‏ Ezra 8

Ғөзәйер менән бергә һөргөндән ҡайтҡандарҙың исемлеге

1Артахшаста батша хакимлыҡ иткән саҡта Бабилдан минең менән ҡайтырға сыҡҡан нәҫел башлыҡтары һәм уларҙың нәҫел исемлектәре түбәндәгесә:

2Пинхас нәҫеленән – Гершом, Иҫамар нәҫеленән – Даниил, Дауыт нәҫеленән – Хаттуш, 3Шеханъяһ тармағынан. Парғош нәҫеленән – Зәкәрьяһ һәм нәҫел исемлеге буйынса уның менән бер йөҙ илле ир-егет; 4Пахаҫ-Моав нәҫеленән – Әлйеһоғынай Зерахъяһ улы һәм уның менән ике йөҙ ир-егет; 5Затту нәҫеленән – Шеханъяһ Яхазиил улы, уның менән өс йөҙ ир-егет; 6Ғадин нәҫеленән – Ғәвәд Йонаҫан улы, уның менән илле ир-егет; 7Ғелам нәҫеленән – Ғаҫалъяһ улы Йешағъяһ һәм уның менән бергә етмеш ир-егет; 8Шефатъяһ нәҫеленән – Зевадъяһ Михаил улы һәм уның менән һикһән ир-егет; 9Йоав нәҫеленән – Ғовадъяһ Йехиил улы һәм уның менән ике йөҙ һикһән ир-егет; 10Бани нәҫеленән – Шеломиҫ Йосифъяһ улы һәм уның менән бергә йөҙ алтмыш ир-егет; 11Бевай нәҫеленән – Зәкәрьяһ Бевай улы һәм уның менән бергә егерме һигеҙ ир-егет; 12Ғазгад нәҫеленән – Йоханан Һаҡҡатан улы һәм уның менән бергә йөҙ ҙә ун ир-егет; 13Адониҡам нәҫеленән – һуңыраҡ ҡайтҡандар. Бына уларҙың исемдәре: Әлифәләт, Йеғиил, Шемағъяһ һәм улар менән бергә алтмыш ир-егет.

14Бигуай нәҫеленән – Ғуҫай һәм Заккур менән етмеш ир-егет.

Йәрүсәлимгә юлланыу

15Мин уларҙы Аһауаға табан аҡҡан йылға янында йыйҙым. Беҙ унда туплам ҡороп өс көн торҙоҡ. Мин, халыҡты һәм ҡаһиндарҙы күҙҙән үткәргәс, Левиҙең нәҫел-нәсәбенән бер кемде лә күрмәнем. 16Мин башлыҡтарҙан Әлиғәзәрҙе, Ариилды, Шемағъяһты, Әлнаҫанды, Яривты, Әлнаҫанды, Наҫанды, Зәкәрьяһты, Мешулламды, остаздарҙан Йоярив менән Әлнаҫанды саҡыртып, кеше ебәрҙем. 17Уларға Касифья ере башлығы Иддоға барып, Аллабыҙ йортона хеҙмәтселәр ебәрһендәр өсөн, Иддоға һәм уның ҡәрҙәштәренә – Касифья ерендәге Алла йорто хеҙмәтселәренә – нимәләр әйтергә кәрәклеген өйрәттем. 18Алланың игелекле ҡулы өҫтөбөҙҙә булғанға күрә, улар беҙгә Исраилдың улы Леви ырыуынан Махлиҙың нәҫел вариҫын, Шеревъяһ исемле аҡыллы кешене улдары һәм ағай-энеләре менән бергә ебәрҙе. Улар ун һигеҙ кеше ине. 19Быларҙан тыш Хашавъяһты, уның менән бергә Мерари нәҫеленән Йешағъяһты һәм уның ағай-энеләре һәм улдарынан егерме кешене, 20ҡасандыр Дауыт батша һәм уның түрәләре левиҙәргә ярҙамсы итеп тәғәйенләгән ҡорам хеҙмәтселәренән тағы ике йөҙ егерме кешене алып килделәр. Уларҙың һәммәһе лә исемләп айырым-айырым теркәлде.

