Ezra 5
Ҡорамдың яңынан төҙөлөүе
1Ул осорҙа Хаггай пәйғәмбәр менән Ғиддо улы Зәкәрьяһ пәйғәмбәр Йәһүҙәлә һәм Йәрүсәлимдә йәшәгән йәһүдтәргә уларҙың өҫтөнән булған Исраил Аллаһы исеменән пәйғәмбәрлек иттеләр. 2Шунда Шеалтиил улы Зеруббавел менән Йосадаҡ улы Йешуағ Йәрүсәлимдәге Алла йортон яңынан төҙөргә тотондо. Алла пәйғәмбәрҙәре лә улар менән бергә ҡалып, эште ҡеүәтләп торҙо. 3Шул саҡта уларға Евфрат йылғаһы аръяғындағы өлкә башлығы Таттенай, Шеҫар-Бозенай һәм уларҙың әшнәләре килеп: – Был йортто төҙөргә, диуарҙарҙы торғоҙорға һеҙгә кем рөхсәт бирҙе? – тине. 4Тағы ла улар: – Был бинаны төҙөүселәрҙең исемдәре нисек? – тип һоранылар. 5Әммә йәһүд аҡһаҡалдарын Алла һаҡланы: был хаҡтағы хәбәрҙе Дарийға ебәреп, унан яуап килеп етмәйенсә, уларҙың эшен туҡтатыусы булманы. 6Бына Евфрат йылғаһы аръяғындағы өлкә башлығы Таттенай, Шеҫар-Бозенай һәм уларҙың әшнәләре булған ерле түрәләр менән бергә Дарий батшаға ебәргән хаттың һүҙмә-һүҙ йөкмәткеһе. 7Ул хатта бына нимәләр яҙылғайны: Дарий батшаның иҫән-аман булыуын теләйбеҙ! 8Батшаға шул мәғлүм булһын: беҙ Йәһүҙә өлкәһенә, бөйөк Алланың йортона барҙыҡ. Ул ҙур-ҙур таштарҙан төҙөлә, диуарҙарға ҡырлы бүрәнәләр һалып ҡалдырыла; эштәре бик йылдам һәм уңышлы бара. 9Беҙ уларҙың аҡһаҡалдарынан:«Был йортто төҙөргә, диуарҙарҙы торғоҙорға һеҙгә кем рөхсәт итте?» – тип һораныҡ.
10Бынан тыш, беҙ һиңә яҙып ебәреү өсөн, уларҙың был эште башлап йөрөүселәренең исемдәрен дә белештек. 11Улар беҙгә ошондай һүҙҙәр менән яуап бирҙе:
«Беҙ Күктәрҙең һәм Ерҙең Аллаһы ҡолдарыбыҙ. Бынан күп йылдар элек төҙөлгән йортто торғоҙабыҙ. Заманында уны Исраилдың бөйөк батшаһы төҙөп ултыртҡан булған. 12Әммә ата-бабаларыбыҙ Күк Аллаһын асыуландырҙы. Шул арҡала Алла уларҙы Бабил батшаһы халдей Навуходоносор ҡулына бирҙе; ул йортто емереп, халҡын Бабилға һөрҙө. 13Ләкин Бабил батшаһы Кир хакимлығының тәүге йылында Кир батша ошо Алла йортон ҡабаттан төҙөргә фарман бирҙе. 14Бынан тыш, Кир батша Бабил ҡорамынан Алла йортоноң алтын-көмөш һауыттарын да кире ҡайтарып бирҙе – уларҙы Навуходоносор Йәрүсәлим ҡорамынан Бабил ҡорамына алып киткәйне. Был һауыттарҙы Кир батша үҙе өлкә башлығы итеп тәғәйенләгән Шешбассар тигән кешегә тапшырҙы. 15Уға: „Был һауыттарҙы ал да Йәрүсәлимдәге ҡорамға алып барып ҡуй, Алла йорто үҙ урынында төҙөлһөн“, – тине. 16Шешбассар килеп, Йәрүсәлимдә Алла йортона нигеҙ һалды; шунан алып хәҙергәсә төҙөлөш дауам итә, тамамланмаған әле».
17Әгәр ҙә батша кәрәк тип таба икән, Бабилдағы мөһим яҙмалар һаҡланған йортта эҙләп ҡараһындар: Кир батша Йәрүсәлимдә Алла йортон ҡайтанан төҙөргә фарман сығарғанмы йәки юҡмы икәнен күрерҙәр. Һин батшаның был эшкә ҡарата ҡарарын беҙгә мәғлүм ҡылыуҙарын һорайбыҙ.
Copyright information for
BakIBT2023