Ezra 10
Исраил халҡының гонаһынан тәүбә ҡылыуы
1Ғөзәйер, Алла йорто алдында йөҙтүбән ергә ҡапланып, илай-илай гонаһтарҙы таныған, ярлыҡау һораған сағында, уның янына Исраилдың бик күп халҡы – ирҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар йыйылып китте. Улар ҙа әрнеп-әрнеп илай ине. 2Ғелам нәҫеленән Йехиил улы Шеханъяһ, Ғөзәйергә мөрәжәғәт итеп, былай тине: – Беҙ, Аллабыҙға хыянат итеп, эргә-тирәлә йәшәгән сит халыҡтарҙан ҡатындар алдыҡ. Шулай ҙа Исраил халҡы өсөн өмөт бар әле. 3Һин хакимымдың һәм Аллабыҙҙың бойороғон күңеленә ныҡ яҡын алған кешеләрҙең кәңәше буйынса беҙ, бөтә был ҡатындарҙы балалары менән бергә ҡыуып ебәрәбеҙ, тип Аллабыҙ менән килешеү төҙөйөк – әйҙә, ҡанун талап иткәнсә булһын! 4Әйҙә, тор, сөнки был эш өсөн һин яуаплы булырһың, беҙ ҙә һинең менән! Ныҡ бул, эшкә тотон! 5Ғөзәйер тороп баҫты. Ҡаһиндарҙың башлыҡтарын, левиҙәрҙе, бөтә исраилдарҙы, беҙ шулай эшләйәсәкбеҙ, тип ант итергә ҡушты. Улар ант итте. 6Унан Ғөзәйер, Алла йорто алдынан китеп, Әлйәшив улы Йеһоханан бүлмәһенә барҙы һәм ҡунырға ҡалды. Ул ашаманы ла, эсмәне лә, күсеп ҡайтыусыларҙың хыянатына ҡайғырып иланы. 7Йәһүҙә менән Йәрүсәлимгә һөргөндән ҡайтҡандарҙың һәммәһенә Йәрүсәлимдә йыйылырға, тип хәбәр ебәрелде. 8Кем дә кем өс көн эсендә килмәй, түрәләрҙең һәм аҡһаҡалдарҙың ҡарары буйынса уның бөтә мөлкәте тартып алына, ул үҙе һөргөндән күсеп ҡайтыусылар йәмғиәтенән ҡыуыла. 9Йәһүҙә менән Бинйәмин ырыуҙары халҡы өс көн эсендә Йәрүсәлимгә йыйылды. Был туғыҙынсы айҙа, айҙың егерменсе көнөндә булды. Бөтә халыҡ Алла йорто ҡаршыһындағы майҙанда йыйылды, кешеләр хәлдең етдилегенән һәм ҡаты ямғырҙан дер ҡалтырашты. 10Ғөзәйер ҡаһин тороп баҫты ла былай тине: – Һеҙ Раббыға хыянат иттегеҙ: сит ҡәүемдәрҙән ҡатындар алып, Исраилдың ғәйебен арттырҙығыҙ. 11Инде ата-бабаларығыҙҙың Аллаһы Раббы алдында гонаһтарыбыҙҙы танып, Уның ихтыярын үтәгеҙ: урындағы халыҡтарҙан һәм сит ҡәүем ҡатындарынан айырылығыҙ. 12Бөтә йыйын көслө тауыш менән: – Һин беҙгә нимә тип әйтәһең, шулай эшләрбеҙ! – тип ҡысҡырҙы. – 13Әммә халыҡ бик күп, һәм әле ямғырлы ваҡыт – тышта оҙаҡ торорлоҡ түгел. Унан һуң, был бер-ике көнлөк кенә эш түгел, сөнки күптәребеҙ ғәйепле. 14Былай эшләйек: был эште бөтә йәмғиәт исеменән башлыҡтарыбыҙ үҙ өҫтөнә алһын. Бөтә ҡалаларыбыҙҙағы сит халыҡтарҙан ҡатын алған кешеләр тәғәйенләнгән ваҡытта ҡаланың аҡһаҡалдары һәм хөкөмдарҙары менән бында килһен. Шул саҡ Аллабыҙҙың беҙгә ярһыуы баҫылыр. 