Genesis 22:16-17
16– Раббы былай ти: «Берҙән-бер улыңды йәлләмәйсә,Быны эшләгәнең өсөн –
Барлығым менән ант итәм –
17Һиңә мул-мул фатихамды бирәм!
Күктәге йондоҙҙар ҡанса булһа,
Күпме булһа диңгеҙ ярында ҡом,
Бирәм һиңә шул ҡәҙәрле нәҫел-тоҡом.
Балаларыңдың алдында
Дошман ҡапҡалары ҡолар!
Copyright information for
BakIBT2023