‏ Genesis 25:29-34

29Бер ваҡыт Яҡуп ашарға бешереп торғанда, Ғаяз арып һунарҙан ҡайтып инде.

30– Бынауы ҡыҙыл нәмәңде ашат әле, – тине ул Яҡупҡа. – Мин бик арыным. (Шунлыҡтан уға Эдом
Эдом – йәһүд телендә «ҡыҙыл» тигән мәғәнәлә.
тигән ҡушамат тағылды.)

31Яҡуп уға:

– Тәүҙә һин миңә баш бала булыу
Баш бала булыу – баш бала, йәғни иң өлкән ул, атаһының тоҡомон дауам итеүсе булған һәм ҡанун буйынса ул ике өлөш мираҫ алған.
хоҡуғын һат, – тине.

32– Мин хәҙер астан үләм! – тине Ғаяз. – Минең баш бала булыуымдан ни файҙа?

33– Тәүҙә ант ит! – тине Яҡуп. Ғаяз ант итеп Яҡупҡа баш бала булыу хоҡуғын бирҙе.

34Яҡуп Ғаязға икмәк килтерҙе, яҫмыҡтан бешергән ашын ашатты. Ғаяз ашап-эсте лә тороп китте, баш бала булыу хоҡуғына иҫе лә китмәне.

Copyright information for BakIBT2023