙың өстән бер өлөшөн ҡала уртаһында утта яндыр. Икенсе өстән бер өлөшөн ҡала ситендә ҡылыс менән тураҡла. Өсөнсө өлөшөн елгә осор, һәм Мин улар артынан яланғас ҡылысымды ебәрермен. 3Сәстәрҙең бер аҙырағын алып, сабыуыңа төйнәп ҡуй. 4Йәнә бер аҙын утҡа ташлап яндыр. Бынан бөтә Исраил халҡына ут таралыр.

5Раббы Хаким былай ти: «Был – Йәрүсәлим! Мин уны ҡәүемдәрҙең уртаһына урынлаштырҙым, башҡа илдәр Исраил тирәһендә йәшәне. 6Әммә ул Минең ҡанун-ҡағиҙәләремә ҡаршы сыҡты, башҡа ҡәүемдәрҙән, тирә-яғындағы илдәрҙән дә былайыраҡ яуызлыҡ ҡылды, Минең ҡанундарымды кире ҡаҡты, ҡағиҙәләремде үтәмәне». 7Шуға күрә Раббы Хаким былай ти: «Һеҙ тирә-яғығыҙҙағы ҡәүемдәргә ҡарағанда ла фетнәселерәк булдығыҙ, ҡағиҙәләремде үтәмәнегеҙ, хөкөмдәремде бойомға ашырманығыҙ, хатта эргә-тирәгеҙҙәге халыҡтарҙың йолаларын да тотманығыҙ». 8Шуға күрә Раббы Хаким былай ти: «Эй Йәрүсәлим, бына, Мин Үҙем һиңә ҡаршы сығам. Башҡа ҡәүемдәрҙең күҙ алдында Үҙем Йәрүсәлим уртаһында хөкөм ҡыласаҡмын. 9Бөтә ерәнгес эштәрең арҡаһында, Йәрүсәлим, быға тиклем эшләмәгән һәм артабан да эшләмәйәсәк нәмә ҡыласаҡмын. 10Ата-әсәләр үҙ балаларын, балалар иһә үҙ ата-әсәләрен ашаясаҡ. Мин һинең уртала хөкөм ҡыласаҡмын, ә иҫән ҡалғандарығыҙҙың һәммәһен һәр тарафҡа елдәргә таратасаҡмын. 11Шуға күрә, Үҙемдең барлығым менән ант итеп әйтәм, – тип белдерә Раббы Хаким, – Изге торлағымды ерәнгес боттарың, әшәкелектәрең менән нәжесләгәнең өсөн, һине тап-таҡыр итеп ҡырасаҡмын, һис тә йәлләп тормаясаҡмын, мәрхәмәт күрһәтмәйәсәкмен. 12Һиндә йәшәүселәрҙең өстән бер өлөшө ҡала эсендә ҡырғындан үләсәк, аслыҡтан ҡырыласаҡ. Өстән бер өлөшө ҡаланың тирә-яғында ҡылыстан һәләк буласаҡ. Ҡалған өсөнсө өлөшөн төрлө тарафтарға елгә таратасаҡмын, арттарынан яланғас ҡылыс менән эҙәрләйәсәкмен.

13Шул сағында ғына уларға булған асыуым бөтәсәк, ярһыуымды түккәндән һуң Мин ҡәнәғәтләнермен.

Ярһыуымды өҫтәренә бушатҡас, Мин Раббы быны көнсөллөгөм арҡаһында эшләгәнемде белерҙәр.

14Мин һине, Йәрүсәлим, харабаға әйләндерәм, тирә-яғыңдағы ҡәүемдәр һәм эргәңдән үтеп-һүтеп йөрөүселәрҙең күҙе алдында хурлыҡҡа ҡалдырам. 15Асыуланып һәм ярһып, ҡаты язалар менән һине хөкөм иткән сағымда тирә-яғыңдағы халыҡтар араһында мәсхәрә, хурлыҡ, ғибрәт һәм дәһшәт өлгөһө буласаҡһың. Мин, Раббы, әйттем быны.

16Һеҙҙе һәләк итер өсөн өҫтөгөҙгә аслыҡтың аяуһыҙ уҡтарын ебәрәсәкмен. Арағыҙҙа ҡытлыҡты көсәйтәсәкмен, ризыҡ менән тәьмин итеүгә сик ҡуясаҡмын. 17Өҫтөгөҙгә аслыҡ һәм йыртҡыс хайуандар ебәрермен. Улар һеҙҙе балаһыҙ ҡалдырыр. Ҡалала ҡырғын һәм үлем хөкөм һөрөр. Мин һеҙгә ҡаршы ҡылыс күндерермен. Мин, Раббы, әйттем быны».

Copyright information for BakIBT2023