21Аллабыҙға буйһоноуыбыҙҙы күрһәтеп, Унан үҙебеҙҙең, балаларыбыҙҙың, бөтә мөлкәтебеҙҙең юлын хәйерле итеүен һорап, Аһауа йылғаһы буйында ураҙа иғлан иттем. 22Юлда беҙҙе дошмандарҙан һаҡлау өсөн батшанан ғәскәр һәм һыбайлы яугирҙәр һорарға оялдым, сөнки беҙ батша менән һөйләшкәндә: «Үҙенә һыйынғандарға Аллабыҙҙың рәхмәте киң, ә Үҙен ташлағандарға асыуы яман», – тигәйнек. 23Беҙ, ураҙа тотоп, Алланан ана шуларҙы һораныҡ, һәм Ул беҙҙе ишетте.

24Мин ҡаһиндар араһында етәксе булғандарҙан ун ике кешене: Шеревъяһты, Хашавъяһты һәм уларҙың ун ағай-энеһен һайлап алдым. 25Батшаның, уның кәңәшселәренең, түрәләренең һәм Бабилда йәшәгән бөтә исраилдарҙың Аллабыҙ йорто өсөн саҙаҡа итеп биргән алтын-көмөшөн һәм һауыт-һабаларҙы үлсәп, уларға бирҙем. 26Уларҙың ҡулына алты йөҙ илле талант көмөш, йөҙ талант көмөш һауыт-һаба, йөҙ талант алтын, 27хаҡы бер мең драхма торған егерме алтын табаҡ, алтын менән тиң баһаланған ялтырап торған яҡшы баҡырҙан ике һауыт тапшырҙым. 28Мин уларға: «Һеҙ, ошо һауыт-һаба һымаҡ, Раббыға бағышланғанһығыҙ. Был алтын-көмөштәр – ата-бабаларығыҙҙың Аллаһы Раббыға үҙ ихтыярығыҙ менән биргән саҙаҡа. 29Уяу булығыҙ, был хәйерҙе ҡаһиндарҙың етәкселәре, левиҙәр һәм Исраилдың нәҫел башлыҡтары алдында үлсәп биреп, улар уны Раббы йортондағы келәт бүлмәләренә тапшырғансы һаҡлағыҙ». 30Ҡаһиндар һәм левиҙәр Йәрүсәлимгә Аллабыҙ йортона алып барып тапшырыу өсөн үлсәп-иҫәпләп ҡуйылған алтын-көмөштө, һауыт-һабаларҙы ҡабул итеп алды.

31Беренсе айҙың ун икенсе көнөндә Аһауа йылғаһынан Йәрүсәлимгә барырға тип ҡуҙғалып киттек. Аллабыҙҙың рәхмәте юлдаш булып, беҙҙе дошмандар ҡулынан, юлда һағалап тороусыларҙан ҡотҡарҙы. 32Йәрүсәлимгә килеп етеп, унда өс көн булдыҡ. 33Дүртенсе көндә беҙ бөтә алтын-көмөштө, һауыт-һабаны Аллабыҙ йортонда Урияһ улы Меремоҫ ҡаһиндың ҡулына тапшырҙыҡ. Пинхас улы Әлғазар, левиҙәр Йешуағ улы Йозавад, Биннуй улы Ноғадъяһ уның менән ине. 34Бөтә нәмә һаналды, үлсәнде һәм дөйөм ауырлығы теркәп ҡуйылды.

35Әсирлектән ҡайтыусылар Исраил Аллаһына тотош яндырыу ҡорбаны килтерҙе: бөтә Исраил халҡы өсөн ун ике башмаҡ, туҡһан алты һарыҡ тәкәһе, етмеш ете һарыҡ бәрәсе; гонаһ ҡорбаны итеп ун ике кәзә тәкәһе Раббыға ҡорбан итеп яндырылды. 36Улар батшаның фармандарын батша һанаттарына һәм Евфрат йылғаһы аръяғындағы өлкә башлыҡтарына тапшырҙы һәм тегеләр Исраил халҡына һәм Алла йортона ярҙам күрһәтте.

Copyright information for BakIBT2023