Ezra 1
Кир батшаның Йәһүҙә халҡын һөргөндән ҡайтарыуы
1Фарсы батшаһы Кир хакимлығының беренсе йылында Раббы, Үҙенең Йермеяһ аша еткергән һүҙен ғәмәлгә ашырып, Фарсы батшаһы Кирҙың күңелендә теләк уятты. Шуға күрә Кир үҙ батшалығының бөтә тарафтарында һүҙ менән дә, яҙма рәүештә лә ошоларҙы иғлан итергә фарман бирҙе: 2Фарсы батшаһы Кир шуны мәғлүм ҡыла:Күк Аллаһы Раббы донъяның бөтә батшалыҡтарын миңә бирҙе. Ул Йәһүҙәләге Йәрүсәлим ҡалаһында Үҙенә бер йорт һалырға ҡушты. 3Уның халҡынан булғандар – Аллалары улар менән булһын! – Йәһүҙәгә, Йәрүсәлимгә барһын һәм Исраилдың Аллаһы Раббыға – Йәрүсәлимдәге Аллаға йорт һалһын. 4Батшалығымдағы ерле халыҡ килмешәк булып йәшәгән урындарында иҫән ҡалған исраилдарға Йәрүсәлимдәге Алла йортон төҙөү өсөн алтын-көмөш, башҡа төр мөлкәт, мал-тыуар, хәйер-саҙаҡа менән ярҙам итһен.
5Бына шул саҡ Йәһүҙә һәм Бинйәмин ырыуҙары башлыҡтары, ҡаһиндар менән левиҙәр, Алла күңелдәренә рух һалған һәр кеше Йәрүсәлимдәге Алла йортон төҙөргә тип аяҡҡа баҫты. 6Уларҙың бергә йәшәгән бөтә күрше-күләне хәйер-саҙаҡанан тыш көмөш һауыт-һаба, алтын, башҡа төр мөлкәт, мал-тыуар, ҡиммәтле әйберҙәр биреп ярҙам итте. 7Фарсы батшаһы Кир ҡасандыр Навуходоносор Раббының Йәрүсәлимдәге йортонан алып китеп, үҙ илаһы йортона ҡуйған һауыт-һабаны сығартты. 8Кир батша уларҙы хазина һаҡсыһы Миҫредаҫҡа тапшырҙы. Ә Миҫредаҫ уларҙың һәммәһен дә Йәһүҙә башлығы Шешбассарға бирҙе. 9Уларҙың һаны былай ине: алтын табаҡ – утыҙ, көмөш табаҡ – мең, бысаҡ – егерме туғыҙ, 10алтын табаҡ – утыҙ, башҡа көмөш табаҡтар – дүрт йөҙ ун, башҡа төр һауыт-һаба – мең дана. 11Алтын-көмөш һауыт-һаба бөтәһе биш мең дүрт йөҙ дана булды. Элек Бабилға һөрөлгәндәр Йәрүсәлимгә ҡайтҡан саҡта, Шешбассар быларҙың барыһын да үҙе менән алды.
Copyright information for
BakIBT2023