Genesis 17:10-12
10Һинең һәм нәҫелең менән төҙөгән килешеүҙең шарты шул: арағыҙҙағы ир-аттың һәммәһе лә сөннәтле булһын. 11Минең менән килешеү билдәһе итеп енес ағзаһы осондағы тирене киҫеп алығыҙ. 12Яңы тыуған ир балаларҙың һәр береһе – үҙ йортонда тыуғаны ла, тоҡомоңдан булмайынса, ситтәрҙән һатып алынғаны ла донъяға килгәндең һигеҙенсе көнөндә сөннәтләнһен. Быуындан-быуынға шулай булһын.
Copyright information for
BakIBT2023