15Быға бары Ғасаһил улы Йонаҫан менән Тиҡуа улы Яхзеяһ ҡына ҡаршы сыҡты, ә Мешуллам менән леви Шаббеҫай уларҙың фекерен хупланы. 16Һөргөндән ҡайтҡандар шулай эшләргә булды. Был эште башҡарып сығыу өсөн Ғөзәйер ҡаһин нәҫел башлыҡтары араһынан кешеләр тәғәйенләне, улар исемләп әйтелде. Унынсы айҙың беренсе көнөндә улар был эште тикшерергә кереште. 17Улар беренсе айҙың беренсе көнөнә тиклем сит ҡәүем ҡатындарына өйләнгәндәрҙең һәммәһе тураһында ла ҡарар сығарҙылар.Сит ҡәүем ҡатындарына өйләнеүселәр
18Сит ҡәүемдәрҙән ҡатын алған кешеләр ошолар: Ҡаһиндар нәҫеленән: Йосадаҡ улы Йешуағ һәм уның ағай-энеләренең нәҫелдәренән: Мағасеяһ, Әлиғәзәр, Ярив һәм Гедалъяһ. 19Улар ҡатындарын айырып ебәрергә һүҙ бирҙе һәм ғәйептәре өсөн һәр береһе һарыҡ тәкәһе ҡорбан итте. 20Иммер нәҫеленән: Ханани һәм Зевадъяһ; 21Харим нәҫеленән: Мағасеяһ, Элияһ, Шемағъяһ, Йехиил, Ғуззияһ; 22Пашхур нәҫеленән: Әлйоғынай, Мағасеяһ, Исмәғил, Неҫанил, Йозавад һәм Әлғаса. 23Левиҙәрҙән: Йозавад, Шимғи һәм Ҡылаяһ – уның икенсе исеме Ҡылита, Пеҫахъяһ, Йәһүҙә һәм Әлиғәзәр. 24Йырсылар араһынан: Әлйәшив. Ҡапҡа һаҡсылары араһынан: Шаллум, Тәләм һәм Ури. 25Башҡа исраилдарҙан түбәндәгеләр: Парғош нәҫеленән: Рамъяһ, Иззияһ, Малкияһ, Миямин, Әлғазар, Малкияһ һәм Бенаяһ; 26Ғелам нәҫеленән: Маттанъяһ; Зәкәрьяһ, Йехиил, Ғавди, Йәремоҫ һәм Элияһ; 27Затту нәҫеленән: Әлйоғынай, Әлйәшив, Маттанъяһ, Йәремоҫ, Завад һәм Ғазиза; 28Бевай нәҫеленән: Йеһоханан, Хананъяһ, Заббай, Ғаҫлай; 29Бани нәҫеленән: Мешуллам, Маллух, Ғадаяһ, Яшув, Шеал һәм Йәремоҫ. 30Пахаҫ-Моав нәҫеленән: Ғадна, Келал, Бенаяһ, Мағасеяһ, Маттанъяһ, Бесалил, Биннуй һәм Менашше; 31Харим нәҫеленән: Әлиғәзәр, Йишшияһ, Малкияһ, Шемағъяһ, Шимғон, 32Бинйәмин, Маллух, Шемаръяһ; 33Хашум нәҫеленән: Маттенай, Маттатта, Завад, Әлифәләт, Йеремай, Менашше һәм Шимғи; 34Бани нәҫеленән: Мағадай, Ғамрам, Уел, 35Бенаяһ, Бедъяһ, Келуһу, 36Уанеяһ, Меремоҫ, Әлйәшив, 37Маттанъяһ, Маттенай, Яғасай, 38Бани, Биннуй, Шимғи, 39Шәләмъяһ, Наҫан, Ғадаяһ, 40Махнадевай, Шашай, Шарай, 41Ғазарил, Шәләмъяһ, Шемаръяһ, 42Шаллум, Амаръяһ һәм Йософ; 43Нево нәҫеленән: Йеғиил, Маттиҫъяһ, Завад, Зевина, Яддай, Йоил һәм Бенаяһ. 44Ошоларҙың барыһы ла сит ҡәүемдәрҙән ҡатын алған һәм ҡайһы берҙәренең ҡатындары уларға бала ла тапҡайны инде.
Copyright information for
BakIBT2023