‏ Genesis 1:6-10

6Алла: «Һыуҙар араһында көмбәҙ хасил булһын, һыуҙарҙы бер-береһенән айырһын», – тине. 7Шулай булды: Алла көмбәҙҙе бар ҡылды һәм көмбәҙ аҫтындағы һыуҙарҙы көмбәҙ өҫтөндәге һыуҙарҙан айырҙы. 8Алла көмбәҙгә «күк» тип исем бирҙе. Кис булды, таң атты – икенсе көн булды.

9Алла: «Күк аҫтындағы һыу бер урынға йыйылһын да, ҡоро тупраҡ күренһен», – тине. Шулай булды. 10Алла ҡоро урынға «ер» тип исем бирҙе, ә йыйылған һыуҙарҙы «диңгеҙ» тип атаны. Алла бының яҡшы икәнен күрҙе.
Copyright information for BakIBT2023