‏ Ezra 6

Дарийҙың бойороғо

1Шунан һуң, Дарий батша биргән әмер буйынса, Бабилдағы хазиналар йортондағы яҙмалар һаҡлағысында эҙләй башлайҙар. 2Ниһайәт, Мадай өлкәһендәге Экбатана ҡәлғәһендә бер төргәк табыла. Унда былай тип яҙылған була:

Хәтерҙә торһон өсөн:
3Хакимлығының тәүге йылында Кир батша Йәрүсәлимдәге Алла йорто тураһында ошондай фарман сығарҙы: «Шунда ҡорбан килтереү өсөн йорт төҙөлһөн, уның нигеҙен ныҡ итеп һалһындар; бейеклеге лә, киңлеге лә алтмышар терһәк булһын; 4ҙур таштарҙан өс рәт, ағастан бер рәт һалынһын, сығым батша ҡаҙнаһынан түләнһен. 5Бынан тыш Навуходоносор Йәрүсәлимдәге ҡорамдан Бабилға алып киткән алтын-көмөш һауыттар кире алып барылһын, улар Алла йортонда һәр береһе үҙ урынына ҡуйылһын».

6Дарий батша шундай фарман сығарҙы:

Евфрат йылғаһы аръяғындағы өлкә башлығы Таттенай Шеҫар-Бозенай һәм уларҙың әшнәләре булған ерле түрәләр менән унан китһен.
7Алла йортон төҙөүҙе туҡтатмағыҙ; йәһүдтәр өлкәһе башлығы һәм йәһүдтәрҙең аҡһаҡалдары Алла йортон элекке урынында ҡайтанан төҙөһөн. 8Бынан тыш, Алла йортон ҡайтанан төҙөүгә йәһүдтәрҙең аҡһаҡалдарына ярҙам итергә бойорам: эш туҡталмаһын өсөн кәрәк булғанды уларға кисектермәй биреп тороғоҙ. Сығымдарҙы Евфрат йылғаһы аръяғындағы өлкәнән йыйылған яһаҡтан – батша ҡаҙнаһынан – түләгеҙ. 9Күк Аллаһына тотош яндырыу ҡорбаны килтереү өсөн башмаҡмы, һарыҡ тәкәһеме йәки һарыҡ бәрәсеме – күпме кәрәк булһа, шул тиклем бирегеҙ. Шулай уҡ бойҙай, тоҙ, шарап, зәйтүн майы бирелһен, Йәрүсәлим ҡаһиндары нисек әйтһә, шул рәүешле көн дә мотлаҡ бирелеп торһон. 10Улар Күк Аллаһына хуш килерлек ҡорбандар килтерһендәр һәм, батша менән уның улдарына ғүмер теләп, доға уҡыһындар. 11Минән тағы бер әмер булыр: әгәр ҙә мәгәр берәй кеше был фарманды боҙһа, уның өйөнөң бер ниргәһе һурып алыныр ҙа теге кеше ана шул ҡаҙыҡҡа ултыртылыр, ә йортонан емереклектәр генә тороп ҡалыр. 12Әгәр ҙә берәй батша йәки халыҡ был фарманды боҙорға баҙнат итһә һәм Йәрүсәлимдәге Алла йортона зыян килтерһә, уларҙы исемен шунда төйәкләндергән Алла Үҙе юҡ итһен.
Мин, Дарий, бирҙем был фарманды. Ул теүәл үтәлһен.

Ҡорамды изгеләндереү

13Шунан һуң Евфрат йылғаһы аръяғындағы өлкә башлығы Таттенай, Шеҫар-Бозенай һәм уларҙың әшнәләре Дарий батшаның бойороғон бер һүҙһеҙ үтәне. 14Шулай итеп, йәһүд аҡһаҡалдары йортто төҙөүен дауам итте һәм, Хаггай пәйғәмбәр менән Ғиддо улы Зәкәрьяһ пәйғәмбәрҙең вәғәздәренән рухланып, уңышҡа өлгәште.

Исраил Аллаһы бойороғо, Фарсы батшалары Кир, Дарий һәм Артахшаста фармандарына күрә төҙөлөш эштәре тамам булды.
15Был йорт Дарий батша хакимлығының алтынсы йылында адар айының өсөнсө көнөнә төҙөлөп бөттө.

16Исраил халҡы, ҡаһиндар, левиҙәр һәм һөргөндән ҡайтҡан башҡа кешеләр оло шатлыҡ менән Алла йортон изгеләндереү ғәмәлен башҡарҙы. 17Алла йортон изгеләндергәндә йөҙ үгеҙ, ике йөҙ һарыҡ тәкәһе, дүрт йөҙ һарыҡ бәрәсе һәм Исраил ырыуҙары һаны буйынса ун ике кәзә тәкәһе килтереп, бөтә Исраилдың гонаһы өсөн ҡорбан салдылар. 18Унан, Муса китабында яҙылғанса, ҡаһиндарҙы һәм левиҙәрҙе төркөмдәргә бүлделәр ҙә Йәрүсәлимдә Аллаға хеҙмәт итергә ҡуйҙылар.

Ҡотҡарылыу байрамын үткәреү

19Һөргөндән ҡайтҡандар тәүге айҙың ун дүртенсе көнөндә Ҡотҡарылыу байрамын үткәрҙе. 20Ҡаһиндар һәм левиҙәр таҙарындылар – улар барыһы ла, бер кеше кеүек, пак ине. Левиҙәр һөргөндән ҡайтҡан бөтә кешеләр өсөн, ҡәрҙәштәре ҡаһиндар өсөн, үҙҙәре өсөн Ҡотҡарылыу байрамы ҡорбанына тигән һарыҡ бәрәстәрен салдылар. 21Һөргөндән ҡайтҡан исраилдар менән, Исраилдың Аллаһы Раббыға табыныу өсөн, эргә-тирәләге халыҡтарҙың әшәкелегенән айырылған барлыҡ кешеләр ашап ултырҙы. 22Ете көн буйы шатлана-шатлана Сөсө икмәк байрамын билдәләнеләр, сөнки Раббы уларға ҡыуаныс бирҙе – Ашшур батшаһының илтифатын ҡаҙандырҙы һәм батша Исраил Аллаһының йортон һалыуға булышлыҡ күрһәтте.

Copyright information for BakIBT2023